+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
10 Июль 2020, 13:23

Бәпес

Хикәйә

Ләйсәнгә алты йәш тулғанда ата-әсәһе ауылдың үрге осонда яңы йорттарын һалып бөттө.

– Йә, ҡыҙым, йыйынырға кәрәк. Һиңә бик мөһим эш ҡушам: барлыҡ уйынсыҡтарыңды йыйып, бына ошо ҡумтаға тултыр, – тине атаһы, арҡаһынан һөйөп.

Эй, ярата ла инде атаһын Ләйсән! Уның мөһабәт кәүҙәһе хас әкиәттәге батырҙарҙыҡы кеүек. Әсәһе ошо хаҡта әкиәт уҡығанда ул гел атаһын күҙ алдына баҫтыра. Киң яурынлы, оҙон буйлы, көслө, үҙе матур ҙа бит ул! Етмәһә, исеме лә Батыр атаһының. Күкрәгенән сыҡҡан тауышы ла ҡалын, матур булып яңғырай.
Ә әсәһе ниндәй сибәр уның! Һылыу, һомғол буйлы, оҙон ҡуңырт сәстәрен толомлап үргән еренән туҙҙыратып ебәрһә, хас артистар һымаҡ була ла ҡуя. Ул йылмайғанда бит остарының батып тороуы тағы ла һөйкөмлөрәк итә үҙен. Нәфисә тип исем ҡушҡанда шул тиклем ҡыҙҙарының нәфис булырын белделәрме икән өләсәһе менән олатаһы?
Атаһы биргән ҡумтаға уйынсыҡтарын йыя-йыя шуларҙы уйланы Ләйсән. Үҙе буйға бәләкәс кенә булһа ла, бик теремек ҡыҙыҡай ул. Атаһыныҡы һымаҡ бөҙрә ҡара сәстәре, алһыуланып торған бит остары, кескәй генә ауыҙы уны ҡарап тороуға ҡурсаҡҡа оҡшаттыра. Танауына сыҡҡан һипкелдәре бигүк оҡшап бөтмәһә лә, әсәһе: «Һипкелле-һөйкөмлө, тигәндәр, һөйкөмлөм минең, шатлан һипкелдәреңә, бөтәһендә лә юҡ бит ул», – тип тынысландыра. Ҡыйылып торған ҡаштары аҫтында һәр ваҡыт нур һибеп торған зәңгәр күҙҙәре –әсәһенеке. Атаһыныҡы – ҡуңырт төҫтә. Ләйсәнгә оҡшай ул зәңгәр күҙле булыу. Күргән береһе һоҡланып, арҡаһынан яратып китә үҙен.
«Эй, ниндәй матур бала! Бәхетле бул, иманлы бул, ҡыҙым!» тигәндәре лә бар. Быны үҙенсә аңлай Ләйсән. Һине ярат­һалар, үпәс итһәләр, кисен йоҡларға ятҡанда, сәстәреңдән һыйпай-һыйпай, ҡосаҡлап ҡына ятып әкиәт уҡыһалар, һиңә оҡшаған күлдәк, уйынсыҡтар, тәмлекәстәр алып бир­һәләр – бына шул инде бәхет! Ә-ә-ә, юҡ, ул ғына түгел икән! Бәхет – ул атайҙың елкәһенә ултырып, тирә-яҡтағы кешеләрҙән, хатта ҙур-ҙур ағайҙарҙан да бейегерәк булыу. Вәт! Шулар барыһы ла бәхет ул Ләйсән өсөн. Ә бына иман тигәнен әле аңлап бөтөрмәне ҡыҙ. Атаһынан һорағайны ла, уныһы: «Мулла бабайҙан белеш, йәме, ҡыҙым?» – тип кенә ҡуйҙы. Ә әсәһе: «Тауышланма, шым ғына бул, бәпесте уятаһың», – тип яуап бирҙе. Эх! Мулла бабайҙы көтөргә ҡала инде...
Бәпес, тигәндән, Ләйсәндең ҡустыһы бар. Бына биш ай инде Ләйсән – апай кеше. Хәҙер йыш ҡына «Һин ҙур, тороп тор», «Ашыҡма, башта бәпескә», «Ҡысҡырма, тауышланма, бәпес йоҡлай», «Илатма, бир ҡус­тыңа!» тигән һүҙҙәрҙе ишетә ул. Ҡайҙан апҡайттылар шул малайҙы! Ҙурырағы, Ләйсән һымағырағы, булманымы икән ни? Исмаһам, уйнарға иптәш булыр ине! Ә был бәпес, бына ысын, Ләйсәндең әсәһен үҙенә тартып алды ла ҡуйҙы. Етмәһә, имгәндә лә, алып китмәһендәр, тигәндәй, әсәһен сытырлатып тотоп ята. Бәләкәс кенә йоҙроғо шундай көслө, ҡәҙерлеһенән ҡулын айыра башлаһаң, сырылдап илай башлай. Хәҙер кистәрен әсәһе лә әкиәттәрҙе һирәгерәк һөйләй башланы. Күп ваҡыт ҡустыһын йоҡлатырға ятҡыра ла үҙе лә ойоп китә. Ләйсәндең бойоҡ йөрөгәнен күргән атаһы ғына ҡайһы саҡта ҡыҙын ҡосаҡлап ятып, сәстәренән һыйпай-һыйпай, хан ҡыҙҙары, Урал, Ҡамыр батырҙар тураһында әкиәттәр һөйләй. Эй, бәхетле лә инде шул саҡта Ләйсән!
Уйынсыҡтары ике ҡумта булды. Көскә йыйып бөттө.
– Йә, әҙерһеңме? – тип атаһы күтәреп алып, Ләйсәнде юғарыға сөйҙө. – Яңы йортҡа күсәбеҙ, ҡыҙым, яңы йортҡа!
Атаһының шатлығы Ләйсәнгә лә күсте. Иртәгә күсенәһе төндө йоҡоға китә алмайынса урынында оҙаҡ әйләнгеләп ятты.
Икенсе көнгә йорт алдына ҙур машина килеп туҡтаны. Бер нисә ағай ашыға-ашыға ҙур ҡумталарға йыйналған әйбер­ҙәрҙе ташыны. Ниһайәт, йорт кәрәк-яраҡтары тейәлеп бөттө. Ләйсән бесәй балаһын да алып, атаһы, әсәһе, ҡустыһы менән яңы йортҡа юлланды.
Ауылдың үрге осонда төҙөлгәйне ул, үҙе ҙур һәм матур ине. Ишекте асыу менән танауға ағас еҫе бөркөлдө. Иң беренсе булып өй эсенә бесәй балаһын индереп ебәрҙеләр, унан үҙҙәре аяҡ баҫты.
– Ҡыҙым, һинең бүлмәң ошонда булыр.
Атаһы Ләйсәнде етәкләп эскә алып инде. Ул яҡты ла, ҙур ҙа ине. Тәҙрәһе урамға ҡарай. Уйынсыҡтарына ла, ҡурсаҡтарына ла хәҙер урын етәсәк.
– Ә быныһы һиңә бүләк. Ҡәҙерләп кенә үҫтерһәң, гел сәскә атыр. Уға ҡараған һайын иҫеңә төшөр: һин – беҙҙең гөлөбөҙ!
Әсәһе йылмайып Ләйсәнде күкрәгенә ҡыҫты. Күптән ҡосаҡлағаны юҡ ине. Бәпес ҡайт­ҡандан бирле. Ҡыуаныстан һыҡтап иланы ла ебәрҙе.
– Атаҡ, атаҡ, ҡыҙым, ни булды? Нишләп илайһың?
Атаһы менән әсәһе кем уҙар­ҙан тынысландыра башланы. Ләйсән уның һайын ҡысҡырыбыраҡ һыҡтаны. Оҡшай ине уға ата-әсәһенең бар иғтибар­ҙарын биреп үҙен йыуатыуҙары. Был минутта унан да бәхетле кеше юҡ ине. Тимәк, һаман да ныҡ яраталар!
– Атай, әсәй! Ә һеҙ мине, ысынлап та, яратаһығыҙмы? – тип һорап ҡуйҙы.
Атаһы менән әсәһе бер тауыштан яуап бирҙе:
– Әлбиттә, яратабыҙ!

– Теге бәпесте яратҡан кеүекме?
Атаһы менән әсәһе бер-береһенә ҡарашты ла көлөп ебәр­ҙе.
– Ах, һин, көнсөлбикә! Шуға көйәләнеп йөрөйһөң икән!
Атаһы һикереп торҙо ла Ләйсәнде күтәреп алды. Әсәһе лә уларҙы ҡосаҡланы.
– Бәпестең исеме бар, ҡы­ҙым, Булат ҡустың. Әлегә ул бәләкәс. Һинең, беҙҙең ярҙамға, яратыуыбыҙға мохтаж. Бына күр ҙә тор: бик тиҙҙән үҫеп етер, атайың һымаҡ ҙур, көслө булыр һәм һәр ваҡыт һине яҡлап, һаҡлап ҡына торор. Әле беҙ уға үҫергә ярҙамлашабыҙ. Һин дә булыш. Донъялағы иң шәп апай кем, тиһәләр, Булат ҡустың: «Минең Ләйсән апайым!» – тиерлек булһын, йәме?
Ниңә быны элегерәк әсәһе аңлатманы икән? Ана бит, тимәк, бәпес үҫәсәк тә уның яҡлаусыһына, иң яҡын кешеһенә әйләнәсәк. Өләсәһенең уҫал маһмайынан да, күршеләрҙең ата ҡаҙынан да, түбән остағы гел сәсен тартып илатҡан ерән сәсле Илфаттан да яҡлаясаҡ. Бәлки, был үрге оста ла уҫал йән эйәләре барҙыр әле. Хәҙер ҡустыһы булғас, береһе лә ҡурҡыныс түгел!
– Мин һиңә ҙур, көслө булып үҫергә ярҙам итәсәкмен, Булат ҡустым! – тип шыбырҙаны Ләйсән балалар арбаһында уйнап ятҡан ҡустыһына.
Ә уныһы аңлағандай, апайына ҡарап йылмайҙы ла шат ауаздар сығарып, сәпәкәй итте.

Светлана ШӘРИПОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: