+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
5 Февраль 2021, 12:49

Картуф

Шағирә, актриса, композитор, психолог Светлана Хәниф ҡыҙы ШӘРИПОВА 1974 йылдың 31 ғинуарында Асҡын районының Әмир ауылында тыуған. Әлеге көндә «Йондоҙҙар донъя­һы» продюсер үҙәгенең директор урынбаҫары. «Сабырлыҡтың тө­бө – һары алтын», «Аҡ ҡар­ҙарҙа аҡ раузалар» китаптары авторы.

 

Хикәйә

Үҙенә туғыҙ-ун йәштәр самаһы булғандыр. Көтөү көтөргә сират уларға был юлы Ғәҙел бабай менән уртаҡ тура килде. Атаһы ситтә йөрөп эшләгәнлектән, көтөүгә сығыу Хәлиттең вазифаһына инә ине.

Иртәнге етелә күтәрелеп кенә килгән томанды ярып, сыбырт­ҡы шартланы. Ауыл башындағы беренсе йорт янындағы был тауыш яңы көнгә старт бирә ине. Йоҡолары ла туйып бөтмәгән апай-еңгәйҙәр бер-бер артлы мал-тыуарҙарын кәртә-ҡуранан урам­ға ҡыуалай башланы. Һыйыр малы мөңрәгән, һарыҡтар­ҙың баҡырған тауышы ауылды тамам уятты. Наҙланып ҡына офоҡтан сығып килгән ҡояш та, быларҙан ҡалышмайым әле, тигәндәй, йәһәтерәк күккә үрмәләй башланы.

– Яңы көн тыуҙы, Аллаға шөкөр! – тине уны ҡыуып еткән Ғәҙел бабай.

Малдарҙы төшкө һыулауға ҡә­ҙәр ҡарап ҡына торорға тура килә: саҡ ҡына онотолоп китһәң, һыйырҙар «һә» тигәнсе ауылда тороп ҡалған быҙауҙарына аш­ҡынып, ҡайтыу яғына ҡасып китергә әҙер генәләр.

Ә инде төшкө һыулауға еткәс, иртәнге ысыҡта һутланған үләнгә туйынып, киң булмаған тау йылғаһының һыуын эскәс, мал­ҡайҙар, көйшәй-көйшәй, ял итер­гә ағас ышығына ята. Хәҙер инде көтөүселәр ҙә бер аҙ хәл йыйырға, төшкө аш ашарға ултыра ала.

Ғәҙел бабай яурынына аҫҡан ҡапсығынан бешкән картуф, тоҙ, икмәк алып, ергә йәйгән япмаға һалды ла Хәлиткә өндәште:

– Әйҙә, улым, тамаҡ ялғап алайыҡ!

Ғәҙел бабай йылдар буйы усаҡ төтөнөндә ҡарайған сәйнүгенә шишмә һыуы һалып аҫ­ҡыға элгән арала Хәлит тә тоҡсайынан әсәһе бешереп һалған күмәстәрҙе, йомортҡа һәм ҡаймаҡты алып ҡуйҙы.

– Сәй ҡайнағансы ашап алайыҡ, – тине ҡарт. – Етеш, мә, картуф.

– Мин уны яратмайым, – тине Хәлит.

– Эй, улым, һин улай тимә! Картуф менән икмәк, тоҙ булһа, йәшәргә була ул.

Хәлит күҙҙәрен ҙур асып бабайға текләне.

– Бары шул ризыҡтар менән генәме?

– Эйе, бына шул ризыҡтар менән генә лә йәшәп була. Ә бына юҡ икән...

Ҡарт тынып ҡалды. Хәлит тынлыҡты боҙорға ҡурҡып, шым ғына ултыра бирҙе.

– Миңә ете йәш ине һуғыш баш­ланғанда, – Ғәҙел бабай тын­лыҡты өҙҙө. – Егерме өсөнсө июндә ете йәш тулды. Шул уҡ көндө атайымды һуғышҡа алып киттеләр. Әсәйем мин, дүрт йәшлек һеңлем, атайымдың әсәһе – өләсәйем менән тороп ҡалды. Үҙем ул саҡта аңлап етмәй инем, һуғыштың нимә икәнен дә, төндәрен өләсәйем менән әсәйемдең ниңә илағанын да. Әлбиттә, аҙаҡ төшөндөм. Биш йыл эсендә аңланым. Атайым 1946 йылда ғына яралар, күкрәге тулы ми­ҙалдар менән ҡайтып етте. Ярай иҫән ҡайтты әле, беҙҙең бәхеттән. Тик әле ул йылдарҙы көтөп алаһы бар ине.

Төшкө ашты ашарын да онотоп, Ғәҙел бабай хәтирәләргә бирелде. Хәлит тә ҡарттың һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңланы. Хатта көтөүҙәге малдар ҙа, ҡамасауларға ҡурҡҡандай, тын ғы­на көйшәп ята бирҙе.

...Ғаиләлә өлкән ир бала бул­ғас, һуғыш еле Ғәҙелде сыныҡтырып ебәрҙе. Әсәһе менән колхоз баҫыуына йөрөү ҙә, кесе һеңлеһен ҡарашыу ҙа, ватыл­ған-емерелгән йыһаздар­ҙы ла төҙәтеү уның иңенә төшә. Баштараҡ ризыҡ етә ине әле. Йәй көнө еләк-емеш киптереп тә ҡалын­ғайны. Тик күп көс фронт­ҡа аҙыҡ-түлек етештереүгә китә. Ҡыш сығып, яҙ етеүгә булған ризыҡтар тамам бөттө. Ҡар иреп, ер ҡараһы күренгән генә ваҡыт ине. Әсәһе, йәш кенә, егерме һигеҙе саҡ тулып килгән ҡатын, ғаиләһе өсөн борсолоп, нисек туҡландырырға аптырап йөрөгән еренән, ишетеп ҡалған: күрше мари ауылының баҫыуында былтыр картуф ултыртҡан булғандар. Тырышып ҡына эҙләгәндә тороп ҡалғандарын табырға була. Бешереп ашаһаң, барыбер ризыҡ инде.

Таң беленер-беленмәҫтән күнәк менән көрәк алып, аслыҡтан хәлһеҙләнгән өләсәһенә һеңлеһен ҡалдырып, Хәлит әсәһе менән мари ауылының баҫыуына юл тотто. Бараһы юл биш-алты саҡрымдар булыр. Самауырҙан ҡайнар үлән сәйе генә эсеп киткән юлсыларҙың хәле тиҙ бөттө. Улай ҙа ҡуйылған маҡсат атларға көс бирҙе. Ерҙең ҡорой башлағаныраҡ урындары менән атларға тырыштылар. Аяҡтағы сабатаға бысрак, һыулы ер уралһа, күтәреп алырлыҡ түгел. Етмәһә, яҙғы ташҡыны ҡайтып бөтмәгән йылға аша сығыр­ға кәрәк. Күпер аша тағы ла ике саҡрым тирәһе урау булғанғалыр инде, йылға аша бүрәнә һалынған. Уныһы бигүк тигеҙ булмаһа ла, юлды апаруҡ ҡыҫ­ҡарта.

Ҡояш сығыуға әсәле-уллы баҫыуға барып етте. Алдамағандар икән: баҫыуҙа тырышып ҡына эҙләһәң, һирәк-һаяҡ картуф табыла тора. Тырышлыҡтары бушҡа китмәне – күнәктәре серек картуф менән тулды. Хәлит тапҡандарын сепрәк тоҡсайына ла һалды: артыҡ булмаҫ, аслыҡтың нимә икәнлеген яҡшы аңлай ул хәҙер.

Ҡайтыр яҡҡа юлланғанда көн кискә ауышҡан ине. Күнәктәре тулы булғас, кәйефтәре лә күтәренке. Әсәһе яй ғына, нин­дәй­ҙер моңло йыр көйләй-көйләй, алдараҡ бара. Ғәҙел дә, аяғын сабатаһы ҡырып ҡанатһа ла, бик артта ҡалмаҫҡа тырыша. Баяғы йылға ярына еттеләр. Әсәһе туҡтаны ла ергә ултыр­ҙы.

– Әйҙә, балам, саҡ ҡына ял итеп алайыҡ.

Ғәҙел килеп уның янына сүгәләне. Әсәһе ябыҡҡан һөйәлле ҡулдары менән улының башын һыйпаны.

– Әлдә һин бар әле, улым. Миңә һин ҙур терәк, ышанысым. Иҫән-һау ғына бул инде.

Әсәһе уны күптән былай итеп яратҡаны юҡ ине. Гел эштә, таң һарыһынан ҡара төнгәсә колхоз эшендә. Ҡайтһа ла, йорт эштәрен башҡарып сығыуға хәлһеҙләнеп йоҡоға тала. Ғәҙел хисләнеп әсәһен ҡосаҡланы.

Бер ни ҡәҙәр ял итеп алғас, юлсылар ҡуҙғалды. Тороп аяҡҡа баҫыуға йәш ҡатын сайҡалып китте.

– Әсәй, ни булды? – Ғәҙел уны тотоп алды.

– Юҡ, зарар юҡ. Саҡ ҡына башым әйләнеп китте. Һиндәй улым булыу бәхетенәндер инде, – тине, үҙе йылмайырға тырышып.

Былай ҙа ап-аҡ йөҙлө әсәһенең йөҙө тағы ла ағыраҡ ине.

– Әйҙә, әсәй, ултырып тор саҡ ҡына.

– Юҡ, балам, ҡараңғыға ҡалырбыҙ. Атлайыҡ.

Улар яй ғына юлға сыҡты. Йыл­ға аша һалынған бүрәнәнең уртаһына еткәс, әсәһе ҡапыл сай­ҡалып китте лә ситкә атланы.

– Әсәй! Әсәкәйем! – Күҙ асып йомған арала Ғәҙел әсәһенең ҡулынан эләктереп алды.

Ҡурҡыуынан да, ике ҡулында картуф тулы күнәк менән көрәк булғанлыҡтан, бер ҡайҙа ла тотона алмауынан да, әсәһе таш­ҡынлы йылғаға төшмәҫ өсөн бүрәнәгә йәбешергә ҡулдарын ысҡындырып ебәрҙе. Көнө буйы йыйған картуфлы күнәк тә, көрәк тә ташҡынға осто. Бар хәленсә бүрәнәгә аҫылынып торған ҡатынды Ғәҙел балаларға хас булмаған көс менән өҫкә һөйрәне. Бүрәнә өҫтөнә менгәс, нисек етте, шулай ярға табан шыуыш­ты әсәле-уллы. Ярға сығып еткәс кенә әсәһе күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ғәҙел бығаса уның былай өҙгөләнеп, әрнеп илағанын күргәне юҡ ине. Тынысландырырға бер генә һүҙ ҙә таба алманы малай. Күҙҙәренән туҡтауһыҙ аҡҡан йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн ябыҡ, балаларса йоҡа күкрәгенә ҡыҫып, ярҙың аръя­ғында яңы ғына үҙен һыйпаған кеүек, әсәһенең иртә ағара башлаған сәстәренән һыйпаны.
– Әсәкәйем, минең тоҡсай­ҙағы картуфтар бар бит әле!

Ысынлап та, йылға буйындағы мәхшәрҙән иҫән ҡалған картуф өс тапҡыр бешерергә етерлек ине.

– Һин – минең ҡотҡарыусым! – Әсәһе йәшле күҙҙәре менән йылмайып, улын күкрәгенә ҡыҫты...

Ғәҙел бабай тынып ҡалды ла бер аҙҙан дауам итте:

– Шул серек картуфты бешереп ашағас, хәл инде. Аҙаҡ колхоз көнөнә кеше башына берәр аш ҡалағы он бирә башланы, һуңғараҡ үләндәр сыҡты. Аслыҡ ул тиклем һиҙелмәй ине инде. Бына шул, улым, – ҡарт Хәлиткә боролдо, – донъялар имен бул­һын. Юғиһә, серек картуф та иң ҡәҙерле ризыҡҡа әйләнә. Аҙыҡты, бик мул йәшәгәндә лә, исраф итмә. Ризыҡтан өҫтөн булма, йәме.

Был һөйләшеүҙән инде егерме йыл тирәһе ваҡыт үткән. Ғәҙел бабай ҙа туҡһанға етеп бара, зиһене лә бына тигән, һаман хәрәкәттә. Ейән-ейәнсәр­ҙәрен дә, ауылдағы балаларҙы ла тәрбиәләүгә үҙенең хәтирәләре менән өлөш индерә. Хәлит шул һөйләшеүҙән ризыҡҡа ҙур хөрмәт менән ҡарай башланы, үҙенең балаларына ла шуны еткерергә тырыша.

Ул хәтирәләрҙән айырылып, эсеп ултырған сәйен ситкә алып ҡуйҙы ла йәһәт кенә тороп картуф таҙартырға булды.

– Хас теге көтөүҙә саҡта аша­ғанса, төшкө ашҡа ғаиләм менән картуф бешереп, ҡаймаҡлап ашайыҡ әле, – тине ул үҙ алдына.

Светлана ШӘРИПОВА.

Читайте нас: