Атайым менән әсәйем бигерәк уңғандар инде. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Малды, ҡош-ҡортто күпләп үрсетәләр. Хәҙер беҙҙең аҙбарҙа бер нисә ат, бер дөйә, ике тауис һәм төрлө-төрлө тауыҡтар ҙа бар. Үҙе бер мөғжизәле экзотик донъяла йәшәйбеҙ. Мин үҙем VI синыфта уҡыйым. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫәм. Малдарҙы ҡарау миңә йөкмәтелде.
Дөйәбеҙгә Йәмилә тип исем ҡуштым. Өйрәнде ул был ҡушаматҡа. Мине әллә ҡайҙан таный. Йәмилә тәүҙә ишек алдында торҙо. Йәйгеһен эҫе көндәрҙә урамға ағас күләгәһенә бәйләп ҡуйҙыҡ. Шул саҡта күршеләр ҙә уны ҡарарға килеп, төрлө ризыҡтар менән һыйлап китәләр ине.
Ауыл халҡы дөйәбеҙгә аптырап ҡарай. Йылы яҡта йәшәй торған хайуан беҙҙә нисек ҡышлар, тип борсолғандар ҙа бар ине араларында.
– Башҡортостан шарттарында дөйә аҫрап була, – тип аңлатты атайым. – Улар ашауға бик талымһыҙ. Айырыуса кесерткән, әрем, әрекмән күңелдәренә хуш килә. Ағас япраҡтарын да яраталар. Ә һыуҙы аҙнаға бер эсәләр. Беҙҙәге ҡышҡы һыуыҡтар ҙа уларҙы ҡурҡытмай. Дөйә 40 градуслы эҫегә, 50 градуслы һалҡынға түҙә. Дөрөҫ, ҡышын – елдән, йәйен ямғырҙан ышыҡланыу өсөн аҙбар төҙөргә кәрәк.
Эйе, дөйәбеҙ үҙен «курортта» кеүек тоя. Йәмиләгә беҙҙә барыһы ла оҡшай.
Әлфир НӘЖМЕТДИНОВ.
Туймазы районы, Иҫке Туймазы ауылы.
Сүллек карабы
Оло дөйәнең ауырлығы 500 – 800 килограмға етә. Ул 40 – 60 йәшкә тиклем йәшәй ала. Ҡалын йөнө ҡыҙыу ҡояштан да, төнгө һалҡындан да һаҡлай. Дөйә тирләмәй, ә тын алғанда сыҡҡан дым да, морононоң айырым ҡатламдарына йыйылып, организмға кире ҡайта.
Бик оҙаҡ һыуһыҙ торған сағында ул 20 минут эсендә бер туҡтауһыҙ 57 литрғаса эсә ала. Ашҡаҙанында һыу өсөн булған 800-ҙән артыҡ бәләкәй «кеҫәләр» бар икән. Шуларға тупланған һыу һәм арҡаһындағы үркәскә йыйылған май дөйәгә ике аҙна һыуһыҙ, бер айға яҡын аҙыҡһыҙ йәшәргә мөмкинлек бирә.
Киң ике бармаҡлы тояғы ярмалы ҡом һәм ваҡ таштар буйлап йөрөү өсөн яйлы. Уларҙы күберәген сүллектә осратырһың. Дөйәләр беҙҙең эраға тиклем 2 000 йылда ҡулға эйәләштерелә. Был сыҙам хайуанҡайҙар таралған урындарында иң ҡеүәтле йөк ташыусы һәм еген малы була. Рәсәйҙә бер үркәсле дөйә тоҡомо – арван һәм ике үркәсле өс: ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ, монгол тоҡомдары үрсетелгән. Ҡалмыҡ тоҡомо – иң ҡиммәтлеһе.
Дөйә итен ашайҙар, һөтөнән шубат, май һәм сыр эшләнә. Юғары сифатлы йөнөн дә ҡулланалар.
Әйткәндәй...
Бынан 1000 йыл элек Ғәрәбстанда балалар дөйәгә ултырып уҡый торған булған. Иң яҡшы уҡыусыларҙы ошо «парталарында» урам буйлап маҡтап йөрөткәндәр. Ҡала халҡы балаларҙы тәмлекәстәр менән дә һыйлаған.