+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
19 Ғинуар 2018, 17:12

Йәшә, Урман!

Хикәйә

Хикәйә


Күпме ваҡыт, күпме зиһен китә

Кисәгенең төҙәтеп хатаһын.

Был донъяға хайран булып ҡына

Бер ҡарарға ине хафаһыҙ!

Рауил БИКБАЕВ.

Урман эсе. Ҡоштар һайрашҡаны ла ишетелмәй. Әсе елдәр генә, бер улай, бер былай сығып, ҡайындар араһынан үҙҙәренә юл яра. Күңелһеҙ. Урман шулай борсолоп йыш уйға ҡала. Яратҡан ҡоштары, һандуғас­тары булмағас, йәм етмәй уға. Дөрөҫ, япраҡтары матурлыҡҡа матур, ләкин ағастарының тиҙ арала ҡороп, ергә ауыуы тынғылыҡ бирмәй. Ошоларҙы уйлап, үҙенә урын тапмай Урман. Эйе, эйе, күтәренеп сығып китер ине лә, бынауындай шыҡһыҙ ямғырлы көндә ҡайҙа бараһың?! Өҫтәүенә, көслө дауыл да тап булһа, барлы-юҡлы япраҡтарыңдан, мөһабәт тамырлы имән-ҡарағайҙарыңдан бөтөнләй ҡолаҡ ҡағырһың. Ҡайындары ла бит шуларға ғына ҡарап тора.

Йәнлектәре лә, ҡош-ҡорттары ла күҙгә күренеп һирәгәйҙе. Ниндәй генә байрамдар үткәрмәй ине улар! Ҡыш бауыры оҙон. Йоҡларға ла урын кәрәк. Елләп-дауыллап торған бынауындай ҡара көндә ҡайҙа бармаҡ кәрәк?!

Йәй көнө Урман, ысынлап та, матур ине. Ашап туйғыһыҙ еләктәре, һулап туйғыһыҙ һауаһы, болонлоҡтары, сәскәләре менән күптәрҙең күңелен арбай торғайны. Ял итергә килгән кешеләр ҙә кинәнеп ҡосағында тирбәлде, еләк-емешенән дә ауыҙ итте. Ҡыҫҡаһы, Урман бар хәленсә ҡунаҡ итте үҙҙәрен. Ҡуҙғалағын да, еләк-емешен дә, сылтырап аҡҡан шишмә һыуын да йәлләмәне. Хатта бер егет уның ҡая ташына ултырып ҡурай ҙа тартты. Әллә ҡасан онотолоп бөткән көйҙө яңынан ишетте Урман. Эйе, онотолоп бөткән көй! Ҡасандыр Урман эргәһендә тирмәләр ҡорола ине. Туп-туп булып йәйләүгә сыға ине бында халыҡ. Улар­ҙың йыйған ризыҡтарын да, үҙенә төбәлгән рәхмәтле ҡараштарын да һиҙеп-тойоп тор­ғайны Урман.

Ә хәҙер кешеләр унан ситләште. Балта тауыштары ла, йыуан-йыуан ҡарағайҙарының ыңғырашып ергә ауыуы ла йышыраҡ ишетелә. Нисектер үләндәр ҙә, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр ҙә һирәгәйгән кеүек. Шишмәләре лә элекке һымаҡ шатланып-сылтырап аҡмай хәҙер. Уның ҡарауы, көтөү-көтөү малдар йыш килә бында. «Әллә утларлыҡ ерҙәре, күтәрелер тауҙары, рәхәтләнеп сабыр яландары юҡмы икән?» – тип уйлай Урман. Ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар сығарған әзмәүерҙәй йән эйәләре килеп сыға ла ерен аҡтарып, һөрөргә тотона. Шул саҡта йөрәген тотоп ултыра Урман. Бөтә тамырҙарын һурып алалармы ни?! Эйе, эйе, көндән-көн үҙенең һулый барыуын да тоя ул. Ҡайҙа китте икән элекке ҡөҙрәте? Улай тиһәң, йәшәй башлауына ла бит күп түгел. Урман сайҡалғандай итеп күккә күҙ һалды. Эйе, унда ла һорғолт ҡара болоттар йөҙә. Нисектер үҙен өшөп киткәндәй тойҙо Урман. Ҡуҙғалыр ине, тын алыуы ауырлаш­ҡан кеүек. Эйе, бығаса тоймаған ниндәйҙер ауыр еҫ уның танауын ярып ингәндәй булды. «Ауырыйымдыр», – тип уфтанды. Әлеге елдәр генә, уның хәлен аңлағандай, бер алдына, бер артына сыҡты. «Ҡайғырма! – тине уның эргәһенән өйрөлөп үткән Ҡойон. – Артта ямғыр килә. Хәҙер тын алыуың еңелләшер». Ошо арала әллә ҡайҙан килгән саң-туҙан күбәйҙе.

Ҡойон артабан китте. Уның эҙе лә ниндәйҙер дейеү пәрейе һалған дауыл-ғәрәсәттең юлын хәтерләтә ине. Ҡойон менән бергә таштар ҙа, хәлһеҙләнеп ауған ағас ботаҡтары ла, ҡайҙа бәрелергә белмәй осоп йөрөгән япраҡтар ҙа күккә күтәрелде. Урман ауыр итеп тын алды. Үҙенең эсенә тағы ла бер тапҡыр күҙ һалды. Хатта йәшәргә ынтылып торған ҡырмыҫҡалар ҙа күренмәй бит хәҙер унда. Әллә үлеп бөттөләр, әллә бынау тәрбиәһеҙ малайҙар ояларын туҙҙырып китте. Эйе, сумкаларын тотоп ниндәй­ҙер балалар килә ине уға. Һыҙғырышалар, иләүҙәрҙе туҙҙырып тапайҙар. Ҡайһы бер олораҡ ҡырмыҫҡалар, йәндәре көйөп, тешләп тә ҡараны үҙҙәрен. Юҡ, бер генә ояны ла имен ҡалдырманылар. Шулай ҙа төпкөл ерҙәренә үткәрмәне уларҙы Урман. Үҙенең сырмалсыҡ үләндәрен һуҙып, шырлыҡтарын киңәйтеп, юлдарына үткеһеҙ итеп кәртәләр ҡорҙо. Ярай әле ул мәлдә йәшел йыландары ла күп ине. Шулар күренеп, бер-икәүһен ҡурҡытҡас ҡына юл ярыуҙан туҡтаны малай­ҙар. Уларға ла ҡарамаҫтар ине, Урман төрлө ауаздар сығарып, япраҡтарын шаулатҡас ҡына кире боролдолар. Эйе, байтаҡ хәл-ваҡиғаларҙы хәтерләй Урман. Эсе бер ҡал­ҡып, бер төшөп торһа ла, ер тетрәүҙәре булмай торғайны унда. Хәҙер иһә әллә ниндәй күк күкрәгән тауышҡа оҡшаған ауаздар килә. Кешенекенә лә, ҡош, йыртҡыстыҡына ла оҡшамаған. Хатта бер көндө айыуҙың айыуы ҡото осоп ҡайтҡан. Һауанан ҡурҡыныс януарға оҡшаған ниндәйҙер әйбер осоп килгән дә уның өҫтөнә һыҙғырышҡан нәмәләрҙе һиптерергә тотонған. Төшкән береһе шартлап ярыла, ти.

Урман борсолоп, эсенә тағы ла күҙ һалды. Тып-тын. Туҡта, ниҙер шыбырлай түгелме һуң? Уф, бая Ҡойон әйткән ямғыр түгелме икән? Эйе, эйе, өҫтөнә ниндәйҙер тамсылар сәселгәндәй булды түгелме ни? Тап шулай. Ә бер ҡарасҡыға оҡшаған нәмә уның эргәһенә яҡын уҡ килде.

«Йә, бөттө, бөттө. Урманды ҡотҡарайыҡ, тиҙерәк булығыҙ!» – тигән тауыштар ҙа ишетелде.

– Туҡта, кешеләр килә түгелме һуң? – Урман хәлһеҙләнеп артына күҙ һалды. – Былары ла инде мине бөтөрмәһәләр, – тип уйлап өлгөрҙө ул. Үҙенең ниндәйҙер төпһөҙ упҡынға төшә барыуын тойҙо. Әллә ҡурҡты, әллә төш кенә күргәндәре. Эсен тотоп, ергә сүгәләне лә тынып ҡалды. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң:

– Бөттө, бөттө, – тигән тауыштар йәнә ҡабатланды. Кемдәрҙер ағас үҫентеләре тотоп уның янына сүгәләне.

– Йәшә, Урман, үлмә! – тине береһе.

– Беҙ һиңә үлергә ирек бирмәбеҙ, – тип ҡабатланы икенсеһе.

– Ана бит, беҙ һиңә йәшәү тамырҙары алып килдек, – тип ағас үҫентеләренә төртөп күрһәтте өсөнсөһө. – Ер аҫтынан сыҡҡан таҙа шишмә һыуы ғына эсерербеҙ, ағасыңды ҡырҡырға бирмәбеҙ. Йәле, тәрән итеп тын ал! Ана шулай. Хәҙер үҙеңде дауалайбыҙ. Юғиһә, хәлдән тайғайның бит. Йә!

Ошо ҡөҙрәтле һүҙ Урманға бер ни тиклем көс өҫтәне. Әллә елкенде, әллә шатланды, алыҫта осоп барған ҡыр ҡаҙҙары, торналар тауышына ҡолаҡ һалды. Улар ҙа:

– Торр, торр, тор-райыҡ! – тип ҡабатланы.

Ҡаҙҙар ҙа:

– Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ, йәнең таҙарһын ҡыйҙан, – тигәндәй тауыш сығарҙы.

Алыҫҡа китте ҡоштарҙың йыры. Урман үҙенә ниндәйҙер көс инә барғанын тойҙо. Ҡараһа, уға кешеләр яҡынлашҡан икән дә. Улар шаулашып Урмандың эсенә үк килеп инде. Тупрағын сүп-сарҙан таҙартып, йәш үҫентеләрҙе ултырта ла башланылар. Ҡот­ҡарһа, ошо кешеләр генә ҡотҡарыр Урманды. Эйе, тап улар ғына.

Урман тынысланып, күҙҙәрен йомдо. Ниндәйҙер һалҡынса ел уның битенә ҡағылып үткәндәй булды. Баҡтиһәң, күктә энәғараҡҡа оҡшаған «ҡоштар» осоп йөрөй. Улар Урман өҫтөнә шифалы ямғырҙарын һиптерергә тотондо. Ләкин саң-туҙанға батҡан Ҡойон түгел ине. Хуш еҫ сығарып торған ниндәйҙер шифалы ел. Эйе, эйе, улар үҙен бер ҡасан да ташламаны. Ҡыш булһа ла, яҙ етһә лә, хатта көҙгө һалҡында ла хәлен белешеп йөрөнө. Был юлы ла уның эргәһенән үтеүсе тап ана шул елдер, моғайын. Урманды урап, тауҙарға менде, япраҡтарын өҙөп ергә таратты. Тиҙҙән, тиҙҙән иҫәсәк наҙлы ел уға яҙ сәләмен еткерер, йыуатыр, иркәләр, йәшәү орлоғон һибер. Хуш, хуш, көҙгө ел. Миңә хәҙер ҡышҡы елдәр ҙә ҡурҡыныс түгел. Бирешмәм, һинең менән оҙаҡ йәшәрбеҙ әле беҙ.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Читайте нас: