Инәйҙең табынында бәлеше лә, табикмәге лә бар. Уларҙы Гөлфиәнең әсәһе өйҙә аҙна һайын тиерлек бешереп ашата. Ә бына өҫтәл уртаһындағы күҙҙең яуын алырлыҡ матур һауытҡа һалынған ялтырауыҡ тышлы кәнфиттәр ҡыҙ өсөн ят. Сөнки йыраҡтан килгән күстәнәс. Бикә инәйгә уны Монголия сигендә хеҙмәт итеүсе улы Ришат посылка менән һалған.
Кәнфитте лә ашағаны бар Гөлфиәнең. Әсәһе шоколадын да, ирисын да алып ҡына тора. Ләкин табындағылар ябай ғына ҡағыҙ тышлы кәнфиттәр түгел. Былары биҙәкле тартма эсенә һалынған, әллә нисә ҡат ялтырауыҡ ҡағыҙға төрөлгән.
Инәй уларҙы шул тартманан сығарып өҫтәлдәге һауытҡа һалды. Әсәһе табын әҙерләшергә тип аш бүлмәһенә сыҡҡан арала Гөлфиә өс кәнфитте эләктереп кеҫәһенә тыҡты. Инәй ҙә, башҡалар ҙа һиҙмәне. Маҡтай-маҡтай сәтләүекле кәнфит менән сәй эстеләр.
…Ҡунаҡтан ҡайтҡас, Гөлфиә үҙенә урын таба алмай интекте. Кәнфиттәрен үҙе генә ашаһа, ялтырауыҡ тыштарын ырғытырға тура киләсәк, шуныһы йәл. Ундай матур әйберҙәр хеҙмәт дәрестәрендә төрлө аппликация, композициялар эшләгәндә ярап ҡуя. Нимә эшләргә инде?..
Әсәһе сәй яһап ултыртҡас, Гөлфиәнең апаһы менән һеңлеһен дә табынға саҡырҙы. Өҫтәл артынан урын алғас, ҡыҙыҡай туғандарын шатландырырға тип күлдәк кеҫәһендәге кәнфиттәрен сығарҙы. Ә улар, көн дә ялтыр ҡағыҙға төрөлгән кәнфит ашаған ке-үек, иҫтәре лә китмәй әсәй-ҙәре ҡойған ҡоймаҡ менән сәй эсеүҙәрен белде. Әсәһенең генә йөҙө үҙгәрҙе, сырайына уҫаллыҡ билдәләре йүгерҙе. Иртән генә айыртҡан ҡаймағын һыуытҡыстан алып өҫтәлгә ултыртты ла Гөлфиәгә боролоп:
– Ҡайҙа, ҡулдарыңды күр-һәт әле! – тине.
Ҡыҙ, устарын яҙып, әсәһенә һуҙҙы.
– Ә-ә-ә, ҡулдарың ҡорой башлаған икән шул… – Уның тауышы ҡырыҫ яңғыраны. Шулай тине лә сәй эсеүен дауам итте.
Гөлфиәлә сәй ҡайғыһы китте.
– Нисек? Нисек инде, әсәй, ҡулдарым ҡорой? Хәҙер мин ҡулһыҙ ҡаламмы ни?
– Эйе, балам, рөхсәтһеҙ, һорауһыҙ кеше әйберенә ҡул һуҙған кешенең ҡулдары ҡорой.
Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып киткән ҡыҙ бер нисә минут эсендә үҙен ике ҡулһыҙ ҡалған итеп күҙ алдына килтерҙе. Әле ҡасан ғына үҙе тарап үрә башлаған ҡалын, оҙон толомдарын тарай ҙа, үрә лә алмай. Кеше ярҙамынан башҡа йыуыныу ҙа, кейенеү ҙә, ашау ҙа мөмкин түгел. Ҡот осҡос бит!..
– Мин ҡулдарымдың ҡороуын теләмәйем!
– Ул сағында хәҙер үк Бикә инәйҙәргә бар. Алған әйбер-ҙәреңде илтеп бир. Дөрөҫөн һөйлә!
Гөлфиә ут ҡапҡандай өйҙән сығып йүгерҙе. Урау юлдан түгел, тыҡрыҡ аша тураға, әрәмәлектән сығырға уйланы. «Нисек тә өлгөрөргә! Бикә инәй өйҙә генә торһа, берәй йомошо менән сығып китмәгән генә булһа ярар ине!» Кеҫәһенән сығармай ғына кәнфиттәрен әүәләгәндә кесерткән саҡҡандағылай семтеп-семтеп киткән кеүек ине устары. Ҡорор алдынан тартыша башлауҙары булғанмы икән? Ҡуйы әрәмәлек аша быға тиклем бер тапҡыр ҙа иптәшһеҙ үткәне булмаған Гөлфиәгә әле ҡурҡыу тойғоһо ят ине.
…Инәй өйҙә булып сыҡты. Үҙ башына алған бәләһе ха-ҡында бер тында һөйләп биргән ҡыҙҙы ишеткәс, ул әкрен генә урынынан ҡуҙғалды.
– Улай үҙ хатаңды аңлап килгәс, бик рәхмәт, ҡыҙым. Мә, әле, – тине ул Гөлфиәгә яңы кәнфиттәр һуҙып. – Быларын үҙем бирәм. Быныһы өсөн ҡул ҡоромай, балам…
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.