+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙ юлы бар

Ҡайһы ваҡыт гәзит йәки интернет биттәренән берәй күренекле кеше тураһында уҡып ултыраһың да, эх, мин дә шулай булһам ине, тип хыялға сумаһың… Таныш хәлме? Эйе, моғайын да, шулайҙыр. Бала, үҫмер саҡтарҙа танылған, билдәле шәхестәр ҡыҙыҡтыра, ҡыҙыҡ­һындыра, хыялдарға сумдыра. Әлдә, алыҫта йәшәп, үрелеп буй еткеһеҙ йондоҙҙарҙан башҡа, яныбыҙҙа илһамланып ижад иткән, йәшәү рәүеше менән өлгө булған егет һәм ҡыҙҙар ҙа бар әле.Шуларҙың береһе – райондашым, бик талантлы йырсы егет Ихсан Ҡаһарманов. Ул Бөр­йән районының Янһары, Яңы Собханғол тигән күп исемле Яңы Мөсәт ауылында 2001 йылдың 10 ноябрендә донъяға килгән.

Ҡайһы ваҡыт гәзит йәки интернет биттәренән берәй күренекле кеше тураһында уҡып ултыраһың да, эх, мин дә шулай булһам ине, тип хыялға сумаһың… Таныш хәлме? Эйе, моғайын да, шулайҙыр. Бала, үҫмер саҡтарҙа танылған, билдәле шәхестәр ҡыҙыҡтыра, ҡыҙыҡ­һындыра, хыялдарға сумдыра. Әлдә, алыҫта йәшәп, үрелеп буй еткеһеҙ йондоҙҙарҙан башҡа, яныбыҙҙа илһамланып ижад иткән, йәшәү рәүеше менән өлгө булған егет һәм ҡыҙҙар ҙа бар әле.

Шуларҙың береһе – райондашым, бик талантлы йырсы егет Ихсан Ҡаһарманов. Ул Бөр­йән районының Янһары, Яңы Собханғол тигән күп исемле Яңы Мөсәт ауылында 2001 йылдың 10 ноябрендә донъяға килгән.
– Ихсан, бала сағың нисегерәк хәтереңдә ҡалған?
– Бик матур, күңелле саҡтар булды. Ҡыш саф һауала саңғы, сана шыуып, иптәш егеттәр менән ҡар бәрешеп үтһә, йәйен һыу инеп, ҡыҙынып, балыҡ ҡармаҡлап уҙҙы. Башланғыс синыфта уҡығанда, һәр малай кеүек, мин дә осоусы йә футболсы булырмын, тип хыяллана торғайным. Үҫә килә йырға күңелем тартылып, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау теләге уянды. Иртәле-кисле Радик Юлъяҡшин, Рәил Өмөтбаев һәм Заһит Ҡунафиндар­ҙың йырҙарын тыңлай торғас, күрәһең, үҙемә лә дәрт-дарман ал­ғанмындыр инде. Йыр-моңға һөйөү бәләкәйҙән бар ул миндә. 5 – 6 йәштәр тирәһендә йәйен бесәнлеккә барғансы, кире ҡайтҡансы үҙемсә йырлап, моңланып йөрөгәнемде хәтерләйем. Ауылда төрлө концерттарҙа ҡатнашып, көс туплап, сәхнәлә үҙемде тоторға өйрәндем. Унынсы синыф­ҡа Иҫке Собханғол мәктәбенә уҡырға күскәс, тәүге етди һынауҙы тоттом: «Тауыш. Балалар. Бөрйән» исемле конкурста ҡатнаштым. Ныҡ тул­ҡынландым, сөнки минең һымаҡ һәләтле, тырыш, маҡсаттарына ынтылған тиҫтерҙәрем етерлек ине. Беренсе ҙур сәхнәгә сығыу менән, Аллаға шөкөр, халыҡ һөйөүен яуланым. Йырымды йылы ҡабул итеүселәрҙең ҙур ярҙамы менән һынауҙарҙы үтеп, финалға еттем. Унда инде тулы зал алҡышлап ҡаршы алды һәм III дәрәжә диплом­ға эйә булдым. Шунан бирле төрлө музыкаль конкурстар­ҙа йыш ҡатнашам. Интернет селтәрендә гел халыҡ, дуҫтар ярҙамында конкурс­тарҙа еңеүгә өлгәшәм.

– Йырға һөйөү, бәлки, нәҫелдән дә киләлер?
– Уныһы ла бар. Атайым йәш сағында төрлө байрамдарҙа, туй­ҙарҙа шәп гармунсы булып йөрөгән. Бер туған ағайым – махсус уҡыу йортонда ҡурай бүлегендә белем алған кеше.
Әле сығыш яһауҙан тыш, йырҙар ҙа яҙып маташам. Уны ижад итеүе еңелдән түгел. Хис-тойғоларҙы кеше күңеленә еткерер өсөн күп тырышлыҡ талап ителә. Ҡайһы ваҡыт килеп сыҡмай, күңелдәген тейешенсә йырға һалып булмай ҙа ҡуя…
Хәҙерге ваҡытта мөхәббәт темаһы бик актуаль, һөйөүгә арнал­ған йырҙарым да бар.

– Һинең кеүек шәп, отҡор егеттең артынан ҡыҙҙар ҙа күп йүгерәлер әле?
– Ижадыма мөкиббән киткән ҡыҙҙар, әлбиттә, етерлек. Тик әлегә беренсе урында уҡыу тора. Үҙем өсөн гел дә яҡты киләсәк юрайым (ул мотлаҡ музыка менән бәйле буласаҡ), үҙ бәхетемде лә табып өлгөрөрмөн, тим, шуға етди мөнәсәбәттәр ҡорорға ашыҡмайым.

– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
– Алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешһендәр. Тырыштарҙың хыялдары тормошҡа аша. Еңелеүҙәр ҙә булыр, әммә юғалып, төшөп ҡалырға ярамай. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда!

Зилиә БУРАНБАЕВА, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас: