+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
2 Октябрь 2020, 13:41

Ышаныслы кеше

Евгений ПЕРМЯК

 Хикәйә Беренсе синыфта беренсе партала ҡаһарман лётчик-һынаусының улы Андрюша Рудаков ултыра. Көслө һәм ҡыйыу малай. Һәр ваҡыт көсһөҙҙәрҙе яҡлай, бының өсөн уны синыфта барыһы ла ярата.

исемле бәләкәй сибек ҡыҙ ултыра. Бәләкәйлеген һәм ябыҡлығын ғәфү итергә мөмкин әле, ләкин уның ҡурҡаҡ булыуы менән малай бер нисек тә килешә алманы. Асяны күҙҙәрҙе таҫрайтып та ҡурҡытырға мөмкин. Ул һәр осраған эт алдында ҡалтырай, ҡаҙҙарҙан ҡаса. Хатта ҡырмыҫҡаларҙан да шөрләй.

Андрюшаның бындай ҡурҡаҡ менән бер парта артында ул­тыр­ғыһы килмәне, нисек тә Ася­нан арынырға теләне. Ә уны икенсе урынға күсереп ултыртманылар.
Бер ваҡыт Андрюша быяла банка менән ҙур үрмәксе алып килде. Ҡурҡыныс нәмәне күргәс, Ася ағарынды ла шунда уҡ икенсе партаға күсте.
Ҡыҙ ике көн бер үҙе ултырҙы. Быны уҡытыусы Анна Сергеевна ла күрмәмешкә һалышты, ә өсөнсө көндө дәрестәрҙән һуң Ан­дрюшаның ҡалыуын үтенде.
Малай эштең ниҙә икәнен шунда уҡ төшөндө. Барыһы ла бүлмәнән сыҡҡас, үҙен ғәйепле тойоп, уҡытыусыға уңайһыҙланып әйтте:
– Мин үрмәксене юҡҡа ғына алып килмәнем. Асяны бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа өйрәтергә теләгәйнем. Ә ул...
– Мин һиңә ышанам, – тине Анна Сергеевна. – Кем нисек булдыра ала, шулай иптәштәренә үҫергә ярҙам итә. Һине бәләкәй генә бер тарих һөйләргә саҡырҙым.
Ул Андрюшаны үҙ урынына ултыртты, ә үҙе Ася урынына күс­те.
– Күп йылдар элек ошо уҡ синыфта бер малай менән бер ҡыҙ уҡыған. Улар бер партала әле беҙ нисек ултырһаҡ, шулай ултырған. Малайҙың исеме – Вова, ә ҡыҙҙыҡы – Аня. Ҡыҙ сирләшкә бала булып, ә Вова көслө һәм сәләмәт малай булып үҫкән. Аня йыш ауырыған. Воваға уға дәрестәрен әҙерләргә, уҡырға ярҙам итергә тура килгән. Бер мәл ҡыҙ аяғын ҡаҙаҡ менән яралаған. Шундай итеп йәрәхәтләнгән, мәктәпкә йөрөй алмаған: ботинка ла, быйма ла кейерлек түгел. Икенсе сирек дауам иткән. Вова бер көн янына килгән дә: «Аня, мин һине мәктәпкә сана менән йөрөтәсәкмен», – тигән. Ҡыҙ ҡыуанған, ләкин ҡаршы төшкән: «Нимә һин, нимә һин, Вова! Был бик көлкө буласаҡ! Беҙҙән тотош мәктәп һаһылдап көләсәк...» Әммә үҙ һүҙле Вова: «Һаһылдай бирһендәр!» – тигән. Ошо көндән башлап ул һәр көндө Аняны мәктәпкә сана менән алып барған, алып ҡайтҡан. Баштараҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар уларҙан көлгән, ә һуңынан үҙҙәре үк ярҙам итергә тотонған. Яҙға Аня сәләмәтләнгән, башҡалар менән бергә сираттағы синыфҡа күскән. Вова менән Аняның кем булыу­ҙарын белгең килмәһә, ошоноң менән хикәйәмде тамамлай алам.
– Ә кем? – Андрюша түҙемһеҙләнеп һораны.
– Вова бына тигән лётчик-һынаусы булған. Ул – һинең атайың Владимир Петрович Рудаков. Ә Аня – хәҙер һинең уҡытыусың Анна Сергеевна.
Андрюша ҡарашын түбән төшөрҙө. Партаһы артында ошолай оҙаҡ ултырҙы. Ул сананы, хәҙер уҡытыусыһына әйләнгән Аня тигән ҡыҙҙы, атаһын, үҙе ныҡ оҡшарға теләгән Вова тигән малай­ҙы йәһәт кенә күҙ алдына килтерҙе.
Иртән Андрюша Ася йәшәгән өйҙөң болдоронда тора ине. Ҡыҙ, һәр ваҡыттағыса, өләсәһе менән бергә күренде. Ул мәктәпкә яңғыҙы йөрөргә ҡурҡа.
– Хәйерле иртә! – тине Андрюша Асяның өләсәһенә. Шунан ҡыҙ менән иҫәнләште. – Ася, теләһәң, мәктәпкә әйҙә бергәләп барайыҡ.
Ҡыҙ Андрюшаға ҡурҡып ҡараны. Ул юрый алсаҡланып һөйләй, унан теләһә нәмә көтөргә була, тип уйланы. Ләкин өләсәһе малайҙың күҙҙәренә ҡарағас:
– Һиңә, Асенька, миңә ҡарағанда уның менән яҡшыраҡ булыр. Ул һине эттәрҙән дә һаҡлар, малайҙарҙан да рәнйеттермәҫ.
– Эйе, – Андрюша әкрен, ләкин ныҡ әйтте.
Улар бергә атланы. Таныш булмаған эттәр, ыҫылдаусы ҡаҙҙар янынан үттеләр. Һөҙгәк, бәйләнсек кәзәгә юл бирмәнеләр. Асяға ҡурҡыныс түгел ине.
Ул хәҙер Андрюша янында үҙен көслө һәм ҡыйыу тойҙо.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Читайте нас: