+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
23 Октябрь 2020, 20:43

Һайыҫҡан

Хикәйә

Боронғо замандарҙан алып хәҙерге көнгәсә йәшәй икән  бер ҡош. Ҡойроғо оҙон, үҙе сос, имеш.

Ана шул ҡоштоң яратҡаны ябай йомортҡа ғына түгел, хатта тере себеш икән. Йәнә ул, шаҡы-шоҡоно үҙ иткән ҡыҙсыҡтай, төрлө ялтыр-йолторҙо күрҙеме, иҫе киткән. Һоҡланып ҡарап тороуы ғына етмәй, шундуҡ сәлдереп, ояһына йәһәт кенә йәшереп ҡуя һалған. Тимер-томорҙан алюминды йый­ған. Уйлап ҡараһаң, уның ни хәжәте инде, аптырарһың.

Сыртлан ана шул ҡошто көн дә күҙәтә, ябай тел менән әйткәндә, аңдый инде. Бына ул шыҡырҙап торған йәмһеҙ генә тауыш сығарып, тағы өй тирәһенә яҡынланы. Бик һаҡ үҙе: ҡойроғон улай-былай болғандатып, алан-йолан ҡаранып, аҙыраҡ бер урында ултыра бир­ҙе. Малай һиҙә, хәҙер ул йә йомортҡа, йә себеш эләктерәсәк. Инде уларын да ҡаптырып алмаһа, Аҡбайҙың аш һала торған сеүәтәһендә ашарға эҙләйәсәк. Әрһеҙләнеп килеп ултырыуы етмәй, бер туҡтауһыҙ шыҡырлай бит әле, йән көйөгө. Уны өркөтөү юлын күп уйланы Сыртлан. Рогатканан да атып ҡараны, ҡарасҡыһы ла ҡалманы. Ошоноң менән барыһы ла онотолор ине лә һуң, их, әгәр ошо ваҡиға булмаһа...
Бер көндө ағаһы менән ерҙе ҡаҙып, түтәл эшләп, сөгөлдөр сәскәйнеләр. Көн дә һыу һиптеләр, орлоҡтарҙан йәш үҫентеләр шытып сыҡты. Инде япраҡтар ҙа буйтым ҙурайҙы. Иртәнге тәмле йоҡонан әсәһенең һуҡранған тауышы уятты. Малайҙар һикереп торҙо ла тыш­ҡа атылды. Ни күҙҙәре менән күрһендәр, уларҙың үҫеп кенә килгән сөгөлдөр япраҡтары юҡҡа сыҡҡайны. Бына һиңә мә! Малайҙар тикшереү үткәрә башланы, түтәлдә ҡош эҙҙәренән башҡа бер ни ҙә күрмәнеләр. Тимәк, быныһы ла – баяғы ҡоштоң этлеге.
Аталары эштән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алдылар, оло план уйлар кәрәк ине. Йорт хужаһы был хәлде ишеткәс, баш сайҡаны ла:
– Тәк, ҡош бик аҙған, шаш­ҡандан шаша бара, берәй сараһын күрер кәрәк, – тине.
Ошоно ғына көтөп ултырған Сыртлан ул ҡошто тотоп, ситлеккә ябырға тәҡдим итте. Ағаһы һыны ҡатҡансы көлдө, атаһы был тәҡдимдең мәғәнәһеҙ икәнен белдерҙе. Ҡапҡан ҡорайыҡмы, тип тә уйлаштылар. Был уй атайҙарына ла оҡшаны. Ул үҙе ҡатырғанан ҙур бөркөт эшләп элергә ҡушты. Һүрәт төшөрөргә оҫтарып алған Сыртлан йәһәт кенә сыймаҡлап та ҡуйҙы.
Ана, ул хәс тә бөркөттөң үҙе, бына-бына осоп китерҙәй булып, елгә ялпылдап тора. Сыртлан, ғәҙәттәгесә, быны сит­тән күҙәтә. Юҡ, күренмәй ҡош, тимәк, ҡурҡа. Шулай көн үтеп китте, теге яуыз йорт янына яҡынламаны ла. Вәт, баш та инде атаһында. Ошоғаса ниңә был уның уйына ла инеп сыҡмаған икән. Әмәлен тап­тылар, ҡотолдолар ул ҡош­тан. Шәп иттеләр! Ҡурҡҡан­дыр инде, һайыҫҡан йорттары эргәһендә башҡаса күренмәне.
Кисен атаһы ике улын ике яғына ултыртып, ана шул ҡош тураһында әкиәт һөйләне. Сыртлан быны ауыҙын асып тыңланы.
– Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың берҙән-бер иркә генә улы булған. Яңғыҙ булғас, үтә иркәләтеп, боҙоп бөтөргәндәр тегене. Эш эшләмәй генә, сырт төкөрөп, тик ята икән. Ашай ҙа йоҡлай, ашай ҙа йоҡлай, ти. Әбей менән бабай ҡартайып киткән, улы буй еткергән. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнмәгән егеткә ауырға тура килгән, ата-әсәһе йомош ҡушһа ла, эшләй белмәйем, ти ҙә ята, имеш. Ҡарт көнөбөҙҙә был бала һыу ҙа эсермәҫ беҙгә, тип борсол­ған әбей менән бабай.
Ни хикмәт, бынан ары теге улдары тик ятып үтә бирешкән, бите сырышып бөткән, тештәре, сәсе лә ҡойола башлаған, ти. Әбей менән бабай көн дә хәрәкәттә булғас, киреһенсә, йәшәрә барған. Был хәлдә һөйөклө улдарын күреү үтә аяныслы булған. Тик улар бер нәмә лә эшләй алмаған. Ҡаты сиргә тарыған улдарын кемгә генә күрһәтеп ҡарамағандар, тик уны дауаларҙай әмәл тапмағандар. Кипкән, һарғайған егет. Ахыр сиктә, йән биргән. Шул ваҡыт уның йәне ҡош булып осоп сығып киткәненә әбей менән бабай шаһит булған.
– Һай, осҡан, – тип әйтеп ҡал­ған әбей. Ошо ваҡиғанан һуң ана шул ҡошто һай осҡан, тора-бара һайыҫҡан исеме менән атай башлағандар, имеш. Анһат ҡына йәшәргә яратҡан был ҡош күптәрҙең маҙаһына тейә икән, – тип тамамлаған әкиәтен атай кеше. Унан:
– Оҡшанымы әкиәт, уландарым? Шулай тормошта ла бит һайыҫҡан ише кешеләр осрап ҡуя. Ана шулар кеүек булмағыҙ, үҙ икмәгегеҙҙе үҙегеҙ эшләп ашағыҙ, хеҙмәт һөйөп үҫегеҙ, тән дә йәш, йөрәк тә шәп булыр, – тип улдарының баштарынан һыйпап та алған.

Нәрисә УЙЫЛДАНОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы, Рауил ауылы.

Читайте нас: