+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
26 Июль 2019, 12:00

Бәхәс

Елена Васильевна Габова (Столповская)

Сыктывкар ҡалаһында тыуған. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.Ул – ундан артыҡ балалар һәм үҫмерҙәр китабы авторы. Әҫәрҙәре инг­лиз, япон, украин, фин һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән.




Көлкөлө хикәйә

Алтынсы «Б» синыфында алгебраға ҡыңғырау әллә ҡасан шылтыраны, ә Нина Игнатьевна күренмәне. Йоҡо ҡапсығы Борька Дёмин ваҡытты бушҡа үткәрмәҫ өсөн ҡолағын терәп, өҫтәлгә ятты.

– Әйҙә разведкаға! – тип тәҡдим итте Иринка әхирәте Надюшкаға.

– Әйҙә!

Ишекте һаҡ ҡына асып ҡарағас, ҡыҙҙар коридорға сыҡты. Тынлыҡ, барыһы ла дәрестә. Тик уларҙың асыҡ ишегенән генә шау-шыу ишетелә. Баҫҡысҡа килеп еттеләр, әле ул буш. Бында ла Нина Игнатьевнаның туфли үксәләре тыҡылдауы ишетелмәй. Ни булды икән? Бәлки, уҡытыусы ауырығандыр ҙа уларҙы иҫкәртергә онот­ҡандарҙыр?

Алтынсы «Б» – өсөнсө ҡатта. Ҡыҙҙар аяҡ ослап ҡына бер ҡат түбәнгә төшкәйне, Нина Игнатьевна менән йөҙгә-йөҙ бәрелеште.

– Ой! – «разведчиктар» сәрелдәп артҡа ташланды, ләкин уҡытыу­сының тауышы уларҙы туҡтатты.

– Мине ҡаршылайһығыҙмы?

– Эйе-е, – тине юғалып ҡалған Иринка. – Беҙ, дәрес булмайҙыр, тип уйлағайныҡ.

– Мин саҡ ҡына тотҡарландым, – тине уҡытыусы һәм уңайһыҙлана биреберәк өҫтәне. – Берәү менән бәхәсләшергә тура килде.

Аптырашҡан ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашты. Дәрес үткәрәһе урынға, уҡытыусы бәхәсләшеп йөрөй, имеш. Шулай буламы?

Ләкин бер аҙҙан улар тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде.

Ҡултыҡ аҫтына синыф журналын ҡыҫтырған Нина Игнатьевна уларҙан алға уҙҙы ла... зәңгәр­ҙәре аша етеҙ ырғып, линолеумдың ҡыҙыл шаҡмаҡтары буйлап һикереп китте. Туҡтағас, уҡыусыларға ҡарап, ғәмһеҙ генә:

– Беләһегеҙме, ҡыҙҙар, бөгөн ниңәлер һеҙгә дәрескә барғым килмәй, – тине. – Саф һауала йөрөп киләм. Тышта – яҙ!

Ул Иринка менән Надюшкаға шаян күҙ ҡыҫты ла әкрен генә ниндәйҙер йыр көйләп, һикерәңләп баҫҡысҡа йүгерҙе.

Әхирәттәр синыфҡа атылды.

– Ҡыҙҙар, малайҙар, һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ!

– Беҙ әле шундай нәмә күрҙек, шундай!..

– Ни булды, аңлатып һөйләгеҙ! – Вовка Краснопёров түҙемһеҙләнде.

– Аҡылдан яҙырлыҡ, ҡот осҡос! – Иринка лыбырлауын дауам итте.

– Һайыҫҡандар! Уҡытыусыға ни булған? – тип һораны Димка Томов.

– Ауырыған.

– Ура-а! – тип ҡысҡырҙы кемдер. – Дәрес булмаясаҡ!

– Иҫең киткән икән! Беренсе тапҡыр ғыналыр шул? Уҡытыу­сылар ҙа – кеше, сирләүҙәре лә ихтимал! – тип ҡуйҙы Вовка.

– Эйе-е? Улар ҙа кешеме? Һин улай ауырымайһың! – Иринка шелтәһен белдерҙе.

– Ул ысҡынғанлыҡ менән ауырыған, – тип асыҡланы Надюшка. – Аҡылдан яҙған. Ой, малайҙар, ҡыҙҙар, минең бындайҙы күргәнем юҡ ине әле!

Шаҡ ҡатҡан ҡыҙҙар барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.

Синыфта минут самаһы тынып тор­ҙолар.

– Бала аҡылы төшкән, – тип фараз итте Димка. – Ҡартайғанда бындай хәл була.

– Уға егерме һигеҙ йәш кенә бит әле! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Надюшка. – Ул ҡарт икән, һин дә бабайһың!

Шунда староста Таня Бобрицкая төшөнөп алды:

– Бәлки, уны Артёмов шундай хәлгә еткергәндер?

– Әле уның ниндәй синыфта дәресе булды? – Димка уйланды. – Әгәр бишенсе «А»ла икән, булыуы бик ихтимал.

– Һин сирен уҡытыусы унан йоҡторған тип уйлайһыңмы? – Надюшка «аһ» итте.

Лёнька Артёмов – һипкелле, бәләкәй танаулы, ерән сәсле малай. Ул башҡаларҙан сәйер ҡылыҡтары менән айырылып тора. Ауыҙын ҡыйшатырға тотонһа, ысын маймылға әйләнә лә ҡуя. Тағы ла бармаҡтарын тырпайтып, ҡулдарын алға һоноп, юлбарыҫ һымаҡ ырылдай белә. Шул саҡ малайҙың ептәре иҙрәгән свитер еңдәренән һонолған ҡулдары барыһына ла үткер тырнаҡлы тәпәйҙәр булып күренә. Лёнька шул тәпәйҙәрен алға һоноп, маймылланып мәктәп буйлап йүгергәндә бөтәһе лә унан ситкә тайпыла, ә беренсе синыфтар: «Әсәй!» – тип һөрән һала. Ул былайтып бик йыш – тәнәфес һайын йүгерә.

Ҡыңғырау шылтырағас та Лёнька синыфҡа маймыл-арыҫлан ҡиәфәтендә атылып инә. Ултырғысҡа лап итеп ултырғас, тынып ҡала, яңы көс туплайҙыр, күрәһең. Әлбиттә, ул өҫтәл артында яңғыҙы ултыра. Бындай күршелеккә бер кем дә түҙмәҫ. Дәрес башланғанда Лёнька ғәҙәттәге бишенсе синыф уҡыу­сыһына әйләнә. Һөйкөмлө һәм тыныс уҡыусыға.

Бер мәл бишенсе «А»ға телевидение операторы инә, уға балалар аяҡ кейеме рекламаһы төшөрөргә кәрәк икән. Сюжет буйынса тәрбиәле малай һеңлеһен балалар баҡсаһына алып бара. Был ролгә оператор тап бына Лёнька Артёмовты һайлай. Реклама бик шәп килеп сыға: ипле малай биш йәшлек ҡыҙҙы етәкләгән. Ике пар аяҡ тротуар буйлап күндәм бара. Ҡара ботинкалар һәм ҡыҙыл туфлиҙар... Оператор Лёньканы белһә икән!

Дәрес уртаһындараҡ (уҡытыу­сылар, хәүефле мәлде самалап, сәғәткә ҡарап-ҡарап ала) Лёнька ултырған ерҙән көсһөҙ генә үкергән тауыш сыға. Ул көсәйгәндән-көсәйә. Малай урынынан тороп, синыфта йөрөй башлай, йәнә маймыл йөҙлө арыҫланға әйләнә. Бер ваҡыт синыфҡа яңы килгән ҡыҙ быны күреп, һуштан яҙып йығыла. Дәресте нисек итеп үткәрергә? Барыһы ла Лёньканың синыфтан сығыуын үтенә, ләкин ул баш тарта. Әгәр сығып китһә, дәрес өҙөләсәк, ти малай. Әлбиттә, бындай сәйер тәртибе өсөн уны мәктәптән ҡыуа алалар. Ләкин эш шунда: Лёнька барыһын да тиҙ генә эләктереп ала, яҡшы уҡый.

Таня Бобрицкая менән Димка Томов бына ошо Артёмовты күҙ уңында тотто.

Хафаға төшкән алтынсы синыфтар тәҙрә төбөнә йыйылып алып, әле бына бөгөнгө хәлде тикшерҙе. Математика уҡытыу­сыһын йәлләне улар. Нина Игнатьевна – алсаҡ һәм ғәҙел кеше, балалар уны ярата.

Көтмәгәндә Иринка:

– Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! – тип ҡыс­ҡырып ебәрҙе лә тәҙрәгә күр­һәтте. Ә ун­да... Барыһы ла тәҙрәгә ҡапланды.

Ҙур тирәсле эшләпә, киң итәкле плащ һәм бейек үксәле туфли кейгән Нина Игнатьевна мәктәп алдындағы ҡары ирегән асфальтта ырғымыста һикерә. Уныһы ла ҡыҫҡа, плащы ла ҡамасаулай – бик йыш абына. Эргәһендә ҡыҙыл башлығын ҡырын һалған ҡыҙыҡай баҫып тора, ырғымыстың эйәһелер, күрәһең. Ҙур апайҙың һикергәнен ул таң ҡалып, бармаҡтарын ауыҙына ҡабып күҙәтә.

Нина Игнатьевнаны ҡотҡарырға кәрәк ине.

Алтынсы синыфтар урамға йүгереп сыҡты, үткән-һүткән кешеләрҙең күҙенә салынып бармаһын өсөн уҡытыусыны тығыҙ түңәрәк менән уратып алдылар. Кемдер иғтибар итһә – улар­ҙа физкультура дәресе, тип уйлаһын, әйҙә. Бейек үксәле туфлилы физкультура уҡытыусыһымы? Ә ул спорт формаһын өйөндә онотоп ҡалдырған!

– Нина Игнатьевна, әйҙәгеҙ синыфҡа, – тип ялынды Таня Бобрицкая.

– Ә минең ингем килмәй! – шаян яуаплап, уҡытыусы дәртләнеп һикереүен белде. – Көн дә бик матур!

Ул тағы ла абынды, саҡ йығылмай ҡалды. Ырғымыстың бер осо уның ҡулынан ысҡынып китеп, Бобрицкаяның башына тейҙе.

– Һеҙ беҙҙең синыфҡа асыу­ландығыҙмы әллә? – тип һораны староста, ауыртҡан ерен ыуғы­лап, ләкин үпкә белдермәне.

– Юҡсы! – Нина Игнатьевна маңлайындағы тирен һөрттө, ҡырын киткән эшләпәһен төҙәтеп ҡуйҙы. Сәстәре таралып сыҡҡан Нина Игнатьевна хәҙер өлкән синыфтағы шаян ҡыҙға оҡшағайны. – Беҙ Лёня Артёмов менән бәхәсләштек.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар Таня Бобрицкаяға хөрмәт менән ҡараны: һәр ваҡыттағыса, ул хаҡлы – бында Артёмов ҡыҫылған.

Нина Игнатьевна ҡулдарын йәйеп үҙен уратып алған балаларҙы ситкә этәрҙе лә һыңар аяғында һикереп китте. Шулай бара-бара үҙе менән булған хәлде һөйләп бирҙе.

Ул бишенсе «А»-ға дәрескә ингәс, Кинг-Конг ҡиәфәтендәге Артёмов уҡытыусы өҫтәле тирәләй йүгереп йөрөп: «Мин – Сатурн юлдашы!» – тип ҡысҡыра башлаған.

«Тырнаҡлы тәпәйҙәр»ҙән туйып бөткән бишенсе синыфтар, был яңылыҡҡа әүрәп, Лёньканы ҡыҙыҡһынып күҙәткән.

– Артёмов, туҡта, – тигән уҡытыусы. – Бөгөн һин нисектер ваҡытһыҙ шаяраһың. Ҡыңғырау әле генә шылтыраны. Урыныңа ултыр.

– Мин маймыл менән арыҫлан булыуҙан туҡтаным, – тип ырылдаған һаман да элекке кеүек шимпанзеға оҡшап торған Лёнька. Сатурн роленә инеп бөтмәгән, күрәһең. – Мин – юлдаш, мин – юлдаш, Титанға ҡаршылыҡтар тыуҙырмағыҙ!

– Артёмов, кеше бул, зинһар, – тип үтенгән Нина Игнатьевна, бер нәмәгә өмөт итмәһә лә. Ул Лёньканың урынына барып ултырған да «юлдаш»тың хәле бөтөүен көтә башлаған.

Ысынлап та, Лёнька арығас, синыф уртаһында туҡтаған.

– Кеше бул, кеше бул... – Ул, ауыр тын алып, танауын тартып, ҡәнәғәтһеҙ һөйләнгән. – Мин, Нина Игнатьевна, һеҙҙән Годзилла йәки Сатурн юлдашы булыуығыҙҙы һорамайым бит... Ә һеҙ, уҡытыусылар, көн дә ни ҙә булһа һорайһығыҙ...

– Һора, Артёмов, мин бөтәһен дә эшләйем, тик кеше бул, – тигән уҡытыусы, эсе бошоп.

– Хи-хи! Ха-ха, – Артёмов танауын йыйырған. – Бөтәһен дә эшләйһегеҙме? Ысынмы? Улай­һа, бер генә көнгә булһа ла... – Лёнька маңлайын һөрткән, – маймыл булығыҙ...

Бишенсе синыфтар, уҡытыу­сының нисек ауыҙын ҡыйшайтҡанын күҙ алдына килтереп, көлөшә башлаған. Лёнька юғалып ҡалған. Нина Игнатьевна үҙен маймылдарса тотһа – нисектер уңайһыҙ ҙа баһа.

– Ярай, улайһа... шаталаҡ булығыҙ. Эйе, шаталаҡ ҡыҙ! Ә мин бының өсөн йыл буйы үҙемде һәйбәт тотормон... Сысҡандай тын булырмын. Юҡ-юҡ, бер йыл түгел, – ул үҙенең йомартлығынан ҡурҡып ҡалған, – уҡыу йылы бөткәнсе генә!

Уҡыуҙар тамамланыуға ике ай бар бит әле – бик оҙаҡ!

– Сысҡандаймы? – Бик ҡыҙыҡһынып, ҡайтанан һораған Нина Игнатьевна.

– Компьютер сысҡаны, – кемдер хихылдап ҡуйған.

Лёнька был иҫкәрмәгә иғтибар итмәгән.

– Эйе... уҡыу йылы аҙағына тиклем. Тып-тын булырмын.

– Бәхәсләшәбеҙме? – тигән Нина Игнатьевна, икеләнә биреп. Күрәһең, ул Артёмовҡа ышанып бөтмәгәндер. – Мин бер көнгә шаталаҡ ҡыҙға әйләнәм, ә һин уҡыу йылы аҙағына тиклем – кешегә. Буламы?

– Сысҡанға, – тип төҙәткән Лёнька һәм аҡрын ғына өҫтәп ҡуйған. – Өңөндәге сысҡанға.

Ул бөкрәйә биреп, ваҡ-ваҡ баҫып, үҙ урынына юрғалаған. Күҙ алдында ябыҡ ҡына сысҡанға әйләнгән. Хатта танауы ла һуҙылып киткән.

Лёнька Артёмов – актёр һәләтле малай шул.

– Мин риза! – тигән уҡытыусы ҡәт­ғи һәм көслө тауыш менән. Ул Лёньканың юлына арҡыры төшөп, ҡулынан тотоп, таҡта янына алып барған.

– Айыр, Петя!

Беренсе парта артында ултырған Петька Петров бәхәсләшеүселәрҙең ҡулына һуҡҡан.

Бәхәс көсөнә ингән.

Нина Игнатьевна индеецтар ораны ҡысҡырып, синыфтан тышҡ­а атыл­ған.

– Бына хәҙер тырышамын инде, – тип һүҙен бөтөрҙө Нина Игнатьевна һәм, яйын табып, яндарынан үтеп барыусы бесәйҙең ҡойроғонан тартты. – Яфаланһам – яфаланам, уның ҡарауы, башҡалар рәхмәт әйтер.

Бесәй асыулы мыяулап, ҡасып китте.

– Әгәр Артёмов һеҙҙең ысынлап тырышыуығыҙға ышанмаһа? – тип икеләнде Димка.

– Нисек ышанмаһын, ти? Ана ул, ҡарағыҙ!

Алтынсы синыфтар мәктәп тәҙрәһенә күҙ һалды. Икенсе ҡаттың тәҙрә туп­һаһында аяҡтарын бөкләп Лёнька Артёмов ултыра. Ул бойоҡ, күрәһең, уҡытыусы менән бәхәстә отолорон һиҙенәлер.

Ә Нина Игнатьевна, ысын шаталаҡ ҡыҙ һымаҡ, Димка Томовтың башынан беретын тартып алды ла урам буйлап йүгерҙе.

– Ҡыуып ет! – тип ҡысҡырҙы ул малайға.

– Нимә эшләргә? – Димка аптырап, синыфташтарына ҡараны.

– Нимә-нимә... ҡыуып ет! Артёмов ҡарап тора бит! – тип ҡысҡырҙы Вовка.

Димка уҡытыусы артынан ҡыуа төштө.

– Синыфташтар! – тип бышылданы Иринка. – Директор!

– Хәҙер йүләрҙәр машинаһын саҡыртасаҡ, – тине кемдер.

Иван Николаевич балалар янына килде, йөҙө борсоулы.

– Бында ни эшләйһегеҙ? – тип һораны ул һәм яуап көтөп тормайынса ҡысҡырҙы. – Нина Игнатьевна! Хәҙер үк кире боролоғоҙ! Йәһәт кенә минең кабинетҡа инегеҙ! Нина Игнатьевна!

Ләкин уҡытыусы бер ни ҙә ишетмәгәндәй ҡыланды. Димканың бе­ретын болғай-болғай, урап-урап йүгерә бирҙе. Уға, әлбиттә, уҡытыусыны ҡыуып етеү бер ни тормай, ләкин малайға үҙенең баш кейемен тартып алыу нисектер уңайһыҙ тойолдо. Шу­ға ул уҡытыусы артынан абына-һөрлөгә атланы, ҡарт бабай кеүек йыбырланы.

– Нина Игнатьевна, хәҙер үк йүгереүҙән туҡтамаһағыҙ, мин һеҙҙе эштән бушатам!

– Бушатығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Нина Игнатьевна, туҡтап, беретты болғаны. – Башҡалар миңә рәхмәт әйтер!

– Уны эштән бушатырға ярамай, – тине балалар бер тауыштан һәм булған хәлде һөйләп бирҙеләр.

– Артёмов? Тыныс буласаҡмы? – директор, икеләнеп, баш сайҡаны.

Сатурндың ысын юлдашы мәктәп алдындағы скверға килеп төшкән һымаҡ, был хәл башҡа һыйырлыҡ түгел ине.

Нина Игнатьевна беретты балалар яғына ырғытты.

– Тотоғоҙ!

Беретты директор эләктерҙе. Уны, бөтәһе лә көткәнсә, Димкаға бирмәй, уҡытыусыға кире ырғытты.

– Бирешмәгеҙ, Нина Игнатьевна! Мин һеҙҙең яҡлы!

Иван Николаевич Лёньканың төшөнкө ҡиәфәтле кәүҙәһе күренгән тәҙрәгә боролоп, бармаҡ янаны:

– Ҡара уны, Артёмов! Һин вәғәҙә бирҙең!

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Читайте нас: