+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
7 Сентябрь 2018, 15:16

Таныш күнәк

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА

Хикәйә

– Минең һатыусы бул­ғым килә!Сәлимдең был көтөлмәгән белдереүенән сәй эсеп ултырған ата-әсәһе аптырап ҡалды. Был ни хәбәр тағы? Атаһы уртлаған сәйен саҡ йотто, сәсәп китте хатта. Ул:– Һи-һий! Һин шомбай­ҙан ниндәй һатыусы сыҡһын! – тип көлөмһөрәүгә һеңлеһе Гөлиә ағаһының ҡабырғаһына төртөп алды.Сәриә иренең ғәҙәттәгесә кире һөйләүенә асыуы килде.

– Минең һатыусы бул­ғым килә!

Сәлимдең был көтөлмәгән белдереүенән сәй эсеп ултырған ата-әсәһе аптырап ҡалды. Был ни хәбәр тағы? Атаһы уртлаған сәйен саҡ йотто, сәсәп китте хатта. Ул:
– Һи-һий! Һин шомбай­ҙан ниндәй һатыусы сыҡһын! – тип көлөмһөрәүгә һеңлеһе Гөлиә ағаһының ҡабырғаһына төртөп алды.
Сәриә иренең ғәҙәттәгесә кире һөйләүенә асыуы килде.
– Гел шулай арҡыры төшәһең дә тораһың. Баланың хыял ҡанатын һындырып… Шул да булдымы холоҡ!
– Дөрөҫө шул булғас.
– Атаһы…
Сәриә иренә бер ҡараш ташлауға тегеһе шып туҡтаны.
«Күрһәтермен әле мин һеҙгә шомбайҙы! Тымыҡ күлдә шайтандар барлығын», – тип Сәлим эстән генә уйланы ла, ҡуйы ҡаштарын төйөрөп, иренен ҡымтып ҡуйҙы.
– Нишләп шымдың? – тип әсәһе улының ар­ҡаһынан һөйҙө. Еңелмә, бирешмә, улым, тигәндәй, өҫтәп ҡуйҙы. – Йә, берәй һүҙ әйт.
– Әллә…
Улынан шундай ҡыҫҡа яуап алырына шиге юҡ ине, һүҙгә бигерәк һаран инде.
– Ана, хатта бер һүҙен дә йәлләй бит ул. Һатып алыусы әйберең ни саҡлы, тиһә, бер тиерһең дә һумын да әйтмәй торор­һоңмо икән? – тип тағы һүҙгә ҡыҫылды атаһы.
– Әй, әттәгенәһе, бына һағыҙаҡ! Бәйләнмә әле балаға! – тип әсәһе һаман улын яҡлашты.
Өләсәһе өндәшмәй генә сәй эсеп ултырҙы ла:
– Сеү… Сәлим бәләкәй бит, етелә генә уҡый, уҡыу тамамлағансы һөнәрен ҡырҡҡа әйләндерер әле. Ҡуйсы, буш менән булышмағыҙ. Бер кеше асыулан­ғанда үҙен тыйып ҡала алһа, Аллаһы Тәғәлә уның үҙенә лә асыуланмаҫ. Телен тыя белһә, Хоҙай уның үҙенең дә серҙәрен һаҡлар. Асыуланышмай ғына, табын рәтен ебәрмәй генә тәмләп сәй эсәйексе, – тип үҙ һүҙен әйтергә ашыҡты.
Өйҙә гел ошолай ата-әсәһе бәхәсләшергә тотонһа, өләсәһе улар­ҙы көйләһә, Гөлиә ниндәй ҙә булһа берәй хәбәрен ҡыҫтырып ебәрә. Был юлы ла ситтә ҡалманы.
– Өләсәй, иртәгә минең тыуған көнөм икәнде Алла бабай һиңә әйттеме?
– Ана шул сер тигәнемә ишара инде… – өләсәһе һәр береһенә йылмайып ҡына ҡараш һирпте.
– Ысынлап та, атаһы, ҡыҙыбыҙға берәй нәмә уйларға кәрәк тәһә.
– Мине беләһең бит, әсәһе, эш күп, ҡасан ҡайтырымды эт белһен! – тине, һәр ваҡыттағыса, дорфа ғына.
– Ғүмер буйы ваҡытың булманы инде, – тип әсәһе асыуланды.
– Киленкәйем, балалар мәктәптән ҡайтыуға тәмлекәстәр менән өҫтәл әҙерләрбеҙ. Байрам табынына улым ҡайтып өлгөрһә, шул еткән. Аҡса эшләй бит ул, аҡса… – тип улының арҡаһынан тупылдатып һөйөп, уны көйләп-майлап ҡуйҙы.
– Аҡса, аҡса! Аҡса беҙҙә бер моҡсай! – тип өҫтәп ҡуйҙы Сәлим.
– Йә-йә, һатыусы! Телләшмә! Үсекләшергә ярамай! – тип әсәһе улына бармаҡ янаны.
Иртәгеһен ҡатынының әйткән утлы һүҙҙәре ирҙең күңелендәге быҫ­ҡыған күмерҙе тоҡандырып ебәр­ҙе, буғай. Иртәрәк ҡайтырға тырышты. Магазинға туҡтап ҡурсаҡ һатып алырға ла өлгөрҙө. Янында емеш-еләк һатыу­сыларҙы күреп, ҡыҙы ярат­ҡан яңы ғына бешкән ҡурай еләге алды. Юғиһә, үҙҙәренең баҡсаһында әллә өлгөргән, әллә юҡ.
Ҡәнәғәт төҫ менән ҡайтып инеүгә өйҙә байрам табыны көтә ине. Өҫтәл янында йүгергеләп йөрөгән Сәриә иренә һораулы ҡараш ташланы.
Әсәһе шул арала, килен берәй һүҙ ысҡындырмаһын, тигәндәй:
– Собханалла, улым, мәлендә ҡайтып индең.
– Ай-һай, ҡояш тупһа аҫтынан килеп сыҡма­һын! – тип төрттөрҙө әсәһе.
Атаһы тиҙ генә бер күнәк турғай башындай ҡып-ҡыҙыл еләктәрен ҡыҙына тотторҙо һәм ҡурсағын бир­ҙе.
– Ҡыҙым, тыуған көнөң менән! Һау-сәләмәт бул! И-и-ий, минең матурымды! – тип ҡосаҡланы. Шул арала ситтәрәк улының аҡыллы итеп хәбәр һөйләүенә һоҡланып торған өләсәһе лә сабырһыҙланып, ейәнсәренә ҡотлау һүҙҙәрен теҙә башланы.
– Ейәнсәремә Ер йөҙөндәге иң күркәм теләктәремде еткерәм. Һауыт-һабаны таҙа тотоу, ишек алдын таҙартып тороу, күңелеңде һәр төрлө насарлыҡтан саф килеш һаҡлау – имандың яртыһы, тиҙәр. Балаҡайым, иманлы бул. Изге ниәт ғәмәлдән хәйерлерәк, изге ниәтле, кешелекле бул. Хоҙай ил биҙәге булып йәшәргә насип итһен.
Дин тотҡан өләсәһенең матур хәҙистәренән, теләктәренән һуң башҡалар иһә телһеҙ ҡалды. Шулай ҙа башланған ҡотлауҙар дауам ителде.
– Йә, һатыусыға һүҙ бирегеҙ! Иң матур һеңлемә минән бүләк! – Сәлим бик серле генә уйынсыҡты тотторҙо.
– Аҡсаны ҡайҙан алдың, шилма малай! Урлашып йөрөйһө булма!
Атаһы улына асыуын һирпеп, уҫал ҡарап ҡуй­ҙы.
– Атайға ҡарап үҫәләр, тигәндәй, улым, һин үҙең кешенең бер энәһенә бул­һа ла тейгәнең бармы һуң? – тип өләсәһе шелтәле ҡарашын уға төбәне.
Сәриә байрам кәйефен төшөрмәҫ өсөн барыһын да байрам табынына саҡырҙы.
Күңелле итеп ашап ултырғанда Сәлим йылмайып:
– Үҙ баҡсағыҙҙа үҫкән емештәй күреп, ҡурай еләгенән дә ауыҙ итегеҙ, – тине.
Атаһы ҡурай еләге алған һатыусы малайҙы иҫләгәнсе, әсәһе көлөп ҡуйҙы:
– Был күнәкте йәтеш күреп, Өфөнән алып ҡайт­ҡайным, тағы кемдә бар икән, тип таныш күреп ҡараһам… Әлдә күнәгем кире ҡайт­ҡан. Сәлим улым, рәхмәт!

Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: