0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
28 Июнь 2019, 11:48

Илама, Гөлназ!

Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендєге дәүләт премияһы лауреаты Ринат КАМАЛға – 65 йәш Яҙыусы Ринат Камал 1954 йылдың 28 июнендә Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. «Бәлә» (1993), «Таня-Таңһылыу» (1996), «Мөхәббәт дошмандары» (2001), «Оҙонтал» (2004), «Әлфирә» (2008), «Кеше драмаһы» (2014), «Мединститут «эше» (2015) китаптары авторы. Балалар өсөн хикәйәләре «Йән­шишмә», «Йәшлек» гәзиттәрендә, «Аманат» журналында донъя күргән.


Ринат КАМАЛ

Хикәйә

Гөлназдың ҡалала йәшәгән ике туған Ғәлимйән ағаһы ялға ҡайтып төштө. Ғаиләһе менән. Ҙур ҡыуаныс, шатлыҡ булды был ваҡиға ҡыҙыҡайҙың ялҡытҡыс бер төрлө тормошонда. Иң дә һөйөнөслөһө: Ғәлимйән ағаһы үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтырға вәғәҙә итте.

«Ҡалаға ҡунаҡҡа!..» Был хыял, был шатлыҡ ҡыҙҙы елкендерҙе. Гүйә, иңдәрендә ҡанаттар яралды, бәләкәс йөрәге леп-леп тибә, йәне әллә ҡайҙа ашҡына. «Ҡалаға ҡунаҡҡа!» Хәҙер ул тик шул уй менән генә йәшәй башланы, тормоштағы башҡа бөтә ҡыҙыҡ нәмәләр юҡҡа сыҡты. Ҡыҙҙы инде күршеһе менән тәгәс, жәйкә ярсыҡтарынан уйынсыҡтар йыйыу ҙа, эҫе көн үҙәгендә йыл­ғала ҡойоноу ҙа, кисен әүен артында йөҙөк һалышыу ҙа, һыйыр көтөү ҙә ҡыҙыҡтырмай, бөтөн уйы ҡалала ғына... Ҡала... Сихри хыялдар иле. Ҡала. Күкһел тау­ҙар, аҡһыл томандар артында. Ҡаранай ауылына илткән тарафта... Тау үренә менеп ҡараһаң, ҡалаға юл таҫма булып һуҙылып ята. Ал таҫма. Әйҙә, ал да башыңа бантик таҡ. Ҡаранайтауын да ашҡас, баҫыу-туғайҙар буйлап һуҙыла әле ул, унан һуң ғына күҙҙән юғала... Ҡаранайтау йәшел әле, ә унан арыраҡ төбәл­һәң, тауҙар күкһелләнә, ғәҙәттәге йәшел урман һыҙаттары ла зәңгәрһыу төҫкә инә. Зәңгәрһыу һауа, зәңгәрһыу урмандар, күк­һел тауҙар... Ҡала шул яҡта! Гүзәл, сихри ҡала – ысын әкиәт иле.

Гөлназдар каникулға сыҡмаҫ борон «Ҡалаға сәйәхәт» тигән картина ҡарағайнылар. Ҡыҙыҡай донъяһын онотоп ултырҙы, тораташтай ҡатты: ҡымшанманы ла, тын да алманы. Гүйә, ошо мәлдә икенсе киңлектәргә күсте. Ауылда түгел, ә ҡалала ул – тип-тигеҙ асфальт урамдарҙан елдерә, аяғы ергә теймәй. Тирә-йүндә төрлө-төрлө трамвайҙар, троллейбустар; матур магазиндарҙа ялтыр ҡағыҙ тышлы шоколадтар, туңдырмалар һаталар. Ана, уртала – цирк, төрлө ирмәк хайуандар, ағас ботағында – мәрәкәсел маймыл... Ғәлимйән ағаһы ла ошондай ҡалала йәшәй­ҙер. Уҡытыусы апай менән ул нәҡ шул ҡалала гиҙә. Татлы хыялдарҙан иҙрәй. Был дәрес, гүйә, бер төш, татлы хыял булып хәтерендә ҡалған. Шундай тиҙ үтте ул, Гөлназдың танһыҡтары ла ҡанманы. Күҙ асып йомған арала уҙҙы. Ғәжәп бит: хәҙер ошо әкиәт үҙенән-үҙе ысынға әйләнә. Гөлназ ағаларына ҡунаҡҡа барасаҡ. Ҡалаға, ҡунаҡҡа!

Ҡыҙ Ҡаранайтау яғына төбәл­һә, ҡаланы уйлай. Гүзәл ҡала, шаулы-йырлы, нурлы-серле ҡала шул тарафта! Унда мөғжизәләр иле, тылсым иле. Зәңгәрһыу урмандар, күкһел тауҙар артында ул илаһи ҡала. Унда әкиәт, тылсым донъяһы башлана.

Бында, ауылда, төҫһөҙ, күңелһеҙ Гөлназға. Бер төрлө өйҙәр­ҙән, тыҡрыҡтарҙан, соҡорло юлдарҙан биҙеп бөткән. Туҙан, саң борхоп ята. Гел генә шулай: иртән була ла кис етә. Бер ҡыҙығы юҡ. Ә унда, күкһел тауҙар артында, ғәжәйеп илдер. Унда – шатлыҡ, һөйөнөс, төҫтәр балҡышы. Ана, һүрәттә асфальттары ялтырап ята, трамвайҙары күҙҙең яуын ала; кешеләр ҙә матур кейенгән, гел йылмайышып йөрөй­ҙәр. Гөлназ да унда барырға, шулар араһында йылмайып йөрөргә тейеш. Бар донъя­һын онотоп, күҙҙәрен йомоп атлар ҙа атлар. Ниндәй яҡты, нурлы ҡалала: бейек-бейек йорттар, магазиндар, цирк, кинотеатрҙар, парк­тар...

Хәҙер Гөлназдың бәхетенең сиге юҡ. Ғәлимйән ағаһы – донъя­ла иң мәрхәмәтле кеше, уның уйҙарын, хыялын ҡайҙан белде икән? Гөлназдың әллә ҡасандан дәрт итеп йөрөгәнен үҙе әйтте лә ҡуйҙы. Ҡыш буйы хыялланғаны ысынға сыға лаһа! Вәт, донъя, вәт, бәхет!

Ғәлимйән ағаһы Сәләх ағаһына ла, атаһына ла оҡшамаған шул – ипле, итәғәтле. Ап-аҡ плащ кейгән, яҡты күңелле, матур кеше. Уҡымышлы. Сәләх ағаһы танауының буйына ҡарап тора, Гөлназ менән һөйләшкәне лә юҡ. Гел өнһөҙ, асыулы. Ҡыҙ уның аяҡ аҫтында уралмаҫҡа тырыша. Өйҙәренә барһа ла, йомош менән генә... гел еңгәһенә өндәшә. Ә ул, исмаһам, асыҡ йөҙлө, ағаһы ише ҡашын төйөп ҡаршыламай. Әле Ғәлимйән ағаһының балалары менән уйнарға барғанда ла ҡала күстәнәсе – ялтыр тышлы шоколад бирҙе, сәй эсергә саҡырҙы. Ғәлимйән ағаһы инде арҡаһынан һөйөп кенә тора, ғәләмәт, һеңлекәше уйын уҡығандай, ҡабат белешә.

– Йә, Гөлназ, беҙгә бараһыңмы? Әсәйеңдәргә әйттеңме?

Гөлназ «эйе» тигәнде аңлатып баш ҡаға. Оялышынан телһеҙ. Өндәшергә итә – теле әйләнмәй ҙә ҡуя. Ҡыҙарына-буҙарына, көсәнә – бер һүҙ ҙә сыҡмай. «Барам, барам, ағай!» – тип һөрәнләгеһе килә. Еңгәһе – Ғәлимйән ағаһы ҡатыны ла шат был хәбәргә: аҡыллы ҡыҙ, отличницаны ҡунаҡҡа алырға кәрәк! Гөлназдың хаҡы бар! Тырышып уҡый, тәртипле, ти.

Ҡанаттары үҫә иңдәрендә, тибрәнә йөрәге, күңеле әллә ҡайҙар­ға талпына. Әйтерһең, отҡор ҡошсоҡ: етеҙ генә күтәрелеп осор ҙа китер. Китер, китер алыҫ яҡтарға. Зәңгәрһыу урмандар, күкһел тауҙар тарафына. Тылсымлы илгә, ғәжәйеп кешеләр араһына.

Йүгерә-оса үҙҙәренә Гөлназ. Йәһәтерәк! Аяҡтары ергә теймәй, бәләкәй йөрәге леп-леп тибә. Ашҡына ғына. Бәләкәс ҡыҙсыҡҡа күҙ эйәрмәй, ел өлгөрмәй. Елә генә! Ул шат, үҙен ағаһы ҡалаға аласаҡ! Ул алдамай, ана, тағы ла ҡатлап һорашты! Хәҙер ҡайтып әсәһенә һала хәбәрен, уны үҙ яғына ауҙара!

Әсәһе ни эшләп елкенмәй, уның ыңғайына сәбәкәй итмәй? Эй, күңелһеҙ кеше, ҡыҙының шатлығына ҡушыла белмәй. Исмаһам, әрләшһен ине.

Гөлназдың әсәһе әрләшмәй, һаман тыныс ҡына ҡоштабаҡтарын, тәрилкәләрен йыуыуын белә.

– Әсәй, мин Ғәлимйән ағайымдарға барам, тим дә...

– Ә...

– Ғәлимйән ағайымдарға, ҡалаға, ҡунаҡҡа...

– Ҡунаҡҡа-а?..

– Эйе, әллә аңламайһың, әллә аңламамышҡа һалышаһың. – «Һе» тип Гөлназ танауын тартып ҡуйҙы. Әсәһе менән шулай ҡатыраҡ һөйләшмәһәң, эрерәк сирттермәһәң, булмай. Үҙенә кәрәкмәгәнде ишетмәй ҙә ҡуя. Имеш, улар – эш кешеләре, ә Гөлназ ваҡ-төйәк менән булаша, ирмәк һүҙ һөйләй. Ана бит – әсәһенә Гөлназдың ҡайғыһы төштән һуң!

– И, ҡыҙым...

– Нимә? Мин хәҙер бәләкәс түгелмен... мине гел итәгеңә йәбештереп тота алмаҫһың. Ҙурмын инде. Ғәлимйән ағайымдар­ға ҡалаға барам! Уларҙың машинаһында...

– Урындары бармы һуң?

– Бар. Ғәлимйән ағайым үҙе белеште: «Әсәйеңдәргә әйттеңме?» – ти. Еңгәм дә риза: «Отличница», – тип маҡтай.

– Мине бер үҙемде ҡалдыраһыңмы? Апайың да ҡалаға имтихан тапшырырға китте. Атайың – баҫыуҙа, өйгә ҡунырға ғына ҡайта.

– Һинең шул булыр инде... – Гөлназ ауыҙын турһайтты, ирендәрен бәлшәйтте. Хәҙер илап ебәрәсәк.

– Япа-яңғыҙымды ҡалдыраһың, ҡыҙым.

– Бер аҙнаға ғына бит, әсәй!

– Ураҡ өҫтө етте, атайың комбайнынан бушамай, ә беҙҙең бесән дә йыйылмаған. Көндәр аяҙға тарта – икәү күбәләргә йөрөрбөҙ. Атайың менән шулай килешкәйнек. Мин сабынлыҡта бер үҙем ҡурҡам бит, Гөлназ.

– Һинең гел шул булыр инде: әле сөгөлдөр, әле бәрәңге, әле еләк йыйырға, хәҙер – бесән...

– Шулай инде ауылда. Йәй ҡыбырламаһаң...

Ары ҡыҙҙың түҙеме етмәне: өнһөҙ генә илай башланы. Сырайы һытылды, танауы бөршәй­ҙе, эйәктәре йыйырылды, ирендәре дерелдәне. Эре-эре күҙ йәштәре тупылдап итәгенә тамды. Гүйә, әлегәсә быуылып торған эйәр һыуын йырып ебәрҙеләр.

Аптырағас, әсә кеше ҡыҙын етәкләп туғандарына китте. Ғәлимйән ҡустылары бөгөн юлға йыйына икән. Ҡыҙын, ысынлап та, үҙҙәре менән алалар микән? Өҙөп кенә өндәшмәнеләр, ә Гөлназ өҙмәй ҙә ҡуймай. Бала хаҡына бара.

Гөлназ дәртле, осҡон-ялҡын – йөрәгендә. Барыбер үҙенекен итте: ныҡыша торғас, әсәһен Сәләх ағайҙарына барырға күндер­ҙе бит. Ғәлимйән ағаларына, ҡалаға ла рөхсәт алды!

Гөлназдар нәҡ мәлен тап итте: Сәләх ағайҙар өй эстәре менән ашҡа ултырғандар. Гөлназға хәҙер бар донъяның йәме ошонда һымаҡ тойолдо. Йөрәге тибрәнде. Ҡыҙға бар ҡыҙығы – ошонда. Ғәлимйән ағаһы, еңгәһе, уларҙың балалары – Гөлназдың туғандары. Шулар менән ҡалаға ҡунаҡҡа китә!

Тулҡынланыуҙан ҡыҙҙың бите янды, бармаҡтары тирләне. Оялыуын еңә алмай, күтәрмәнән үткәс үк ҡулдарын әсәһенекенән ысҡындырҙы. Ул соланда ҡала! Ошонда асыҡ ишек аша тыңлап тора!

– Ғәлимйән, һеҙҙең урынығыҙ бармы ул? – тип һораны әсәһе баҫыңҡы тауыш менән. Гөлназ көйөндө: ни эшләп әсәһе һорап маташа икән? Урын бар инде ул. Әйтһен: беҙ риза, Гөлназды ебәрәбеҙ, тиһен.

– Нейә? Кемгә? – Ғәлимйән аптыраны. Бындай һорауҙы көтмәгәндер, ахырыһы, ҡала кешеһе: хатта ашауынан яҙып, асҡан ауыҙын ябырға онотто. – Кем бара?

– Юҡ, былай ғына...

Бөтөн өй эсе, шаңҡыуҙанмы, тынып ҡалды. Хужалар ҙа бер ни аңламаны, Гөлназдың әсәһе лә йөҙәп баҫҡан. Ғәлимйән, уңай­һыҙланып, тағы белеште:

– Апай, әллә үҙең ҡалаға йыйынғайныңмы?

– Юҡ та...

– Беҙҙең урын юҡ шул. Сәләх ҡалаға һатырға сусҡа ебәрә...

– Ярай, улайһа. Хәйерле юл һеҙгә! – Ҡатын тыйнаҡ ҡына башын эйеп ишеккә ыңғайланы. Ҡыҙы Гөлназдан был ваҡытта елдәр иҫкәйне. Ул әллә ҡайҙа гиҙә. Күҙе бер ни абайламай, табаны ерҙе тоймай – елә генә. Күҙ эйәрмәй, ел өлгөрмәй. Әллә ҡайҙа ул хәҙер бисара ҡыҙ бала.

Тыйнаҡ ҡатындың – Ғәлим­йәндең апаһының артынан ишек ябылғас та еңгә кеше телгә килде.

– Ғәлимйән, һин вәғәҙә биргәйнең бит...

– Ниндәй вәғәҙә?

– Һин Гөлназды үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырҙың...

– Нисек?

– Иҫлә!

Табын ир менән бисә араһындағы һүҙҙе тыңланы.

– Мин... мин бит... Былай ғына әйткәйнем, хәл белешеп. Һүҙ ыңғайында бала кешегә шулай өндәшкән булаһың да инде.

– Бала күңеленә ойотҡо һалып... Ымһындырып...

– Ымһындырып, тип...

Сәләх урынынан ҡалҡынды. Күңелле табындың йәме китте, буғай: хужа артынан башҡалар ҙа ҡуҙғалышты.

Китте улар. Йылтыр «Москвич» ҡалаға ҡарай юл алды.

Гөлназ үҙенә һүҙ бирһә лә, аяҡтары урамға тартты. Йылтыр «Москвич» өйҙәре ҡаршыһынан үтеп киткәс тә артынан эйәрҙе: күршеләр бураһына ышыҡланып ҡына инде күҙҙән юғала барыусы машинаны күҙәтте.

Китте улар. Үҙҙәре менән бисараҡайҙың хыялдарын да алып китте... Юлдары оҙаҡламай Ҡаранайтау яғына илтәсәк ал таҫма һыҙатына төшәсәк. Унан ары күк­һел тауҙар, зәңгәрһыу урман һыҙаттары башлана. Йылтыр «Москвич» шул тарафтарға уҡталасаҡ. Сихри әкиәт иленә!.. Ул яҡта оло ҡала бар, тылсымлы ҡала. Донъяның бар йәме, ғәме унда кеүек хәҙер болоҡһоу ҡыҙға. Инде был өйҙә, был урамда бер йәм дә ҡалманы, донъяның бөтөн матурлығы Ғәлимйән ағайҙары менән китте. Улар уның бар һөйөнөсөн, шатлығын алып китте.

Урам буп-буш, бер хозурлыҡ ҡалманы, бер ҡыҙығы юҡ был көндөң. Уның уртаһындағы бура артында бары бер ҡыҙ бала. Бойоғоп тора. Инде уны бер ни ҙә әүрәтмәй, биләмәй. Бесәнгә лә барғыһы килмәй, китап та теләмәй – бөтөн нәмәнән туйҙы. Кәүҙәһе бында, күңеле менән йылтыр машинала ултырып бара төҫлө. Зәңгәрһыу урмандар тарафына ынтыла. Унда, унда уның әкиәт иле, сихри хыял донъяһы... Бер ҡасан да етә алмаҫ микән ни унда?

Йылғыр машина инде ал таҫма юлға төшкәндер. Аҡһыл томандар аръяғына, күкһел тауҙар иленә ашҡыналыр. Оҙаҡламай зәңгәрһыу әкиәт иленә инеп юғалыр. Юғалтты, ҡулынан ысҡындырҙы ул хыялын, бәхетенән яҙҙы бөтөнләй.

Ила, ила, әйҙә, мәхрүм ҡыҙ бала. Бәлки, әҙерәк еңеләйтер, күңелең бушаныр.

Ысынлап та, шул юрауҙы ғына көткәндәй, бура артына ышыҡланған Гөлназдың ике күҙенән ике эре йәш бөртөгө тамды.
Читайте нас: