+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
24 Ғинуар 2020, 13:12

"Отличник"

Нәрисә Уйылданова – һөнәре буйынса башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Рауил ауылында йәшәй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған педагог бар яҡтан да һәләтле. Баймаҡ районы «Һаҡмар» гәзите ойошторған иншалар, «Ынйы» республика шиғырҙар конкурстарында I урындар яуланы.

Нәрисә балалар өсөн матур хикәйәләр ҙә яҙа. Уға артабан да ижади уңыштар, бейеклектәр теләп, һеҙгә бер хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.


Фәнүзә БИКТИМЕРОВА, Әбйәлил районы балалар әҙәбиәте етәксеһе.

Хикәйә

– Ярай, яҡшы булған, күберәк икәнһегеҙ, күңеллерәк булыр, – тиеү менән генә сикләнде.
Уның синыфында барлығы туғыҙ уҡыусы, хәҙер бына парлы булырҙар. Уҡытыусының йөрәге шатлыҡтан, һөйөнөслө хәбәр­ҙән дарҫлап типте. Яҡшы уҡыған, тырыш, һәләтле уҡыусы – барлыҡ уҡытыу­сыларҙың да иң ҙур хыялылыр ул.
Яңы көн тыуҙы. Сәриә Камил ҡыҙы әле генә ҡалҡ­ҡан яҙғы ҡояшҡа оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Тауҙар­ға нисәнсе ҡат инде һоҡланыуы. Май айының йәмле иртәһе тик ҡы­уаныс­тар килтерһә ине, тип теләне эстән генә.
Ғәҙәттәгесә, мәктәпкә юл алды. Аҙымдар ғына ғәҙәти түгел бөгөн, әллә ҡайҙа ашыҡҡандай, тыңлашмай атлайҙар. Йөрәк, осрашыуҙы күҙаллап, түҙемһеҙләнеп тибә. Бына ул мәктәп эсенә үтеп, икенсе ҡатҡа күтәрелде. Шул ваҡыт ят малайҙың йылп итеп уҙып киткәнен абайланы. Ул бүлмәгә ҡулдарын кеҫәһенә ты­ғып, башын юғары күтәреп инде. Сәриә Камил ҡыҙы – уның артынса. Күҙҙәр осрашты, урыҫсалап һаулыҡ һорашты, йәшел күҙҙәрен ҡыҫа биреп, һынамсыл ғына ҡараны ла тышҡа сыҡты. Күп тә торманы, кире инде. Танышыу ошолай башланды. Исеме Артём булып сыҡты, урыҫса һөйләшә, башҡортса насар аңлайым, тип аңлатты. Уҡытыусы ҡайҙан килеүе менән ҡыҙыҡһынды, уҡыуы тураһында ла һорарға онотманы. Ул, ысынлап та, яҡшы уҡыйым, элекке мәктәптә гел «бишле»гә өлгәштем, тип башын юғары күтәрҙе. Афарин икән­һең, Артём, тип уҡытыусы башҡа балаларға ла ҡараш ташланы. Йәнәһе, ана, күрәһегеҙме, ниндәй шәп малай уҡырға килгән беҙгә. Шаулап торған синыф бөгөн ниңәлер шымып ҡалғандай.
Урыҫ теле дәресе. Сәриә Камил ҡыҙы уны ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөүҙән башланы. Барыһы ла яңы малайға, отличникка, күҙҙәрен төбәне. Ул, ҡулын күтәреп рөхсәт алғас, торҙо ла ҡағиҙәне шартлатып әйтеп тә бирҙе. Синыфташтары геү итеп ҡалды. Ысынлап та, барыһын да уҙҙыра бит малай.
Шулай көндәр үтә торҙо. Уҡытыусы, отличниктың документтарын ҡулына алмайынса, уның ысынлап шулаймы, юҡмы икәненә ышанып та етә алманы. Ҡайһы бер дәрестәрҙә яңы теманы ауыр үҙләштереүен яңы мөхиткә өйрәнеп етә алмауға бәйләне, ҡайһы саҡ, үҙемдәлер ғәйеп, тип тә ҡуя ине. Нисек кенә булһа ла, ҡаты бәрелмәне ул яңы уҡыусыға. Барыһы ла яйланыр, тип өмөт итте. Башҡорт теле дәресендә диктант урынына күсереп яҙырға рөхсәт бирҙе. Тик хаталарҙы күргәс, сәстәре үрә торҙо. Башҡорт хәрефтәрен бөтөнләй белмәй икән дә?! Сәриә Камил ҡыҙы үҙенә ошо хәрефтәрҙе өйрәтеүҙе төп бурыс итеп алды. Икәүләп тырыштылар һәм маҡсатҡа ла ирештеләр. Хәҙер Артём бөтә башҡорт хәрефтәрен дә бик яҡшы белә ине, күсергәндә лә хаталар кәмене.
...Бына Артём Даниловтың документтары өҫтәлдә ята. Сәриә Камил ҡыҙы уны һаҡ ҡына ҡулдарына алды. Ысынлап та, отличникмы икән был малай, тигән уй йәшен тиҙлегендә башынан йүгереп үтте. Артёмдың синыфҡа килеүе күп нәмәне үҙгәртте, башҡалар ҙа уға оҡшап, тыңлаусан, тәртипле, итә­ғәтле булып китте. Кемдер берәү тәрбиәһеҙлек күрһәтһә, тиҙ үк уны тән­ҡитләп, үҙ фекерен әйтеп ҡуя ине. Илке-һалҡы ғына йөрөгәндәр ҙә тырышып уҡырға кереште. Уҡытыу­сының ҡыуаныс­тан хатта күҙҙәре йәшкә мансылған саҡтары ла булды. Дәрестә шаулап, ҡамасаулап ултырыусы ла юҡ. Һәр кем үҙе булдыра алған тиклем генә түгел, унан былайыраҡ тырышып уҡыны.
Бына ул хәҙер дөрөҫөн беләсәк. Уҡытыусының көткән өмөттәре аҡланманы, Артём отличник булмаған, алдаған булып сыға инде. Тик уҡытыусы был турала берәүгә лә өндәшмәне, балалар һаман уны иң-иңе тип белде, малай үҙе лә һәр ваҡыт яҡшы уҡыусы ролендә килештереп йөрөнө.
Сәриә Камил ҡыҙы төрлө конкурстарға әҙерләне, уҡыуҙа ла һәр саҡ яҡын дуҫы, терәк булырға тырышты. Уның ысын отличник булыуын теләй ине, сөнки бит белә, һиҙә, Артёмдың иң ҙур хыялы – гел «бишле»гә генә уҡыу. Фәнни-тикшеренеү эшенә ентекле әҙерләнеп, икенсе урын алһа, республика кимәлендә номинацияға лайыҡ булды, рәсем төшөрөү буйынса конкурстарҙа бер нисә тапҡыр призлы урын яулаһа, физкультура буйынса олимпиадала призёр булып, уҡытыу­сыһын һөйөндөрҙө ул. Артёмдың иң ауыр үҙләштергән фәне математика ине. Ҡабатлау таблица­һын башҡалар һиҙмәһен өсөн күсереп яҙыуын уҡытыусы ғына белде, тик өндәшмәне. Дәрестән һуң ҡалып шөғөлләнделәр, таблицаны ла ятлауға өлгәштеләр. Сәриә Камил ҡыҙының дәртләндереп әйткән һүҙҙәре күктәргә күтәргәндәй ҡанатландыра ине «отличник»ты.
Уҡытыусы ғына белгән «өслө» билдәләре «дүрт»­кә әйләнде, «дүртле»ләр – «бишле»гә. Шулай тырыша торғас, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы ла етте, дүртенселәр башланғыс синыф менән хушлашты, кисә үткәрҙеләр. Артём менән күҙгә-күҙ осрашып барыһын да асып һалыр алдынан, нисегерәк итеп күңеленә яра һалмай ғына әйтергә һуң, тип уҡытыусы бик уйланды.
– Артём, һин, ысынлап та, шәп малай булып сыҡтың, барыһына ла өлгө булдың һәм артабан да шулай тырыш, тәртипле, ярҙамсыл булып ҡал. Һинең элек нисек уҡығаныңды бик яҡшы беләм, ләкин был хәҙерге мәлдә мөһим дә түгел.
Артёмдың бите ҡыҙар­ҙы, ҡарашын ситкә төбәне.
– Сәриә Камил ҡыҙы, ғәфү итегеҙ... Һеҙ ҡайҙан белдегеҙ һуң? Элек беҙҙе уҡытҡан уҡытыусы әйттеме? Уны ҡайҙа күрҙегеҙ?
Уҡытыусы уның алдына өндәшмәй генә баһалар ҡуйылған документты һалды.
– Насар уҡытыусы уҡытты мине, шуға мин насар уҡыным, Сәриә Камил ҡыҙы, ә һеҙ – яҡшы уҡытыусы.
– Насар уҡытыусылар булмай ул, Артём, улай тимә. Ә бына алдашҡан уҡыусылар бигерәк алама була. Һин килешәһеңме минең менән?
– Килешәм, тик минең шул тиклем отличник бул­ғым килә ине, шуға ла алдаштым, ғәфү итегеҙ.
– Үҙеңде күптән ғәфү иттем инде, һин килгәндән бирле үҙемде иң бәхетле уҡытыусы итеп тоям. Сөнки барыһына өлгө булдың. Ана бит, ялҡауланып йөрөгәндәр нисек тырышты, итәғәтле булып киттеләр, тәртип яғынан да яҡшыға үҙгәр­ҙеләр. Ошо үҙе бәхет түгелме һуң? Һин минең өсөн һәр саҡ отличник булып ҡалырһың, – тине лә, башынан һыйпап, әсәләрсә арҡаһынан һөйөп яратты.
– Рәхмәт, Сәриә Камил ҡыҙы. Бынан ары ла тырышып уҡырмын, отличник булыр өсөн бар көсөмдө һалырмын. Әлбиттә, бер ваҡытта ла алдашмаҫҡа һүҙ бирәм.
– Аҡ юл һиңә, «отличник»!

Нәрисә УЙЫЛДАНОВА.
Читайте нас: