Арабыҙҙа шундай шәп егеттәр һәм ҡыҙҙар бар. Беҙ улар тураһында күп белгән кеүекбеҙ, ләкин үҙҙәре менән аралаша башлаһаҡ, әңгәмәселәребеҙҙең эске донъяһы ни тиклем бай, һоҡланғыс икәнен күрәһең. Төрлө яҡтан һәләтле булыуҙарына хайран ҡалаһың. Шундай гимназистарыбыҙҙың береһе – X синыфты тамамлаусы Розалина Ибраһимова. Ул – «Көйөргәҙе һылыуҡайы – 2017», «Өфө һылыуы – 2017» конкурстары еңеүсеһе, яҡшы уҡығаны өсөн «Артек» балалар лагерына юллама менән бүләкләнеүсе, әүҙем уҡыусы ла. Әйҙәгеҙ, уның менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.
– Розалина, Көйөргәҙе районынан бик күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Быны нимә менән аңлатырға? Ошо ерҙең, эскән һыуҙың мөғжизәһе бармы икән әллә? Элек башҡорттарҙың ҡайһы яҡтарҙан икәнлеген белгеләре килһә: «Ҡайһы йылға һыуын һыулайһың?» – тип ҡыҙыҡһынғандар. Мин дә һинән шулай тип һорарға булдым.
– Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫтем, башланғыс белемде лә шунда алдым. Тыуғас та мине әсәйем Көйөргәҙе йылғаһында ҡойондорған. Ысынлап та, беҙҙең яҡ талантлы шәхестәргә бай. Ә һыуы таҙа, йомшаҡ, балыҡҡа бай ул Көйөргәҙе.
– Бала саҡтан уҡ һәр кеше кем булырын күҙаллай, уйын аша буласаҡ һөнәре менән таныша. Ә һин кем булырға теләй инең?
– Мин бала саҡтан уҡ бейергә яраттым, шуға ла киләсәгемде сәхнә менән бәйләрмен, тип уйланым. Телевидениела эшләргә теләгем бар ине. Донъя үҙгәргән һайын, яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә, улар кешегә яңынан-яңы талаптар ҡуя. Шулай икән, икенсе һөнәрҙәр ҙә үҙләштерермен. Әлегә башымда мең төрлө уй ҡайнай. Мин тоғролоҡто, ғәҙеллекте яратам. Шуға ла киләсәгемде, бәлки, алданған, ҡыйын хәлдә ҡалған кешеләргә дөрөҫлөктө табырға ярҙам иткән һөнәр менән дә бәйләрмен.
– Күмертауҙағы гимназияға уҡырға барырға һиңә кем кәңәш бирҙе?
– Бында V синыфҡа уҡырға килдем. Атай-әсәйем минең һәләттәремде үҫтерергә, рухи яҡтан күңелемде байытырға теләп, гимназияға уҡырға бирергә булды. Мин был яңылыҡҡа бик шатландым, сөнки гимназиялағы «Аҡсарлаҡ» бейеү ансамбленә йөрөргә хыяллана торғайным.
– Һин фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла,төрлө республика, Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә лә еңеү яулайһың. Күп көс түккән хеҙмәт кенә кешегә шатлыҡ килтерә, тиҙәр бит. Ошо еңеүҙәреңдең ҡайһылары һинең күңелеңә яҡын?
– Минең иң ҙур ҡаҙанышым – ул 2017 йылдың йәйендә «Юшатыр» гәзите редакцияһы менән ҡаланың «Пиарперсона» телекомпанияһы үткәргән конкурста еңеп, эшкә урынлашыу. «Арис» ҡотлау программаһын алып барам. Күңелемә был эш бик яҡын. Ваҡытты дөрөҫ бүлгәс, уҡырға ла, эшләргә лә, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә өлгөрәм.
– Бөгөн уҡыу программаһы ауыр. Бөтә уҡыусылар ҙа имтихандарҙы нисек бирермен икән, тип ҡайғыра. Шуның өҫтөнә уҡыусыларҙан төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуҙарын да талап итәләр. Ни эшләргә, нисек өлгөрөргә: бының уҡыусы өсөн, һинеңсә, файҙаһы бармы?
– Әлбиттә, был конкурстарҙың файҙаһы күп. Һәр ҡатнашыусы, беренсенән, рухи яҡтан тәрбиәләнә, үҙ аллы белем дә ала, үҙенең һәләтен төрлө яҡлап аса. Портфолио тураһында ла оноторға ярамай. Юғары уҡыу йорттарына ингәндә файҙаһы тейеүе бар. Шуныһы ла мөһим.
– Әле күптәр буш ваҡыттарында компьютерҙан арына алмай. Ә һин, сер булмаһа, социаль селтәрҙә күпме ваҡыт ултыраһың?
– Мин дә был «заман рәхәтлеге»нән cиттә ҡалмайым. Үҙемә төрлө конкурстар эҙләйем, йәштәр форумында ҡатнашам. Көнөнә 2 сәғәт китә инде.
– Мәктәптә бөтә фәндәрҙе лә яратып уҡыйһыңмы?
– Һәр береһе үҙенсә фәһемле һәм ҡыҙыҡлы. Ләкин күңелемә ятҡан дәрестәргә килгәндә, беренсе урында башҡорт теле һәм әҙәбиәте тора, сөнки мин туған телем, тыуған ерем һәм уның данлыҡлы шәхестәре тураһында төрлө-төрлө мәғлүмәт алырға яратам. Был йәһәттән башҡорт теле уҡытыусылары ла ныҡ ярҙам итә.
– Хәҙерге йәштәрҙең киләсәккә ҡарата уй-хыялдары,ҡараштары бөтөнләй икенсе. Һин бик күп сараларҙа булғанға күрә, талантлы, һәләтле тиҫтерҙәрең менән осрашаһың. Ошо йәштәрҙең, һинең уйлауыңса, хыялдары, маҡсаттары нисек?
– Эйе, һәр бер конкурста мин бик әүҙем, дәртле, маҡсатлы дуҫтар табам. Уларҙың барыһы ла яҡты киләсәккә ынтыла, алдарына ҡуйған хыялдарына ирешә. Мине был бик ҡыуандыра, сөнки шундай йәштәр булғанда, халҡыбыҙҙың яҙмышы – ышаныслы ҡулдарҙа.
– Бөгөн башҡорт телен һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе көнүҙәк. Һин был турала ниҙәр уйлайһың?
– Мин үҙемде халҡымдың патриот ҡыҙы, тип әйтә алам. Ҡайҙа ғына булһам да, һәр ваҡыт туған телемдә һөйләшәм. Миңә ҡарап милләтем, башҡорт ҡыҙҙары тураһында фекер йөрөтәсәктәрен дә беләм, шуға үҙемде лайыҡлы тоторға тырышам. Тыйнаҡлыҡ, итәғәтлек ҡаныма әсә һөтө менән һеңгәндер, сөнки атай-әсәйем мине мәҙәни, рухи яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн иң тәүҙә башҡорт телендә күберәк бәйгеләр ойошторорға кәрәк, ә улар халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына арналған булһа, бигерәк тә яҡшы. Сит өлкәләрҙә, илдәрҙә йәшәгән башҡорт балаларын да ҡатнаштырырлыҡ халыҡ-ара кимәлдә үткәрелһен ине был саралар. Таңсулпан Бураҡаева апай кеүек башҡорт телендә матур һүҙҙәр яҙылған кейем сығарырға теләйем, был йәштәр араһында бик көнүҙәк. Заманса йәшәргә, ләкин урынлы милли элементтарҙы ҡулланырға кәрәк. Шулай ҙа халҡыбыҙҙың борондан килгән байрамдары тураһында оноторға ярамай. Уларҙы үткәреп тороу, киләсәк быуынға еткереү – беҙҙең төп бурыс.
– «Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ, ир байлығы – тәүәккәллек», тиҙәр. Башҡорт ҡыҙы борондан үҙенең түҙемлелеге, оҫталығы, егәрлелеге менән айырылып торған. Ә һин ниндәй ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратаһың?
– Ғөмүмән, мин өйҙә булған саҡта бәйләргә әүәҫмен. Күберәк ҡышҡылыҡҡа бейәләй, ойоҡтар, төрлө биҙәкле тәпешкәләр бәйләйем. Бала саҡта бөтә сигеүҙәремде, ҡул эштәрен туғандарыма бүләк итә торғайным, ә хәҙер инде коллекция итеп йыйып барам. Ҡыҙ бала булараҡ, бешерә лә беләм. Әсәйем миңә төрлө аш-һыу серҙәрен өйрәтте. Хәҙер инде мин ғаиләмде төрлө-төрлө печенье, торттар, бәлештәр менән һыйлайым. Иң яратҡан ризығым – бишбармаҡ.
–Баш ҡалабыҙҙа «Өфө һылыуы – 2017» конкурсында ҡатнашыуың тураһында тулыраҡ һөйләп китһәң ине.
– Был бәйге тураһында мин интернеттан белдем. Кастингта 68 ҡыҙ ҡатнашты, улар араһынан 20 кеше генә һайлап алынды. Финалға үткәнемә бик шатландым, сөнки республика кимәлендә уҙғарылған конкурста финалға үтеү үҙе ҙур ғорурлыҡ бит ул. Тамашасылар менән шығырым тулы залдың ҙур сәхнәһендә республикабыҙҙың иң-иң һылыуҙары араһында тороу әйтеп бөтмәҫлек хистәр уята. Мин 14 – 16 йәшлектәр араһында Гран-приға лайыҡ булдым.
– 2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Юҡҡа ғына түгел. Сөнки республикабыҙҙа татыу, өлгөлө ғаиләләр бик күп. Ауыр хәлдәгеләр ҙә бар. Ә баланың тәрбиәле булыуына ла, холҡона ла, киләсәктә кем булыуына ла нигеҙ ғаиләлә һалына. Тимәк, өлгөлө булғандарҙың тәжрибәһен йәш ғаиләләргә күрһәтеү ҙә мөһим. Киләсәктә һин ниндәй ғаилә ҡорорға теләйһең һәм кемдәр һинең өсөн өлгө булып тора?
– Ысынлап та, ғаилә – ул кешене кеше итеүсе, аҡыл биреүсе, йәмғиәттә ҙур урын алып торған ойошма. Беҙ өс бала үҫтек. Ағайым Азат Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамланы, әле инженер-нефтсе булып эшләй. 14 йәшлек һеңлем Рәзилә минең менән бергә гимназияла белем ала. Әсәйем – Нәркәс, атайым – Урал, улар татыу ғаилә усағында бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап, береһе ут булғанда, икенсеһе һыу булып, 25 йыл буйы бергәләп ғүмер кисерә. 3 балаһын да бәләкәй саҡтан алып гел ҡурсалап йөрөтәләр. Беҙҙе яҡшыны – ямандан, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәттеләр. «Кешеләргә изгелекле бул, яҡшылыҡ ҡыл», тип гел әйтәләр. Ниндәй генә ауырлыҡтар килеп сыҡмаһын, улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып, ҡайғыртып, балам, тип өҙөлөп тора. Атай-әсәйем – минең өсөн һәр яҡлап өлгө. Әгәр ҙә киләсәктә үҙемдең дә ошондай татыу, дуҫ ғаиләм булһа, хыялдарым тормошҡа ашты, тип әйтһәм дә ярай.
– Һинең уйлауыңса, хәҙерге башҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Бөтә ерҙә лә бик әүҙем булырға кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙең гимназиябыҙҙы тамамлаған Илнур Рамазанов БДУ-ла геологҡа уҡып та йөрөй, башҡорт эстрадаһында йәш йондоҙ булып та танылды. Үҙе тәрбиәле, ябай, уңыштарына ла маһаймай. Йәштәр тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен үҫтерһендәр, әүҙем булһындар, һынатмаһындар. Тормошта кәрәкле, заман талап иткән һөнәрҙәрҙе алһындар. Кеҫәлә диплом ятһын, тип исем өсөн генә юғары белемгә ынтылмаһындар ине. Күптәр буш ваҡытын интернетта юҡ-барға ҡыҙығып үткәрә. Хәҙерге заман йәштәре тиҙ юғалып ҡала, бер уңышһыҙлыҡҡа осраһалар, артҡа сигенергә ҡарап ҡына торалар. Шуға көслө рухлы булырға кәрәк. Йәшәү – ул ауырлыҡтарҙы еңеү, бәхетеңә баҫҡыс буйлап өҫкә менеү. Ә беҙ бит, йәштәр, халҡыбыҙҙың киләсәге.
– Рәсәйҙең иң һоҡландырғыс, матур төбәктәренең береһе – Ҡырымда ла булыуыңды беләм. Ошо турала тулыраҡ һөйләп үтһәң ине.
– «Артек» һүҙен ишетеү менән күңелем күтәрелә, күңелле ваҡыттар иҫкә төшә. Унда булыуыма мин бик шатмын, сөнки иң ҡыҙыҡлы көндәрем Ҡара диңгеҙ буйында үтте. Әлбиттә, «Артек» йылы иҫтәлектәр ҡалдырҙы, яңы дуҫтар бүләк итте. Ошо бәхетле көндәрҙең иң онотолмаҫ мәле – Ҡырым буйлап экскурсия.
– Ихлас яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт, Розалина!
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.