-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең өсөн әңгәмә
11 Ғинуар 2018, 16:38

Күмертауҙа бар бер шәп егет!

Арабыҙҙа талантлы тиҫтерҙәребеҙ бихисап. Уларҙың йәшәү маҡсаты, ҡа­ҙаныштары бар республика йәштәренә өлгө булырлыҡ. Бөгөн мин һеҙҙе 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының XI cиныф уҡыусыһы Айнур Ҡәҙимов менән таныштырмаҡсымын. Ул беҙҙең Кесе Ҡоролтайҙы ла етәкләй, Рәсәй һәм республика кимәлендәге конкурстарҙың әүҙем ҡатнашыусыһы ла. «Йыл уҡыусыһы – 2017» Бөтә Рәсәй бәйгеһенең «Йәмәғәт эшмәкәрлеге» номинацияһы еңеүсеһе лә.

Арабыҙҙа талантлы тиҫтерҙәребеҙ бихисап. Уларҙың йәшәү маҡсаты, ҡа­ҙаныштары бар республика йәштәренә өлгө булырлыҡ. Бөгөн мин һеҙҙе 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының XI cиныф уҡыусыһы Айнур Ҡәҙимов менән таныштырмаҡсымын. Ул беҙҙең Кесе Ҡоролтайҙы ла етәкләй, Рәсәй һәм республика кимәлендәге конкурстарҙың әүҙем ҡатнашыусыһы ла. «Йыл уҡыусыһы – 2017» Бөтә Рәсәй бәйгеһенең «Йәмәғәт эшмәкәрлеге» номинацияһы еңеүсеһе лә.

– Айнур, кеше менән әңгәмәләшкәндә һәр ваҡыт тыуған яғы тураһында һорай­ҙар. Һин дә ҡайҙа тыуып үҫеүең, гимназиябыҙға нисәнсе синыфҡа уҡырға килеүең тураһында һөйлә әле.

– Тыуған ҡалам – Күмертау. I синыфҡа үҙебеҙҙәге Мөхәмәт Исҡужин исемендәге башланғыс мәктәпкә бар­ҙым. Бәләкәй сағымда гимназия эргәһенән үткән саҡта, 4 ҡатлы был йорт ниндәйҙер министрлыҡмы икән, тип уйлай инем. Аҙаҡ белдем. Гел ошонда уҡырға ынтылдым. Үҙемдең теләгем буйынса бишенсегә бында килдем.

– Һин бөтә фәндәрҙән дә һәйбәт уҡый­һың. Шулай ҙа иң яратҡаны бармы?

– Отличник булыу минең өсөн мөһим түгел. Иң һәйбәте: яҡшы ла уҡы, үҙеңдең нимәгә һәләтле икәнеңде мәктәп йылдарында уҡ һынап ҡара. Мәктәп – ул уҡытыусылар етәкселегендәге балалар дәүләте. Киләсәк йәм­ғиәттә була торған ваҡиғаларға бында нигеҙ һалына.

Йәмғиәт белеме, тарих, башҡорт теле дәрестәрен яратам. Был фәндәрҙе һәр уҡыусы ла белергә тейеш. Кешелек тарихы үҫешен, йәмғиәттә барған үҙгәрештәрҙе аңламаһаң, үҫеш юлдарын күҙалламаһаң, заман менән бергә атлай ҙа алмаясаҡһың. Карьера үҫешендә кәртәләр ҙә булыуы мөмкин. Һинең интеллектуаль белем кимәлеңде күр­һәтеүсе барометр – ул грамоталы, хатаһыҙ яҙыу.

– Хәҙер йәштәр ҙә, ололар ҙа интернетта ултыра. Быға һинең ҡарашың нисек?

– Көн һайын 3 – 4 сәғәт ваҡытымды интернетҡа бүләм: имтихандарға әҙерләнәм, сәйәси программалар ҡарайым, ғәрәп телен дә өйрәнәм, «Бәйләнештә» сайтындағы дуҫтарым менән дә аралашам. Интернетта үҙ-үҙеңде үҫтерер өсөн мөмкинлектәр ҙә күп, тик кәрәкле мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ файҙалана белергә генә кәрәк.

– Бөгөн туған телдәрҙе һаҡлау – көнү­ҙәк мәсьәлә. Һинеңсә, башҡорт телен яҡлау өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

– Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Бер әсә лә биләүҙәге балаһына сит телдә бишек йыры йырламай. Тик беҙҙе уратып алған мөхит уға йоғонто яһай. Хәҙер ҡайһы бер баш­ҡорт ауылдарында ла балалар урыҫ телендә һөйләшә. Был йәнһүрәттәргә бәйлелер инде. Минеңсә, башҡорт телендә төрлө форматта саралар үтһен ине. Телдең ҡулланыу даирәһен дә киңәйтеү мөһим. Туған телдә аралашыу барыбер һәр кешенең үҙенән тора.

– Башҡортостанда күренекле шәхестәр күп. Шулар араһынан һиңә кем өлгө булып тора?

– Зәки Вәлидиҙең тормошон, хеҙмәттәрен өйрәнгәс, миндә уға ҡара­та ҙур ихтирам уянды. Ул ғүмере бу­йы, башҡортом, тип йәшәгән. Сит илдә лә төрки халыҡтарының тарихын өйрәнеп, халҡыбыҙға файҙа килтергән.

– Хәҙерге йәштәр китап менән дуҫ түгел. Ә быға һинең фекерең?

– Мин философия, риторика буйынса китаптар уҡый башланым. Кант, Ялом фәлсәфәләре оҡшай. Гоголь әҫәр­ҙәре күңелемә яҡын. Башҡорт­останда йәшәп, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар, китаптарҙы уҡымау – ҙур гонаһ. Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Ноғман Мусин әҫәр­ҙәрен яратам.

– Хәҙерге башҡорт йәштәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

– Телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, еребеҙҙе һаҡларға кәрәк. Ата-бабаларыбыҙ ошо байлыҡтарыбыҙҙы юғалтмаҫ өсөн күп көс, ҡан түккән. Иманлы, сабыр булһындар. Хәҙер донъя шул тиклем алға елә, шуға ла өлгөр булһындар, заман менән бергә атлап ҡына түгел, ә бер аҙым алда бар­һындар. Сит ил модаһына эйәрмәһендәр. Үҙебеҙҙең меңәр йылдар буйы формалашҡан, камиллашҡан йәшәү принциптары, йолаларыбыҙ бар. Ниндәй генә һөнәр эйәләре булһалар ҙа, күңел биреп эшләһендәр.

– Гимназиябыҙҙағы Кесе Ҡоролтай эше тураһында нимәләр әйтерһең?

– Был йәштәр ойошмаһында Спорт, Мәҙәниәт, Мәғлүмәт, Йәштәр сәйәсәте, Ирекмәндәр хәрәкәте министрлыҡтары бар. 2016/17 уҡыу йылында Кесе Ҡоролтай ағзалары IV республика, II Бөтә Рәсәй конференцияларында ҡатнашты. 2015 – 2016 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюция ҡабул иткән ултырышта ла булдыҡ. Беҙҙең эшебеҙ менән директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Земфира Ирек ҡыҙы Усманова етәкселек итә. Ойошма ағзалары быйыл Республика көнө алдынан ҡалабыҙҙағы ҡоролтай менән берлектә «Айгөл» балалар баҡсаһының тирә-яғына ағастар ултыртты. Көҙ көнө шулай уҡ «Взлётный» паркын йәшелләндереү өмәһендә ҡатнаштыҡ. Гимназиябыҙҙа төрлө мәҙәни саралар ҙа үткәрәбеҙ.

– Сит илдәргә эшләргә киткән һәләтле йәштәребеҙҙе Башҡортостанға ҡайтарыр өсөн нимәләр эшләргә мөмкин, тип уйлайһың?

– Йәштәрҙең башы яңы идеялар менән тулы. Тормошҡа ашырыр өсөн хөкүмәттән ярҙам кәрәк. Яҡшы эш хаҡы, йәшәргә урын, һөнәрең буйынса үҫешкә перспектива булһа, йәштәр, әлбиттә, ҡайта.

– Киләсәктә кем булырға теләйһең?

– Иң ҙур хыялым – Өфөлә юғары белем алыу, артабан үҙебеҙҙең ҡала хакимиәтендә бөтә күңелде һалып эшләү. Минең өсөн донъяла иң матур ҡала – Күмертау. Яҡшы тәрбиә биргән атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма рәхмәтлемен.


Гөлдәриә ҒАЙСИНА, X синыф уҡыусыһы.

Күмертау ҡалаһы.
Читайте нас: