+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
11 Май 2018, 19:00

Биреле утар

Башҡортостаныбыҙҙа ике ауыл Муллаҡай тигән данлы исемде йөрөтә. Уларҙың береһе баш ҡалабыҙ Өфөнән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ята, ә икенсеһе иһә – Һаҡмар йылғаһы буйында. Мин хал­ҡыбыҙҙың йырҙарында бихисап маҡталған ошо йылға ярында урынлаш­ҡан ауылда тыуғанмын һәм бала сағымды үткәргәнмен. Муллаҡайҙа бер тиҫтә йыл ғына йәшәп китһәм дә, ул күңелемдә мәңгелеккә урын алған. Мин һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусыларым, шул ауылда йәшәгән сағымда кисергән бер мажара хаҡында һөйләп китмәксемен.

Башҡортостаныбыҙҙа ике ауыл Муллаҡай тигән данлы исемде йөрөтә. Уларҙың береһе баш ҡалабыҙ Өфөнән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ята, ә икенсеһе иһә – Һаҡмар йылғаһы буйында. Мин хал­ҡыбыҙҙың йырҙарында бихисап маҡталған ошо йылға ярында урынлаш­ҡан ауылда тыуғанмын һәм бала сағымды үткәргәнмен. Муллаҡайҙа бер тиҫтә йыл ғына йәшәп китһәм дә, ул күңелемдә мәңгелеккә урын алған. Мин һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусыларым, шул ауылда йәшәгән сағымда кисергән бер мажара хаҡында һөйләп китмәксемен.
Халыҡ бесәнгә ана төшә, бына төшә, тип торғанда, беҙгә әсәйемдең бер туған ҡустыһы Әхиәр ағайым килеп етте. Миңә – туғыҙ, ағайыма ун алты йәш самаһы ине ул саҡта. Ҡунаҡҡа килгән көндөң иртәгеһенә ағайым ҡайтырға йыйына башланы. Уның менән бергә өләсәйемдәргә мин дә китергә тейеш инем. «Ҡояш байыу яғына ыңғайлай. Юлға сыға һалығыҙ, – тине әсәйем, беҙҙе оҙатыр алдынан ашыҡтырып. – Биреле утарҙың эргәһенән яҡты мәлдә үтеп ҡалыу хәйерлерәк».
Был урынды мин яҡшы беләм. Әсебейек тауына терәлеп тигәндәй торған бәләкәй генә аҡланда ул. Яҙғы сәсеү мәлендә унда ашнаҡсылар эшселәргә төшкө аш әҙерләй, ә йәй етеү менән бесәнселәр төйәк итә был утарҙы. Өлкәндәрҙең үҙ-ара һөйләшеүенән сығып, мин шуны аңғарҙым: утарҙың эйәһе бар икән. Әгәр ҙә мәгәр берәй кеше төнгөлөккә ошонда йоҡларға ҡалһа, ул мотлаҡ ниндәйҙер мажараға эләгә. Күпселек осраҡта төндәрен түшәмгә ауыр баҫып, кемдер өҫтә йөрөгәнен тыңлап ятырға мәжбүр була бында ҡунырға батырсылыҡ иткән мосафир.
Икенсе тарихты мин ҡолағымды ҡарпайтып тыңланым. Түбә ҡасабаһынан Ишейгә китеп барышлай утарҙа туҡтаған урыҫ иртәнсәк тора алмай яфаланған, имеш. Кемдер уны төндә сисендереп, ҡулдарын күлдәгенең еңдәре менән бәйләп, аяҡтарын салбар балаҡтары менән сырмап, өрлөктәге ике ҙур сөйгә элеп ҡуя. Ғәләмәт ҡаты итеп бәйләнгән төйөндәрҙе теше менән сисеп, төшкөлөккә саҡ сығып ҡаса утар­ҙан Түбә ҡунағы.
Араҡы менән мауыҡҡан кешеләрҙе айырыуса хушһынмай икән утарҙың эйәһе. Ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә бышылдап ҡына ошондай хәбәрҙе һөйләгәндәре иҫтә ҡалған: ныҡ ҡына һуғып алған Мазһар ағай, кем менәндер бәхәскә инеп, төнгөлөккә ошо тынысһыҙ йортта ҡунып сығырға була. «Бире, бире, тыштан ҡап-ҡара тире, йоҡмаһын миңә сире!» – тип һамаҡлап инеп китә ул утарға киске эңерҙә. Ишекте ябыр алдынан, үҙен оҙатып йөрөгән иргә боролоп, маңлайына бармаҡтары менән ике мөгөҙ ҡуйып күрһәтә.
Ҡатыны Әсҡәп апай ирен өс көндән һуң ғына алып ҡайта утарҙан. Сәстәре салланып, күҙҙәре аларып ҡайтып инә үҙ йортона Мазһар ағай. Күбә ҙурлығындағы утлы өйөрмә, төнө буйы уны үҙ ҡосағынан төшөрмәй, өйрөлтөп алып йөрөгән икән. Ошо хәлдән һуң Мазһар ағай эсеүен ташлап, дин юлына баҫҡан, тип һөйләнеләр.
Бөтә был тарихтарҙы мин әкиәт кеүек ҡабул итә торғайным, сөнки ул заманда уҡытыу ғөрөф-ғәҙәттәргә, ышаныуҙарға ҡаршы ҡоролған ине. Шунлыҡтан өләсәйемдәргә бер ниндәй шик-шөбһәһеҙ сығып киттем. Күршелә генә ятҡан Ҡуяндар ауылына йәйәү киттек, сөнки ара ҙур түгел – ни бары биш саҡрым тирәһе булыр. Муллаҡайҙы үтеп, арба юлына төшөп алғас, арттараҡ ҡалдым, сөнки Әхиәр ағайымдың аҙымдары минекенән ҙурыраҡ ине.
Бер сәғәт самаһы ваҡыт үттеме-юҡмы, юл беҙҙе ярайһы ғына бейек ҡалҡыулыҡ түбәһенә килтереп сы­ғар­ҙы. Һул яғыбыҙҙа Ирәндеккә тиклем йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ киңлек асылды, ә уң яҡты иһә суйыр таштарҙан һалынған Әбей тауы ышыҡланы. Бына ошо урында минең күңелемә ҡауға төшкәндәй булды. Әбей тауы артынан көтмәгәндә ҡара-күк төҫтәге кескәй генә йомро болот килеп сыҡты. Мин уға ҡурҡыу ҡатыш сәйерһенеү менән ҡарап торҙом, сөнки ҡәҙимге болотҡа оҡшамаған ине был нәмә. Уның ситтәрен ҡартайған әбейҙең сал сәстәрен хәтерләткән шәлкемдәр уратып алғайны, ә ҡап уртаһынан ҙур бер күҙ ҡарап торған кеүек тойолдо. Ошо кескәй генә йомғаҡ күҙ асып йомған арала ҙурайып, биреле утар яғына ыңғайланы.
Шул саҡ сытырлатып йәшен йәшнәне лә дөбөрләтеп күк күкрәне. «Хәҙер ямғыр кәрәкте бирәсәк. Утар­ға инеп йәшенә һалайыҡ, – тине ағайым. – Һин алға төш тә йүгер, ә мин һинән ҡалмаҫҡа тырышырмын».
Утарҙың ишегенә инде еттек тигәндә генә ҡаршылағы ҡалҡыулыҡ битләүендә үҫкән ҡайынға йәшен атты. Күкһел төҫтәге ут шәлкеменең бер тармағы утарҙың мөрйәһе менән барып тоташты. Дөбөр-дөбөр итеп күк күкрәне һәм ер менән күкте ямғыр шаршауы тоташтырҙы. Шулай ҙа мин ямғырға эләкмәнем: бер аҙ еүешләнә төшкән сәстәремде артҡа һыйпаным да утарҙың соланына инеп йәшендем. Ағайым да, минең артымдан ҡалмайынса, солан ишеген эстән япты. Утар эсенә ул беренсе булып инеп китте. Мин бер аҙға һуңлаңҡырап, сөнки уң аяғымдың табанына ҡаҙалған шырауҙы сығара алмай мәшәҡәтләндем.
Ишекте асып өйгә ингәс, унда ағайымдан башҡа тағы берәү бар икәнен күрҙем. Мейес эргәһенә ҡуйыл­ған ҙур өҫтәлдең уң яғында урта йәштәрҙәге бер кеше ултыра ине. Әхиәр ағайым, ултырғыс булмағанлыҡтан, йыуан ҡайын түмәрҙән уға ҡаршы урын алған. Ағайымдың эргәһендәге бәләкәйерәк түмәр буш икәнлеген күреп, уның янына барып ултырҙым.
Өлкәндәр йылҡы малдары хаҡында һөйләшә. Әхиәр ағайым был юҫыҡта әңгәмәләшеүҙе оло бәхет кеүек ҡабул иткәнен мин тел төбөнән үк аңлап алдым. Хәйер, быға аптырайһы юҡ, сөнки өләсәйемдең ҡара бейәһен ғәмәлдә Әхиәр ағайым ҡарай бит. «Юҡ, был тәңгәлдә мин һинең менән килешә алмайым, – тип һүҙ көрәштерә ине ағайым. – Беҙҙең яҡта ҡонан да, ҡонажын да бер үк йәштәге йылҡы малына ҡарата әйтелә. Башҡорттарҙа аттарҙы йәшенә ҡарап төрлөсә атап йөрөтәләр икәнен беләһегеҙҙер бит. Тыуғандан алып бер йәшкә тиклемге мал ҡолон була. Ә ике йәш тулғас, малҡайҙы тай дәрәжәһенә күсерәләр. Өс йәштәгеһен йә ҡонан, йә ҡонажын, тиҙәр, дүрттәгеһен инде дүнән йәки дүнәжен тип йөрөтәләр. Унан да олораҡ йылҡы малының һәммәһенә лә ат тип өндәшәләр». Әхиәр ағайым шундай ихлас бәхәсләшә, әйтерһең, атҡа дөрөҫ исем ҡушыуға уның яҙмышы бәйләнгән.
Ҡаршыбыҙҙа ултырған ағай йылмайып тыңлап ултырыуын белде – ир ҡорона тулып килгән егеттең ихлас бәхәсләшеүе уның күңеленә хуш килде, ахырыһы. Ә мин иһә ағайымдан ике тиҫтә самаһы йәшкә олораҡ кешенең тышҡы ҡиәфәтен, холҡон өйрәнеп ултырҙым. Күп тап­ҡыр йыуыуҙан ағара төшкән хәрби кейемдәге был ир күңелемә хуш килде. Бер аҙ бөҙрәләнеп торған сәс­тәренә сал төшкәйне уның. Ә ос­тары бөтөрөлөп торған мыйыҡтары иһә ҡап-ҡара, йөҙө ап-аҡ ине. Синыфташ дуҫым Нурулланың атаһы Абдулла ағайҙы хәтерләтте ул.
Тап шул мәлдә яңы танышыбыҙ башын һулға бороп, ҡарашын миңә төбәне. Уның аҡһыл көрән күҙҙәрендә икһеҙ-сикһеҙ тәрәнлек барлығын тойҙом. Аңымда, күңелемдә нимәләр ятҡанын был күҙҙәр үтәнән-үтә күргәндәй тойолдо миңә. Ҡолағыма күкрәктән килгән тауыш килеп инде: «Сәләм, Самат улым! Шырау ингән аяғың һыҙламаймы?» Уның ҡайҙан килеүен шунда уҡ аңлай алманым, сөнки миңә ҡарап ултыр­ған кешенең ирендәре ҡыбырламай ине. Шулай ҙа уның сырайына ҡарап шуны аңланым: минең менән бәйләнешкә ингән кеше тап ул.
Бындай хәл менән ошоғаса осрашырға тура килмәгәнлектән, бер аҙға аптырап ҡалдым. Үҙем дә һиҙмәҫтән ишеткән һорауға яуап бир­ҙем: «Юҡ, бындай ғына яраларға иғтибар бирмәйҙәр беҙҙең ғаиләлә! Мин ул шырау тураһында оноттом да инде». Шуныһы ныҡ ғәжәпләндерҙе – яуап биргәндә ирендәрем бөтөнләй ҡыбырламаны. Мыйыҡлы ағай йылмайҙы ла, әйткәнеңде аңланым, тигәндәй, ҡарашын бер аҙға аҫҡараҡ төшөрҙө. Шунан башын яңынан Әхиәр ағайым яғына борҙо.
Йылҡы малы хаҡындағы әңгәмә яңынан башланып китте. Мин иһә кеҫәмдә ятҡан сәтләүекте сығарып, өҫтәл өҫтөндә тәгәрәтергә керештем. Шәберәк ырғытҡайным, береһе өҫтәл аҫтына барып төштө. Уны эҙләп, мин аҫҡа төшөп киттем. Ҡараңғыла оҙаҡ ҡына һәрмәнһәм дә, таба алманым. Күҙҙәрем ҡараңғыға өйрәнеп алғайны, өҫтәл аҫтынан тиҙ генә сығып китеү яғын ҡараным. Ни өсөн тигәндә, шундай мөғжизәгә тарыным – һөйләп аңлатырлыҡ түгел! Ағай кешенең салбарынан аяҡ кейеме түгел, ә ике… бүре тояғы һерәйеп тора ине.
Аңланым: ағай сүрәтенә кергән йән эйәһе кеше түгел, ә бире ине. Ни эшләргә белмәй, ағайыма ҡараным. Тиҙерәк сығып ҡасыу яғын уйларға кәрәк ине беҙгә. Ә ул, бер нәмәгә лә иғтибар бирмәй, яңы танышы менән бәхәс ҡороуын дауам итте. Шул саҡ мейемә ошондай уй килеп инде: «Ҡурҡма, мин һиңә лә, ағайыңа ла насарлыҡ эшләргә йыйынмайым. Сәтләүегең минең уң аяғым эргәһендә ята. Төшөп ал».
Тағы ла өҫтәл аҫтына төшөп киттем. Сәтләүек, ысынлап та, ағайҙың уң аяғы эргәһендә ята ине. Бер ниндәй ҙә бүре тояғын күрмәнем мин был юлы. Ағай ялтырап торған күн итек кейеп ултыра ине!
Ямғыр тыма башлағандай тойолдо. Шул саҡ тыштан килеп туҡтаған матай тауышы ишетелде. Мин йәһәт кенә тороп тышҡа сыҡтым. Ҡараһам, күтәрмә эргәһендә көймәле иҫке генә матай тора. Ике кеше аяҡ өҫтө тора, ә берәүһе аяғын көймәнән төшөрөп, ҡалҡырға маташа ине. Был кешеләрҙе күреү менән йөрәгемә ҡауға төштө, сөнки уларҙың берәүһе танылған һуғыш суҡмары икәнен белә инем инде. Өләсәйемдең ауылына йыш ҡына килеп талаш сығарып йөрөгәненә үҙем ике мәртәбә шаһит булдым.
Мин йәһәт кенә өйгә уҡталдым. Артымса уҡ теге кешеләр утар эсенә килеп инде. Улар Әхиәр ағайым менән бер йәш самаһындағы егеттәр ине. Теләр-теләмәҫ кенә һаулыҡ һорашҡандан һуң, ике егет һулда тор­ған эскәмйәгә барып ултырҙы. Ә һу­ғышҡаҡ егет өйҙә кемдәр ултырыуын ҡараштыра башланы. «Ә-ә-ә, һин дә бында икәнһең, Ҡуяндар батыры! – тине ул, ағайымды танып алғас. – Һин үткән аҙнала ауыл хакимиәтенә барып, миңә ҡаршы хәбәр һөйләп йөрөгәнһең икән. Сыҡ әле бында, икмәк шүрлегеңдең ныҡлығын тикшереп алайым».
Әхиәр ағайым кеше менән сәкәләшеп, низағлашып йөрөгән кеше булмағанлыҡтан, мин уға нисек тә ярҙам итеү юлын эҙләнем. Ишек төбөндә торған егет ағайымдан бер башҡа ҡалҡыуыраҡ һәм кәүҙәгә лә ике тапҡыр самаһы ҡалыныраҡ ине. Ул эре аҙымдар менән алға үтте лә ағайымды күлдәгенән тотоп, ишек яғына һөйрәй башланы. Шул саҡ хәрби кейемдәге ағай урынынан тороп, ҡаты тауыш менән бойороҡ бир­ҙе: «Ебәр Әхиәр ҡустыны! Мине сығырымдан сығарма. Ямғыр, ана, тымды. Дуҫтарыңды ал да юлыңда бул».
Һуғыш суҡмары йәтеш кәүҙәле ағайҙы башынан алып биленә тиклем үлсәп алды ла ағайымды этеп ебәреп, үҙенә ҡаршы сығырға батырсылыҡ иткән кешегә боролдо. Ҙур сүлмәкте хәтерләткән йөҙө ҡыҙарҙы, күҙҙәренә ҡан һауҙы. Уң ҡулын алға һуҙып, ул өҫтәл аша ағайҙың иҙеүенән эләктереп алмаҡсы булды. Яр­ҙам­ға эскәмйәнән бер егет килеп торҙо.
Шул саҡ ғәжәйеп хәл булды: хәрби кейемдәге ағай өҫтәл аҫтына инеп юғалды. Күҙ асып йомған арала, ағайым менән үҙем ултырған ике түмәр араһына саҡ һыйып, ғәләмәт ҙур йыртҡыс килеп сыҡты. Был мөһабәт кәүҙәле йәшәгән бүре ине. Зәңгәрерәк төҫкә тартымы булған ап-аҡ тештәрен күрһәтеп, ҡот осҡос итеп ырылдаған тауыш сығарҙы. Уны ишетеү менән үҙем дә һиҙмәҫтән мейес артына барып боҫтом. Бүре һуғыш­ҡаҡ егетте бишмәтенән эләктереп алды ла үҙенә ҡарай тартты. Иҫке генә туҡыма бындай көслө тартыу­ҙан шытырлап йыртылды һәм бишмәткә төрөнгән егет иҙәнгә барып төштө.
Ғәйрәтле был йыртҡысҡа мин ҡур­ҡыу ҡатыш һоҡланыу менән ҡарап ултырҙым мейес артынан. Бүренең һомғол кәүҙәһе утар эсендә өйөрмә кеүек уйнаны. Мөйөштән мөйөшкә табан хәрәкәт иткәндә уның кәүҙәһе ҙурайып китте, ә ишек янына килеп туҡтағанында кесерәйеп ҡалды. Башы иҫ киткес күркәм ине уның: ике ҡолағының араһынан алға ҡарай ҡап-ҡара ямау төшкәйне, ә күҙҙәренең ике яғын бер үк ҙурлыҡтағы яҫы ҡулсалар уратып алғайны. Аҡһыл төҫтәге был ҡулсаларға тоташып тигәндәй, бүренең башын ике яҡтан да шул уҡ төҫтәге сикә һаҡалдары биҙәп торҙо.
Тағы шуға иғтибар иттем мин: егеттәрҙең береһен дә ҡанға батыр­ғансы тешләмәне бире-бүре. Күберәк кейемдәренән эләктереп алып, уңлы-һуллы һелкетте ул һуғыш суҡ­марҙарын. Ҡасыу юлын бикләгән бүрегә ҡарап, ни эшләргә белмәй үрһәләнде өс юлбаҫар. Ахыр сиктә, уларҙың башлығы мин ултырған түмәрҙе кинәт кенә күтәреп, тәҙрәгә ҡарай ырғытты. Шалтыр-шолтор итеп быяла ҡойолоп төштө һәм өс егет бер-бер артлы тәҙрәнән сығып ҡасты. Күп тә үтмәне матай тауышы ишетелде. Бер аҙ үкерткәндән һуң, егеттәр уны юлға сығарҙы – тауышы яйлап кәмене.
«Әхиәр ҡустым, һин ҡустыңды ал да юлыңды дауам итеү яғын ҡара. Ике сәғәттән егеттәр кире килмәксе һәм утарға ут төртмәксе. Минең йорттарым күп, шуларҙың берәйһенә күсеп китергә кәрәк. Йылҡы малын бик яратаһың икән, Әхиәр улым. Киләһе тормошоңдо атттар менән бәйлә», – тине хәрби кейемдәге ағай беҙҙең менән бөтөнләйгә хушлашыр алдынан.
Шунан минең яҡҡа боролоп күҙ ҡыҫты ла: «Юғалтма сәтләүегеңде, Самат улым. Башыңды күтәреп, өҫкә күҙ һал әле. Өрлөктәге ике ҙур сөйҙө күрәһеңме? Илле йылдан һуң дуҫың менән һин ошо утар эргәһенән үтеп китәсәкһең. Шул сәйәхәтегеҙ ваҡытында һин шул сөйҙәрҙең берәүһен мотлаҡ табасаҡһың». Ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә хәрби кейемдәге ағай Әсебейек яғына атлап китте. Бер аҙ бар­ғас, кинәт кенә бүре ҡиәфәтенә кереп, сауҡа араһына инеп юғалды…
Ҡайтып ингәс, беҙ өләсәйебеҙгә ошо мөғжизә хаҡында ҡат-ҡат һөйләп ишеттерҙек. «Ах» та «ух» тигәнерәк ауаздар сығарып, ул беҙҙе ихлас тыңланы. Аҙаҡтан, йомғаҡлар­ға теләгәндәй: «Боронғолар әйтә тор­ғайны: бөтә биреләр ҙә әҙәмгә зыян килтереп бармай. Улар араһында изгелекле йәндәр ҙә осрай. Һеҙгә шундай биреләрҙең берәүһе тап бул­ған икән».
…2010 йылда дуҫым Юлай менән Ҡаҡтуғайҙан Байымға китеп барышлай, утар урынында туҡтап, ял итеп алдыҡ. Унда бер нәмә лә юҡ ине, сөнки бөтә ерҙе күпереп үҫкән туҡранбаш ҡаплағайны. Шулай ҙа мин ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткән ҡал­ҡыу урынды таяҡ менән таратып ташларға булдым. Ерҙән дүрт-биш иле тәрәнлектә батша заманында һуғылған ҙур дүрт ҡырлы сөй килеп сыҡты. Был хәрби кейемдәге ағай күрһәткән ике сөйҙөң береһе ине.
Күҙҙәремде йомоп, мин бер аҙға тынып ҡалдым. Керпектәремде һөрт­һәм, улар икеһе лә еүеш ине. Баҡыйлыҡҡа киткән өләсәйем менән Әхиәр ағайымды иҫкә төшөрөүҙән килеп сыҡты, ахырыһы, күҙ йәштәре. Бәлки, беҙҙе ҡурсалап алып ҡалған хәрби кейемдәге ағай­ға рәхмәтем бул­ғандыр был. Әйтә алмайым.

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ.
Читайте нас: