Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, инклюзив театрҙа ғәҙәти кешеләр менән бер рәттән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә уйнай. Был уларға үҙҙәрен йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө итеп тойорға ғына түгел, ә һәләттәрен асырға ла ярҙам итә.
Республика халыҡ ижады үҙәгендә «Табын» халыҡ коллективы һәм инклюзив театрҙың ҙурҙар төркөмө бар. Уларҙы ла Илнур Флүр улы етәкләй. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе туплап алыуына йыл ярым да юҡ әле. Шулай ҙа бер нисә спектакль әҙерләргә, республикабыҙҙың 54 районында булырға, хатта сит өлкәләрҙә тамашалары менән еңеү яуларға ла өлгөргәндәр. Финанс яғынан төбәгебеҙҙең мәҙәниәт министрлығы ярҙам итә.
– Әлеге көндә беҙҙә 132-се коррекция мәктәбе һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһынан 10 бала шөғөлләнә. Быйыл 103-сө коррекция мәктәбенән 15 уҡыусыны алдыҡ. Ҙурҙар төркөмөнә иһә 8 сәнғәт һөйөүсе йөрөй, ә «Табын»да 13 бала уйнай. Ошо коллективтар менән күмәкләп «Һуғыш балалары», «Аҡмулла», «Ике һайыҫҡан», «Гүргә инер сер ине», «Суперҡуян» һәм башҡа спектаклдәрҙе тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ, – ти Илнур Лоҡманов. – Бына-бына яңы сәхнә әҫәре өҫтөндә эш башларға торабыҙ.
Ата-әсәләрҙең ҡыуанысы сикһеҙ. Йәшерен-батырыны юҡ: үҙендә ниндәйҙер кәмселек барлығын белгән бала башҡаларҙан ситтәрәк йөрөргә тырыша, эскә йомола. Ә бында элек тотлоғоп һөйләшкән үҫмерҙәрҙең дә теле шымара, улар тиҫтерҙәре менән ҡыйыу рәүештә аралаша башлай, минән көлөрҙәр, тип ҡурҡмай. Насарыраҡ өлгәшкән бала «бишле»гә уҡып китә, шымыҡайҙар өйҙә лә йылмая-көлә башлай. Һөҙөмтәләр иҫ киткес! Әйткәндәй, бер үҫмер егет быйыл колледжға уҡырға ингән, хәҙер студент. Шулай ҙа «Күңел күҙе»ндә шөғөлләнеүен мотлаҡ дауам итмәксе. Бына бит сәхнә көсө! Әлбиттә, күп нәмә түңәрәктең етәксеһенән тора: ул педагог та, дуҫ та, психолог та булырға тейеш. «Был йәһәттән күп уҡырға, өйрәнергә тура килде», – ти Илнур Флүр улы.
Форумда ҡатнашыусылар инклюзив театр сығышын юғары баһаланы, киләсәктә лә уңыштар теләне. Эйе, был изге эш балаларға һәм ата-әсәләргә шатлыҡ ҡына килтерһен.