+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
16 Август 2019, 14:41

Көлкөлө хикәйәләр

Виктор ГОЛЯВКИН

Ямғыр аҫтындағы дәфтәрҙәр

Тәнәфестә Марик миңә былай тине:
– Әйҙә дәрестән ҡасабыҙ! Ҡара, урамда нисек һәйбәт!
– Даша апай портфелдәребеҙ менән тотһа?
Беҙ тәҙрәнән ҡараныҡ; стена яны ҡоро, саҡ ҡына арыраҡ – олоғара күләүек. Портфелдәрҙе күләүеккә ырғытып булмай ҙа баһа! Салбарҙарыбыҙҙағы ҡайыштарҙы сисеп бергә бәйләнек тә, улар менән һаҡ ҡына портфелдәрҙе төшөрҙөк. Шул мәлдә ҡыңғырау яңғыраны. Уҡытыусы инде. Урынға ултырырға тура килде. Дәрес башланды. Тәҙрә артында ямғыр ҡоя. Марик миңә яҙыу яҙа:
«Беҙҙең дәфтәрҙәр әрәм була».
Мин уға яуап бирәм:
 «Беҙҙең дәфтәрҙәр әрәм була».
Ул яҙа:
«Ни эшләйбеҙ?»
Уға яуап бирәм:
«Ни эшләйбеҙ?»
Шунда үҙемде таҡтаға саҡырҙылар.
– Мин таҡтаға сыға алмайым, – тим.
«Ҡайышһыҙ нисек сыҡмаҡ кәрәк», – тип уйлайым.
– Сыҡ, сыҡ, һиңә ярҙам итермен, – ти уҡытыусы.
– Миңә ярҙам итергә кәрәкмәй.
– Әллә сирләнеңме?
– Сирләнем, – тим.
– Ә өйгә эштәреңде эшләнеңме?
Уҡытыусы яныма килә.
– Йәле, дәфтәреңде күрһәт.
Өндәшмәйем.
– Һинең менән ни булды?
Тағы өндәшмәйем.
– Һиңә «икеле» ҡуйырға тура килер.
Ул журналды асып «икеле» ҡуя, ә мин әле ямғыр аҫтында еүешләнеүсе дәфтәрем тураһында уйлайым.
Уҡытыусы миңә табан боролдо ла:
– Бөгөн бигерәк сәйерһең... – тине тыныс ҡына.

Барыһының да үҙ урыны

Мин мәсьәлә сисеүҙе ташланым да баҡсаға малайҙар янына йүгерҙем. Ә ун­да ҡаршыма уҡытыусыбыҙ осраны.

– Эштәр барамы? – ти. – Ел ҡыуаһың­мы?

– Юҡ, мин былай ғына, баҡсаға барам.

Эргәһенән атлайым, үҙем уйлайым: «Бына хәҙер мәсьәлә – ниндәй яуап килеп сығыуы хаҡында һорар, ни тип яуап бирермен икән? Сисеп өлгөрмәнем бит әле».

Ә ул:

– Көн һәйбәт...

– Эйе, – тип яуаплайым, – әлбиттә... – Үҙем ҡурҡам: мәсьәлә хаҡында һораһа?

– Танауың ҡыҙарған! – тип уҡытыусы көлә.

– Танауым һәр ваҡыт ҡыҙыл, минең танауым шундай.

– Һин нимә, – ти, – ошондай танау ме­нән йәшәргә йыйынаһыңмы?

Ҡурҡып киттем:

– Миңә уны ни эшләтергә?

– Һат та яңыны ал.

– Һеҙ шаяртаһығыҙ.

Ул тағы ла көлә.

Үҙем уҡытыусының мәсьәлә тураһында һорауын көтәм. Барыбер һораманы. Онотто, шикелле. Иртәгеһен мине саҡыра:

– Йәле мәсьәләне күрһәт.

Баҡтиһәң, онотмаған.

Яандреев

Барыһы ла фамилия арҡаһында килеп сыға. Алфавит буйынса журналда беренсемен, берәй нәмә була ҡалһа, тоталар ҙа мине саҡыралар. Шуға күрә башҡалар­ҙан хөртөрәк уҡыйым. Бына Вовка Якуловтың бөтәһе лә «бишле». Уның фамилияһы менән был ҡыйын түгел – исемлектә ул иң аҙаҡта. Үҙеңде саҡырғандарын көт. Ә минең фамилия менән юҡҡа сы­ғаһың. «Ни эшләргә икән?» – тип уйларға тотондом. Төш көнө уйлайым, йоҡлар алдынан – бер нәмә лә сығара алмайым. Хатта ҡамасауламаһындар өсөн шкаф­ҡа ла инеп ултырҙым. Шунда саҡта уйлап таптым да инде. Синыфҡа ингәс, малайҙарға әйттем:

– Хәҙер мин Андреев түгел. Мин хәҙер Яандреев.

– Беҙ һинең Андреев икәнеңде күптән беләбеҙ.

– Юҡ, – тим, – Андреев түгел, ә Яандре­ев, «Я»ға башлана фамилиям – Яандреев.

– Бер нәмә лә аңлашылмай. Андреевтан һин ниндәй Яандреевҡа әйләнәһең? Бындай фамилиялар бөтөнләй булмай.

– Кемдәлер булмай, – тим, – кемдәлер була. Үҙем беләм.

– Ғәжәп, – ти Вовка, – ни өсөн һин көтмәгәндә Яандреевҡа әйләндең?

– Күрерһең әле, – тим.

Александра Петровна янына барҙым:

– Беләһегеҙме, миндә шундай хәл: хәҙер Яандреевҡа әйләндем. Журналда үҙгәртергә мөмкин булмаҫмы? Мин «Я»нан башланһын өсөн.

– Был тағы ниндәй фокус? – ти Александра Петровна.

– Был фокус түгел. Был минең өсөн бик мөһим. Ул ваҡытта шунда уҡ отличникка әйләнәсәкмен.

– Ах, эш бына нимәлә икән! Улайһа, мөмкин. Яандреев, таҡтаға сыҡ.

Парта аҫтында

Уҡытыусы таҡтаға боролоуы булды, мин шунда уҡ – парта аҫтына. Ул минең юғалыуымды күреү менән ҡот осҡос ғәжәпләнер, моғайын.
Ҡыҙыҡ, ул ни уйлар икән? Барыһынан да минең ҡайҙа булыуымды һорашырға тотонормо – вәт, рәхәтләнеп көләсәктәр! Дәрестең яртыһы үтеп китте инде, һаман да парта аҫтында ултырам. «Минең синыфта юҡлығымды ҡасан күрер икән?» – тип уйлайым. Ә парта аҫтында ултырыу ҡыйын. Минең хатта арҡам ауыртты. Шулай ултырып ҡарағыҙ! Йүтәлләнем – иғтибар итмәнеләр. Башҡаса ултыра алмайым. Етмәһә, Серёжка аяғын туҡтауһыҙ арҡама төртә. Түҙмәнем. Дәрес бөткәнсе ултырманым.
Парта аҫтынан сыҡтым да былай тинем:
– Ғәфү итегеҙ, Пётр Петрович...
Уҡытыусы һорай:
– Эш нимәлә? Һинең таҡтаға сыҡҡың киләме?
– Юҡ, ғәфү итегеҙ, парта аҫтында ултырҙым.
– Йә, нисек, унда, парта аҫтында уңайлымы? Һин бөгөн бик тыныс ултырҙың. Дәрестәрҙә һәр ваҡыт шулай булһаң икән.

Баштағы карусель

Уҡыу йылы аҙағында мин атайымдан ике тәгәрмәсле велосипед, батарейкалы пистолет-пулемёт, батарейкалы самолёт, осоусы вертолёт һәм өҫтәл хоккейы һатып алып биреүен һораным.
– Был әйберҙәрҙең үҙемдә булыуын бик теләйем! – тинем атайыма. – Улар башымда карусель һымаҡ гел әйләнеп тора, башым шул тиклем ныҡ әйләнә, аяҡтарымда саҡ баҫып торам.
– Ныҡ баҫып тор, – тине атайым, – йығылма. Мин онотмаҫ өсөн был әйбер­ҙәрҙең бөтәһен дә ҡағыҙға яҙ.
– Ниңә яҙырға, улар былай ҙа башымда ныҡ ултыра.
– Яҙ, – тине атайым, – һинең өсөн бының бер ниндәй ҡыйынлығы ла юҡ.
– Әлбиттә, бер ниндәй ҡыйынлығы ла юҡ, – тинем, – тик артыҡ мәшәҡәт. – Һәм ҡағыҙға эре хәрефтәр менән яҙҙым:
ВИЛИСАПЕТ
ПИСТАЛЕТ-ПУЛИМЁТ
САМАЛЁТ
ВИРТАЛЁТ
ХАКЕЙ
Шунан тағы ла уйланым да туңдырманы яҙырға булдым. Тәҙрә янына барып, ҡаршылағы алтаҡтаға ҡарағас, өҫтәнем:
ТУҢДЫРМА.
Атайым уҡығас:
– Әлегә мин һиңә туңдырма ғына алам, – тине, – ә ҡалғандарын көтәбеҙ.
Әле уның ваҡыты юҡтыр, тип уйланым.
– Сәғәт нисәгә тиклем? – тип һораным.
– Иң яҡшы ваҡытҡа тиклем.
– Ниндәй иң яҡшы ваҡыт?
– Икенсе уҡыу йылына тиклем.
– Ни өсөн?
– Сөнки һинең башыңда хәрефтәр карусель һымаҡ әйләнә, был башыңды әйләндерә, һүҙҙәр үҙ аяҡтарында баҫып тора алмай.
Әйтерһең, һүҙҙәрҙең аяҡтары бар!
Ә туңдырманы миңә йөҙ мәртәбә алдылар инде...

Сер

Беҙ синыфта ҡыҙҙарҙан сер йәшерәбеҙ. Сөнки бөтә донъяға сисеп ташлауҙары бар. Хатта иң мөһим дәүләт серен дә әйтеүҙәре ихтимал. Шуныһы һәйбәт: уларға быны ышанып тапшырмайҙар.

Дөрөҫ, беҙҙә бындай мөһим серҙәр юҡ, уларҙы ҡайҙан алаһың! Үҙебеҙ уйлап сығарҙыҡ. Ошондай серебеҙ бар ине: ҡом­ға ике пуля күмдек, был хаҡта берәүгә лә әйтмәнек. Тағы ла бер сер: ҡаҙаҡтар йыйҙыҡ. Мәҫәлән, мин төрлө-төрлөһөнән егерме биште, ләкин был хаҡта кем белде? Берәү ҙә! Бер кемгә лә яңылыш әйтеп һалманым. Нисек ҡыйын булғанын үҙегеҙ аңлайһығыҙ! Беҙҙең аша әллә күпме сер үтте, хатта уларҙың күпме икәнен дә хәтерләмәйем. Бер ҡыҙ ҙа бер ни ҙә белмәне. Улар беҙгә ҡырын ҡараны, төрлөсә ҡылансыҡланды, серҙәребеҙҙе хәйлә менән алыу хаҡында ғына уйланылар. Әлегә улар беҙҙән бер нәмә тураһында ла һорашманы, ләкин был бер нәмә лә аңлатмай бит әле. Шул ҡәҙәр хәйләкәр булыр­ҙар икән!

Кисә ишек алдында серебеҙ, үҙебеҙҙең бына тигән серебеҙ менән йөрөгәндә Ирканы күреп ҡалдым. Янынан бер нисә мәртәбә үттем, ул миңә күҙ ҡырыйы менән ҡараны.

Тағы ла ишек алдында йөрөнөм, шунан янына барҙым да әкрен генә көрһөндөм. Ул мин махсус көрһөндө, тип уйлаһын өсөн юрый көслө көрһөнмәнем.

Тағы ла ике мәртәбә көрһөндөм, ул йәнә күҙ ҡырыйы менән ҡараны. Шул ғына. Бынан бер ниндәй ҙә рәт сыҡмағас, көрһөнөүҙән туҡтаным.

– Әгәр һин минең нәмә белгәнде бел­һәң, баҫып торған урыныңда йығылып китер инең.

Ул йәнә миңә күҙ ҡырыйы менән ҡараны.

– Борсолма, – ти, – йығылмам, үҙең йы­ғылырһың әле.

– Миңә нимә, – тим, – миңә йығылыуҙың кәрәге юҡ, сөнки мин сер беләм.

– Сер? – ти. – Ниндәй сер?

Миңә ҡарай, үҙенә сер тураһында һөйләй башлауымды көтә. Мин әйтәм:

– Сер сер инде ул, теләһә кемгә һөйләр өсөн барлыҡҡа килмәгән.

Ул ни өсөндөр асыуланды.

– Үҙеңдең серҙәрең менән тай бынан! – ти.

– Ха, – тим, – шул ғына етмәгәйне! Был һинең ишек алдыңдыр шул!

Көлкөм килде хатта. Бына нимәгә барып еттеләр!

Баҫып торабыҙ ҙа торабыҙ, шунан уның миңә йәнә күҙ ҡырыйы менән ҡарауын күреп ҡалдым.

Китергә йыйынған ҡиәфәткә индем.

– Ярай, – тим. – Сер миндә тороп ҡала. – Бының ни аңлатыуын белһен өсөн көлөмһөрәнем.

Ул хатта башын минең яҡҡа борманы.

– Һиндә бер төрлө лә сер юҡ, – ти. – Һиндә ниндәйҙер сер булһа, әллә ҡасан һөйләгән булыр инең. Һөйләмәйһең икән, тимәк, бер нәмә лә юҡ.

Ул ни һөйләй һуң әле, тип уйлайым. Ниндәйҙер буш һүҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, саҡ ҡына юғалып ҡалдым. Ысынлап та, миндә ниндәйҙер сер барлығына ышанмауҙары ихтимал, сөнки уның хаҡында минән башҡа берәү ҙә белмәй. Башымда барыһы ла ғәләмәт буталды. Ләкин унда бер нәмә лә буталмауын белдергән ҡиәфәткә индем.

– Һиңә ышанып булмауы бик йәл, – тинем. – Юҡһа, мин үҙеңә бөтәһен дә һөйләп бирер инем. Әммә һинең хыянатсы булыуың ихтимал...

Шунан уның миңә тағы ла һыңар күҙ менән генә ҡарауын күрәм.

– Эш бында ябай түгел, – тим. – Һин быны яҡшы аңлайһың, тип ышанам. Юҡ өсөн үпкәләргә ярамай, тип уйлайым. Өҫтәүенә, был сер түгел, ә ниндәйҙер ваҡ-төйәк булһа. Мин һине һәйбәтерәк белгән булһам...

Оҙаҡ һәм күп һөйләнем. Ни өсөндөр миндә шундай теләк тыуҙы. Мин һөйләп бөткәндә ул янымда юҡ ине.

Ул стенаға терәлеп илай ине. Иңбаштары ҡалтырай. Һулҡылдап ҡуя.

Мин шунда уҡ уның был донъяла бер нисек тә хыянатсы була алмауын төшөндөм. Ул – тап барыһын да тыныс күңел менән ышанып тапшыра торған кеше. Быны шунда уҡ аңланым.

– Беләһеңме... – тинем мин, – әгәр һин... һүҙ бирһәң... ант итһәң...

Бөтә серҙе лә һөйләп бирҙем.

Иртәгәһен мине туҡманылар.

Ул барыһына ла һөйләгән...

Ләкин иң мөһиме Ирканың хыянатсы булыуы, серҙең асылыуы түгел. Һуңынан беҙ нисек кенә тырышһаҡ та, бер генә яңы сер ҙә уйлап сығара алманыҡ.

 

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Читайте нас: