+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
20 Июль 2022, 12:50

Күл кемдеке?

Хикәйә

Беҙҙең ауыл әллә ни ҙур түгел. Бер тиҫтер өс малай: Самат, Нәзир һәм мин гел бергә уйнайбыҙ. Тау аҫтындағы ту­ғайлыҡҡа барып еләк-емеш йыябыҙ, Оҙонкүлдә балыҡ тотабыҙ.
Быйыл ғәжәп хәл булды ауылда: тауҙан кескәй генә бер шишмә ағып төштө лә урамдың соҡорло еренә урынлашты. Күлгә барып ҡушылыр­ға уйлағандыр ҙа юлында аҙаш­ҡандыр, тибеҙ. Беҙҙең кеүек ауыл малайҙарына ул күңел асыу урынына әйләнде. Бәләкәстәр ҡағыҙ кәмәләрен йөҙҙөрә. Оҙонкүлдә балыҡ ҡармаҡлау онотолдо.
Яһалма күл көндән-көн ҙурая. Уға ҡаҙ-өйрәктәр килеп, бысраҡҡа батып, йөҙөп сығалар. Нәзирҙең быға асыуы килә. Сөнки ҡаҙҙар ҡаңғылдай, буръяҡлы һыуҙы сәсрәтә, бат­ҡаҡ яһай. Бер көндө малай Оҙонкүлдән ваҡ балыҡтар, селбәрәләр алып ҡайтып, яһалма күлгә ебәрҙе. Үҙе ҡаҙҙарҙы яҡын ебәрмәй, ҡыуып тора. Беҙ уға: «Ниңә ҡаҙҙарҙы ҡыуаһың?» – тибеҙ. Ә ул: «Күл минеке. Сөнки ул беҙҙең өй тапҡырында. Мин уны ҡарарға тейеш», – ти.
– Беҙгә балыҡ тоторға рөхсәт итерһеңме? – тибеҙ.
– Юҡ, – тип ҡырҡа ҡаршы төштө ул. – Уларҙы бит мин ҡарайым, ем һибәм, үлән һалам.
Йәштәшебеҙҙең был ҡылығына асыуыбыҙ килде. Самат менән икәү һөйләштек тә шишмәне икенсе яҡҡа бороп ебәрергә булдыҡ. Икенсе көндө көрәктәр алып Ишбирҙе тауы битләүенә йүнәлдек.
– Бында Ишбирҙе тигән әүлиә йәшәгәндер, – ти Самат, – Урал батыр кеүек. Оло кешеләр үлеп бөткән. Кемдән һорарға ла белмәйбеҙ.
– Ауылыбыҙ бик боронғо ла түгел шикелле. Ниндәйҙер бола, һуғыш ваҡытында ҡасып ҡалған төрлө кешеләрҙән барлыҡҡа килгәндер. Ана бит төрлө яҡтан тауҙар уратып алған, йәшәргә уңайлы, – тим мин.
Шишмә һыуын һул яҡҡа туғайлыҡҡа табан борорға булдыҡ. Ике яҡтан ситенән көрәктәр менән ҡаҙып, юл яһаныҡ. Был эшебеҙ сәйер ҙә, мауыҡтырғыс та булғанға, арығаныбыҙҙы ла һиҙмәнек. Күңелдә шундай рәхәтлек, татлы хыялдар!
Тау аҫтына табан юлыбыҙ еңел булды. Ауылға тиҙ ҡайтып еттек. Нәзир дуҫыбыҙҙы күл ситендә осраттыҡ. Әкиәттәге Иванушка кеүек, ҡармаҡ менән балыҡ тотоп ултыра.
– Нихәл, балыҡсы дуҫ, ҡабамы? – тибеҙ.
– Әле үҫеп етмәгәндәр, – ти ул. – Әллә ҡайҙа Оҙонкүлгә барып йөрөгәнсе, миңә оҡшай, күңелле, – ти Нәзир. – Күл минең янға үҙе килгән бит.
Икенсе көндө иртүк көрәктәребеҙҙе алып тағы тауға киттек. Йөрәк дарҫлап тибә, әйтерһең дә, һыу станцияһы тө­ҙөргә барабыҙ. Шишмәнең тамағын ҙурайттыҡ та кәҫтәр менән элекке башын томалап ҡуй­ҙыҡ. Ҡарап күҙәтеп торабыҙ. Шишмә бер аҙ икеләнгәндәй, яңы юлға күсмәй торҙо. Аға башлағас та, ҡайҙа барам тигәндәй, туҡтап-туҡтап ала. Һуңғараҡ ағышын тиҙләтте, күр­һәткән юл буйлап ағып китте. Беҙ, ҡаһарманлыҡ эшләгән батырҙар кеүек, үҙ эшебеҙгә һоҡланып, ғорур ҡарап торабыҙ. Бына шишмә туғайлыҡҡа барып етте лә оҙон үләндәр, ҡыуаҡтар араһына таралды. «Быйыл еләк уңыр инде. Урмандағы ағастарға ла дым килеп торһа, емештәре күп булыр», – тип шатланабыҙ.
Бер урында быуа яһап, банкаға һыу алырға уйлағайныҡ та, артабан шишмә ағыуынан туҡтап ҡуйыр, тип ҡурҡтыҡ.
Шишмә һыуы килеүенә шатланып, беҙгә рәхмәт әйткәндәй, ҡоштар һайрай, кәкүк са­ҡыра, тирә-яҡҡа хуш-еҫ тарала. Беҙ көн буйына асығыуҙы ла, арыуҙы ла тойманыҡ. Ҡояш байыр алдынан ғына ауылға ҡайтып еттек. Урамда кеше күренмәй. Тик Нәзирҙең күле генә мәхшәргә тарыған. Кемдер урманға утынға барғанда арбаһы менән үтеп китеп, күлде уртаға ярған, үлгән балыҡтар күл ситендә ята. Нәзир уларҙы йыйып алмаған.
Таң атҡас, Нәзир иртүк беҙ­ҙең янға үҙе килде.
– Шишмә күлгә ағыуҙан туҡтаны. Уның ҡайһы яҡҡа аҡҡанын күрер өсөн мин дә һеҙҙең менән тауға барам, – тине.
– Әйҙә, рәхим ит, – тинек беҙ.
Иртүк ашарға, һыу өсөн банка алып Ишбирҙе шишмәһенә киттек. Йүнәлешен икенсе яҡҡа бороп ҡуймаһын, тип көрәк алдыҡ. Ул кисәгегә ҡарағанда ла тулыраҡ, шәберәк аға ине. Беҙ юғары күтәрелдек.
– Был шишмә зәм-зәм һыуы кеүек шифалылыр әле. Әйҙәгеҙ, шешәләргә тултырайыҡ та баҙарға алып барып һатайыҡ, – ти Нәзир.
– Һинең уйың гел аҡса эшләү тураһында ғына. Тәүҙә үҙебеҙ эсеп ҡарайыҡ, – тибеҙ.
– Кешеләргә килеп күреү өсөн уңайлыҡтар ҙа эшләргә тура килер. Өй булмаһа ла, берәй будка ҡуйһаҡ, шәп булыр ине, – тим мин.
Иртәгә килеп, кәҫтәр менән быуа яһарға булдыҡ. Был турала атай-әсәйҙәргә лә әйтеп, күмәкләп тырышырға ине. Шифалы шишмә һыуын бергәләп тәмләрбеҙ.
– Эйе шул, был бит ҙур хазина. Хоҙай Тәғәләнең беҙгә ебәргән бүләге, – тинем мин. Шишмәнең сылтырап ағыуы ла: «Эсегеҙ, изгелеген, шифаһын күрегеҙ», – тигән кеүек. Ер аҫтынан атылып сыҡҡан был хазинаның шәхси бер кешенең генә байлығы түгеллеген Нәзир ҙә аңланы, буғай...

Әлфинур ВАХИТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: