Хикәйә
Ишек шап итеп ябылды. Атып бәргән портфель ҡырыйы менән барып төштө. Аяҡтарҙан туфлиҙар осто.
– Атай! Әсәй! – алғы бүлмәлә тауыш ишетелде. – Мин ҡайттым!
– Ишетәбеҙ, Ксюша, ишетәбеҙ! – тип яуапланы аш бүлмәһенән әсәһе.
– Нисегерәк бит әле! – тип раҫланы бүлмәнән ҡыҙын ҡаршыларға сыҡҡан атаһы.
– Һин мәктәптән сығыу менән ишеттек.
– Нисек улай? – Ксения аптыраны.
– Бына шулай, – атаһы аңлата башланы, – эттәр кемуҙарҙан өрҙө, һинең артыңдан эйәрҙеләр, буғай.
– Минең арттан түгел, – ҡыҙҙың асыуы килде, – унда мин генә булғандыр шул? Серёжка Волков та бар ине. Беләһегеҙме уның нисек йүгергәнен?
– Волков икән, улайһа, эш башҡа. Уның артынан эттәр тотам да ҡалмай. Ә һинең мәктәптә хәлдәрең нисек?
– Бер нисек тә түгел, – Ксения яуаптан ситләште, һыңар аяғында әйләнде лә атаһы янынан һикерәңләп аш бүлмәһенә үтте, әсәһенең яңағынан суп итеп үбеп алғас, бүлмәһенә инеп юғалды.
Биш минутлап үтеүгә, атаһы ишек шаҡыны:
– Ксюша, ниндәй яңылыҡтарың бар?
Ишек бер аҙ асыла төштө, ҡыҙ башын тығып:
– Атай, барыһы ла элеккесә, – тине.
– Зинаида Григорьевна күберәк уйнарға ҡушты.
– Улайһа, ултыр ҙа һис юғы төшкә тиклем уйна.
Ксения пианино янына барҙы. Ҡапҡасын асты:
– Аппетит өсөн уйнарғамы ни?
Пианино алдындағы ултырғысҡа ултырғас, ҡыҙ ауыр һуланы ла... атаһына боролдо:
– Атай, беләһеңме... Минең рәсемдән дә эштәрем шәп түгел. Әллә һүрәт төшөрәйемме?
– Һуңынан төшөрөрһөң, – тине атаһы ҡәтғи генә үҙе диванға ултырып алып. – Әйҙә, уйна, мин тыңлайым, – тип үтенде.
Ксения йәнә көрһөндө. Ноталар алып, биттәрен аҡтарҙы:
– Улайһа, мин һиңә концерт ҡуясаҡмын.
– Концерт икән, концерт, – атаһы ризалашты.
Ҡыҙ ноталарҙы пюпитрға ҡуйҙы ла арҡаһын турайтып, клавишалар өҫтөндә ҡулдарын күтәрҙе. Атаһына боролоп, көтмәгәндә:
– Сергей Михайлович, ни өсөн һеҙ бындай ҡиәфәттә ултыраһығыҙ? – тип һораны. – Һеҙ бит консерваторияға килгәнһегеҙ!
Атаһы үҙенә күҙ һалып, ғәжәпләнеп һораны:
– Нисек «бындай ҡиәфәттә»?
– Йолҡош ҡиәфәтендә! Күлдәгең таушалған, салбар урынына күнекмә ыштаны кейгәнһең, тағы ла, – Ксения нәҙек ҡаштарын йыйырҙы, – шлёпанцыла!
Хәҙер инде атаһы үпкәләп ҡаштарын йәмрәйтте. Ауыҙын асҡайны ла, тик әйтер һүҙ тапманы. Шым ғына күлдәген рәтләштерҙе, ҡыйынһынып аяҡтарын йәшерергә тырышты.
– Етмәһә, ҡырынмағанһың! – тип дауам итте ҡыҙ.
Сергей Михайлович шырт баҫҡан эйәген усы менән һыйпаны ла ауыр ҡуҙғалып дивандан торҙо.
– Ярай, концертҡа иртәгә килермен, – тине ул. – Рәсемдән ниндәй ҡыйынлыҡтарың бар?
– Тимәк, мин ир-ат түгелмен, сөнки өйҙә ҡаҙаҡ та ҡаҡмағанмын? – тип ҡысҡырынды атайым. – Күрерһегеҙ әле бына!
Ул үпкәләп келәткә йүгерҙе, унда оҙаҡ ҡына нимәлер эҙләне. «Тфү, шайтан», – тип төкөрөндө. Ниһайәт, бер ҡулына – сүкеш, икенсеһенә ҙу-у-ур ҡаҙаҡ тотоп килеп сыҡты.
– Бына! – Атайым йәһәт кенә, ни бары ярты сәғәт араһында, стенаға ҡаҙаҡ ҡаҡты.
– Атай, һин уны ниңә ҡаҡтың? – тип һораны Верка.
– Әсәйегеҙ юҡ-бар һөйләмәһен өсөн! – сүкеш менән һуҡҡан бармағын һелккеләп, ауыр һулап, атайым еңеүле ҡараш ташланы.
– Был ҡаҙаҡ беҙгә ниңә кәрәк? – тип һорайым.
– Белмәйем, Матвейка, белмәйем... Ни... тора бирһен!
Дөбөр-шатыр килгәнде ишетеп, бүлмәгә ингән әсәйем ғәжәпләнеп бөтә алманы.
– Был нимә? – тип һораны ул.
– Стена, – тип яуапланы Верка.
– Стена икәнлеген күрәм, – тине әсәйем. – Ә унда нимә?
– Ниңә? – тип һораны әсәйем.
– Белмәйем, – тине Верка.
– Ә атайығыҙ ҡайҙа? – тип һораны әсәйем.
– Мин бында, – тине атайым әкрен генә.
– Был ҡаҙаҡты ни өсөн ҡаҡтың? – тип һораны әсәйем тын ғына.
– Былай ғына, – тип яуапланы атайым.
– Һурып ал, – тине әсәйем.
– Хәҙер, – атайым тағы ла келәткә йүгерҙе. Унда тағы ла бик оҙаҡ нимәлер эҙләне, ниһайәт, ҡаҙаҡ һурғыс тотоп килеп сыҡты.
Атайым ҡаҙаҡты һурырға тотондо, тик булдыра алманы.
– Уф-ф... – ул ун биш минуттан һуң көрһөндө, – ныҡ ҡаҡҡанмындыр, күрәһең.
– Ныҡтыр инде, – тип раҫланы әсәйем әкрен генә. – Булдыҡлы ир.
– Эйе! – тине атайым, ғорурланып.
– Әйҙә, ашарға, һөнәрмән, – тине әсәйем атайыма. – Һеҙ ҙә ҡалмағыҙ. Вера, Матвейка, ҡулығыҙҙы йыуығыҙ ҙа өҫтәл янына ултырығыҙ!
Беҙ киске ашты ашаныҡ. Йоҡларға ятыр алдынан мин атайымдың портретын төшөрҙөм дә теге ҡаҙаҡҡа элеп ҡуйҙым. Ләкин ул шунда уҡ иҙәнгә осто, ә өҫтөнә ҡаҙаҡ килеп төштө.
Ә бөгөн иртән атайым коридорҙа янған лампочка урынына яңыһын бороп ҡуйҙы. Бик һәйбәт булған, ул сағыу яҡтырта. Сөнки беҙҙең атай – булдыҡлы ир-азамат. Дөрөҫ, бынан һуң күршеләребеҙҙең яртыһында электр янып сыҡты. Уларҙа ла булдыҡлы ир-азаматтар булырға тейеш. Үҙҙәре төҙәтһендәр. Һөнәрмәндәр.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәләре.