Хикәйә
Фронт һыҙығынан алыҫ түгел имен ҡалған вокзал эсендәге иҙәндә йоҡлаусы ҡыҙылармеецтар тәмле хырылдай; ял итеү бәхете уларҙың талсыҡҡан йөҙҙәренә яҙылған.
Икенсе юлда дежур паровоздың ҡыҙған ҡаҙаны әкрен генә бызырлай, әйтерһең, әллә ҡасан ташланған йорттан йәнгә тыныслыҡ биреүсе бер төрлө тауыш йырлай. Ләкин вокзал бинаһының кәрәсин лампаһы яҡтыртҡан мөйөшөндә кешеләр ара-тирә бер-береһенә әүрәтеү һүҙҙәре бышылдай, тиҙҙән улар ҙа тынып ҡала.
Унда тышҡы ҡиәфәттәре менән түгел, ә ҡояшта янған йыйырсыҡлы мөләйем йөҙҙәре менән бер-береһенә оҡшаған ике майор тора. Улар малайҙы ҡулынан тотоп алған, ә тегенеһе командирҙарға ялбарып ҡарай. Ысҡынып китергә теләгәне күренеп тора. Малайға ун йәштәр тирәһе, ул күпте күргән һуғышсы кеүек, тәненә һылашып торған һоро шинель, пилотка, үҙенең аяғына үлсәп тегелгән итек кейгән. Ябыҡ, елдән ярылған, ләкин йонсомаған, тормошҡа яраҡлашҡан, хәҙер инде күнеккән бәләкәй йөҙө әле бер майорға төбәлгәйне. Баланың яҡты күҙҙәре уның һағышын асыҡ күрһәтә, гүйә, йөрәгенең тере ҡабы. Офицерҙарҙың береһе атаһы йәки өлкән дуҫы булырға тейеш, малай унан айырылғанға бошона.
Икенсе майор баланы тынысландырып иркәләй, ләкин малай быға битараф ҡалды. Беренсе офицер ҙа бошонҡо, ул балаға бышылдай: тиҙҙән мин һине үҙемә аласаҡмын, беҙ башҡа бер ваҡытта ла айырылышмаҫ өсөн яңынан осрашасаҡбыҙ, ә хәҙер бер аҙға ғына хушлашабыҙ. Малай, әлбиттә, ышана, ләкин бер кешегә генә эҫенгән һәм уның менән алыҫта түгел, ә гел бергә булырға теләгән йөрәген дөрөҫлөктөң үҙе лә тынысландыра алмай. Йәнәһе, йөрәге яңғыҙ ҡала алмай, бер үҙем ҡалғас үлермен, тип ҡурҡа. Һуңғы үтенес һәм өмөт менән малай үҙен ят кеше ҡулына ҡалдырып китеүсегә ҡараны.
– Йә, Серёжа, әлегә һау бул, – тине малай яратҡан теге майор. – Һин ул тиклем һуғышырға ашҡынма, үҫкәс тә өлгөрөрһөң. Немецҡа ташланма, мин һине тере, бөтөн килеш осратырға тейеш, шуға үҙеңде һаҡла. Йә, нимә һин, нимә һин – бирешмә, һалдат!
Серёжа илап ебәрҙе. Майор уны күтәреп, битенән бер нисә мәртәбә үпте. Ул бала менән сығырға йүнәлде. Икенсе майор ҙа, ҡалдырған әйберҙәрен миңә ҡарап торорға ҡушып, тегеләр артынан эйәрҙе.
Бала оҙатып ҡалыусының ҡосағында әйләнеп килде. Тегенеһе яғымлы һүҙҙәр менән йыуатһа ла, ҡулынан килгәнсә үҙенә ылыҡтырһа ла, ул барыбер ятһынып һәм ҡурҡып ҡараны.
Киткән майорҙы алыштырған икенсе майор шымып ҡалған баланы оҙаҡ өгөтләне, ләкин малай, бер тойғоға һәм бер кешегә тоғро ҡалып, уны үҙ итмәне.
Станциянан алыҫ түгел зениткалар атырға тотондо. Малай уларҙың яңғырауыҡлы тауыштарына ҡолаҡ һалды, ҡарашында ҡыҙыҡһыныу уянды.
– Уларҙың разведчигы килә! – тине ул үҙ-үҙенә әйткәндәй шым ғына. – Бейектән оса, зениткалар тейҙерә алмаясаҡ, унда истребитель ебәрергә кәрәк.
– Ебәрерҙәр, – тине майор. – Унда беҙҙекеләр ҡарай.
Беҙгә кәрәкле поезд иртәгәгә генә көтөлә, шуға өсөбөҙ ҙә ятаҡҡа киттек. Унда майор баланы үҙенең тыңҡыслап тултырылған тоғонан ашатты. «Был тоҡ һуғышта мине ныҡ йөҙәтте, – тине ул, – шул уҡ ваҡытта мин уға ныҡ рәхмәтлемен!»
Тамаҡ ялғап алғас, малай йоҡланы. Майор Бахичев миңә уның яҙмышын һөйләне.
– Сергей Лабков – полковник һәм хәрби табип улы. Атаһы менән әсәһе бер полкта хеҙмәт иткән, шуға күрә берҙән-бер улдарын да үҙҙәре менән бергә йәшәһен, армияла үҫһен өсөн яндарына алғандар. Серёжа әле унынсы йәше менән бара. Бер мәл ул атаһының блиндажда бер офицер менән һөйләшеп, немецтар киткәндә полктың ҡорал запасын мотлаҡ шартлатыр, тип борсолоуын ишетә. Полк бынан алда ғына фашистарҙың ҡамауынан сыға. Ҡотолалар, әммә дошман ҡулында үҙҙәренең запас ҡорал складын ҡалдыралар. Хәҙер полк алға барырға һәм юғалтылған ерҙе, ундағы мөлкәтте, шулай уҡ ихтыяж ҙур булған хәрби запасты ла кире ҡайтарырға тейеш. «Улар беҙҙең складҡа сым үткәргәндәрҙер инде, сөнки сигенергә тура киләсәген беләләр бит», – ти ул ваҡытта полковник, Серёжаның атаһы. Малай бөтәһен дә ишетеп торғас, өлкәндәрҙең ни өсөн борсолғанын аңлай. Уға полктың сигенгәнгә тиклем ҡайҙа урынлашыуы билдәле була. Бәләкәй, сибек, хәйләкәр малай төндә беҙҙең складҡа тиклем шыуышып бара ла шартлатҡысҡа тоташтырылған сымды өҙә. Әгәр уны немецтар ялғаһа, яңынан өҙөр өсөн складты һаҡлап, тағы ла бер тәүлеккә ҡала.
Тиҙҙән Серёжа дошман тылының эсенәрәк үтеп инә. Унда билдәләр буйынса полк йәки батальондың команда пунктын асыҡлай, өс батареяны әйләнеп йөрөп сыға, барыһын да теп-теүәл хәтерендә ҡалдыра. Ә әйләнеп ҡайтҡас, атаһына картала уларҙың нисек һәм ҡайҙа урынлашҡанын күрһәтә. Шунда уҡ дошман өҫтөнә ут яуҙыралар. Барыһы ла дөрөҫ килеп сыға, улы атаһына аныҡ билдәләр биргән. Немецтар юҡ ителә.
Бына шулай йәшәй ул атаһы, әсәһе, һуғышсылар менән. Бала кеше бит, уға барыбер ҡыйын инде. Әсәһе улын тылға ебәрергә була. Ләкин Серёжаның армиянан киткеһе килмәй, бында өйрәнгән бит. Ул атаһының урынбаҫары Савельевҡа, тылға бармаясаҡмын, немецтарға әсирлеккә ҡалып, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һеҙгә еткерәсәкмен, әсәйем мине һағынғас, яңынан атайым янына часҡа ҡайтырмын, ти. Ул, бәлки, шулай эшләр ҙә ине, сөнки холҡо хәрбиҙәрсә.
Малайҙы тылға оҙатырға әмәлен тапмайҙар. Ә һуңынан ҡайғы килә. Полковник атаһы, һуғыш әллә ни ҡаты булмаһа ла, етди яраланып, ике көндән ялан госпиталендә үлә. Әсәһе лә ауырый, яфалана, иренән байтаҡ алда ике ярсыҡ яраһы ала, береһе күкрәк ҡыуышлығында була. Ире һәләк булып, бер ай ваҡыт үткәс, ул да баҡыйлыҡҡа күсә. Сергей етем ҡала...
Полкка майор Савельев командалыҡ итә башлай. Командир малайҙы үҙенә ала, уға атай ҙа, әсәй ҙә була, яҡын кешеһенә әйләнә.
– Мин уларҙың часынан түгел, бүтән урындан. Ләкин Володя Савельевты электән беләм. Уның менән фронт штабында осраштыҡ. Савельевты камиллаштырыу курсына ебәрҙеләр, ә мин бында икенсе эш буйынса булдым, әле часыма ҡайтып барам. Майор кире әйләнеп ҡайтҡансы малайҙы ҡарап торорға ҡушты... Володя ҡасан ҡайта әле, уны ҡайҙа ебәрәләр, етмәһә! Быныһы һуңынан асыҡланыр...
Майор Бахичев ойоп йоҡоға талды... Серёжа Лабков, күпте күргән, күпте кисергән оло кешеләй, йоҡлағанда хырылданы, ҡайғы-хәсрәттән һәм хәтирәләрҙән арыған йөҙө һуғыш алып киткән изге бала саҡ образы булып тынысланды, ғәйепһеҙ бәхетлегә әйләнде.
Эңер төшөр алдынан оҙон июнь көнөнөң аҙағында ғына уяндыҡ. Хәҙер беҙ өс карауатта икәү – майор Бахичев һәм мин, ә Серёжа Лабков юҡ ине.
Майор борсолдо, ләкин һуңынан, малай ҡайҙалыр аҙға ғына киткәндер, тигән ҡарарға килде. Аҙаҡ беҙ уның менән вокзалға барҙыҡ, хәрби комендантҡа индек, шулай ҙа бәләкәй һалдатты һуғыштың кеше мыжғып торған тылында бер кем дә күрмәгәйне.
Серёжа Лабков беҙгә иртәгәһен дә ҡайтманы. Уның ҡайҙа киткәнен бер Хоҙай ғына белә: бәлки, кескәй йөрәгенең зарығыу тойғоһо үҙен ташлап киткән кеше артынан әйҙәгәндер, бәлки, атаһы менән әсәһе ерләнгән ергә, атаһының полкына, юлланғандыр.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.