0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең өсөн әңгәмә
28 Декабрь 2018, 15:15

Китап менән дуҫ бала тәртипле, рухлы була

12, 24, 36, 48, 60, 72…Математика дәресенән миҫал сисергә әҙерләнәме был, тип уйлап ҡуймағыҙ тағы. Киләһе йылдың хужаларын барлап ултырыуым. Кемдәргә 2019 йылда шунсама йәш тула – улар яңы йылдың хужалары була.

Йондоҙнамә буйынса бер нисә көндән Сусҡа йылы башлана. Икенсе төрлө Ҡабан йылы ла, тиҙәр уны. Ун ике йыл һайын ҡабатланып торған йылдарҙың хужалары шул йылда тыуған кешеләргә нисек килә икән? Әйҙәгеҙ, шуларҙың береһе, билдәле шағирә Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА менән һөйләшеп алайыҡ.

– Әлфиә Нәжип ҡыҙы, һеҙҙе бер ҙә Сусҡа йылында тыуғанһығыҙҙыр, тип уйламаҫһың…

– Ниңә улай, тиһегеҙ? Сусҡа – йорт хайуаны. Шуға ул кешеләргә яҡын, аралашырға ярата, үҙен ашатҡан, ҡараған, тәрбиәләгән хужаларына тоғро, арттарынан эйәреп кенә йөрөй.

Йондоҙнамәне уҡыһаң, ҡайһы берҙә ышанып та ҡуяһың. Ул йылда тыуған кешеләргә уңыштар килә, бәхет йылмая, тип яҙылған. Әлбиттә, күңелгә өмөт уятыуҙары һәйбәт. Әммә йондоҙнамәлә шулай яҙылған, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, тип көтөп ултырырға ла ярамай. Һәр эштә лә тырышлыҡ кәрәк, ҡул ҡаушырғандың алдына бер кем дә килтереп ҡуймаясаҡ. Тормошта бер нәмә лә еңел генә бирелмәй. Ҡулыңдан килгәнен дә, килмәгәнен дә эшләргә ынтылыу мотлаҡ.

– Хәтерегеҙгә уйылған, ҡыҙыҡ итеп үткәргән Яңы йыл байрамдарығыҙҙы иҫләйһегеҙме?

– Йәш саҡта уны ҡыҙыҡ итеп ҡаршыларға тырыша инек. Бер төркөм ҡыҙҙар кеше танымаҫлыҡ итеп төрлөсә кейенәбеҙ ҙә китәбеҙ клубҡа. Берәүҙәребеҙ тундың тиҫкәре яғын әйләндереп кейеп ала, ҡап-ҡара мыйыҡ йәбештерә, биттәрен буяп бөтөрә, икенселәребеҙ януар битлектәренә йәшеренә… Шунан байрам ваҡытында, эй, тырышабыҙ бер-беребеҙҙе танырға. Көлә-көлә хәлдәр бөтә…

Әле күберәк Яңы йылды ҡалала ҡаршыларға тура килә. Байрам көндәре күп булғас, атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә, туғандар янына ҡайтып килергә лә ваҡыт ҡала. Бүләк-күстәнәстәребеҙ менән уларҙы ла һөйөндөрәбеҙ.

– Балаларығыҙ бәләкәй саҡта Ҡыш бабайға ышана инеме?

– Беҙҙең балалар ун йәшкә тиклем Ҡыш бабайҙың ысынмы, ялғанмы икәнен белмәне. Һәр йыл һайын уның өйөбөҙгә килеүен ашҡынып көтәләр ине. Ҡыҙыбыҙ Динара менән улыбыҙ Салауат Ҡыш бабайҙы күргеләре килеп, таңғы бишкә тиклем көтөп ултырғандары булды. Беҙ иптәшем Динислам менән, балалар ҡасан йоҡларға ята инде, бүләк, күстәнәстәрҙе шыршы төбөнә һалыр инек, тип түҙемһеҙләнеп йөрөнөк.

Үҙебеҙ һаман телевизор ҡараған булабыҙ. Ике кресло уртаһына ҡуйған яһалма шыршының гирлянда уттары йым-йым итеп, ниһайәт, балаларҙы әүен баҙарына алып китә. Беҙ ҙә бүләктәрҙе һалабыҙ ҙа йоҡларға ятабыҙ.

Иртән тороу менән икеһе лә шыршы янына йүгерә. Бүләктәргә ҡыуаналар, әммә Ҡыш бабайҙы күрә алмағандарына ҡайғыралар ине. «Киләһе йыл барыбер күрәсәкмен уны», – ти береһе. Икенсеһе: «Мин йоҡламаясаҡмын», – ти.

Ләкин киләһе йыл да шул уҡ хәл ҡабатлана.

– Яңы йыл табынына, ғәҙәттә, нимәләр әҙерләйһегеҙ. Беҙ һеҙҙең тәүге һөнәрегеҙ буйынса ашнаҡсы икәнегеҙҙе лә беләбеҙ. Әлбиттә, өҫтәлегеҙ һый-ниғмәттән һығылып торалыр…

– Халҡыбыҙҙа байрам табыны мул булһа, тотош йыл шулай үтә, тигән ырым бар. Шуға өҫтәлде бай итеп әҙерләргә тырышам. Ваҡ бәлештәр ҙә, ҙур бәлеш тә бешерәм. Тултырыл­ған ҡаҙ әҙерләйем. Эсенә дөгө, ҡара емеш, йәшел алма һалам. Дөгө урынына ҡайһы бер йылда ҡарабойҙай тултырам. Бик тәмле була. Гарниры ла эсендә. Өҫтәлгә ҡуйғас, өлөштәргә бүлеп, һәр кемгә таратып сығам. Ғаиләбеҙҙә был ризыҡты бик яратып ашайҙар. Башҡорт табыны һурпаһыҙ булмай. Өфө туҡмасы менән тәмле итеп аш бешерәм. Әҙерләнгән ризыҡ шул тиклем күп була, аҙаҡ әллә нисә көн буйына һыйланабыҙ. Магазиндан алған шикле ризыҡтар түгел инде, ауылдан килтерелгән хәләл аҙыҡтар тиҙ боҙолмай.

– Һеҙ өс тиҫтә йылдан ашыу Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә эшләйһегеҙ, балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире. Үҙегеҙ өлкәндәргә лә, бәләкәстәргә лә шиғырҙар ижад итәһегеҙ. Тиҫтәләп китап авторы. Тырыш хеҙмәтегеҙ «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия менән баһаланған. Үҙегеҙҙең йылдан нимәләр көтәһегеҙ?

– Һәр әҙип өсөн, әлбиттә, яңы китабы сығыуы оло ҡыуаныс. Мин дә юбилейыма балалар өсөн «Күлсумған­ға ни булған?» тигән йыйынтығымды әҙерләп тапшырғайным. Беҙҙең яҡта шундай исемдәге күл бар. Тик күле бар ҙа, һыуы юҡ. Ошо хаҡта һөйләнгән риүәйәткә нигеҙләнеп яҙған күләмле генә әҫәремде лә индерҙем ул йыйынтыҡҡа һәм әкиәти хәҡиҡәт тип жанрын билдәләнем. Мин үҙебеҙҙең яҡтарҙың ер-һыу атамаларына арнап бик күп шиғырҙар яҙҙым. Алла бирһә, яңы йыл башында китабым донъя күрһә, яҡташтарыма һәм әҙәбиәт һөйөүсе уҡыусыларға юбилей бүләгем булыр ине.

Оҙаҡ йылдар «Китап» нәшриәтендә эшләгәнгә, үҙем дә ижад менән шөғөлләнгәс, теләктәрем дә һүҙ, тел ҡәҙере хаҡында булыр. Бәләкәйҙән китап уҡып үҫкән балаларҙың күңелендә насарлыҡҡа урын ҡалмай, әҫәр геройҙарына оҡшарға тырышып, улар менән бергә яна, көйә, кисерә. Шулай үҙҙәренең дә рухтары үҫә. Мине бигерәк тә халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләгән балалар шатландыра. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» проектын булдырыусылар ҙа бик ҙур тәрбиәүи эш башҡара.

– Яңы йыл теләктәрегеҙ ҙә һөнәрегеҙгә бәйле булыр, моғайын…

– Эйе. Киләһе йылдарҙа ла китаптарыбыҙ, гәзит-журналдарыбыҙ сығып торһон. Нәфис әҙәбиәткә ынтылған кешеләрҙең күңелендә яуызлыҡ йәшәй алмай. Бер нәмә лә бөтмәһен, бары артһын ғына. Мәктәптәр ябылмаһын. Бер тел дә юғалмаһын, артабан үҫеш­һен. Был башҡорт теленә генә ҡағылмай. Социаль селтәрҙәргә инһәң, урыҫтар ҙа үҙ телдәрендә хатаһыҙ, матур итеп һөйләм төҙөй алмай, хатта жаргон һүҙҙәрен дә йыш осратырға мөмкин. Йәш атай-әсәйҙәр балаларын бәләкәй­ҙән рухлы итеп үҫтерһен. Тормош бит үҙе лә аяуһыҙ, ҡатмарлы, ә рухһыҙ, күңелендә насар уй тейәп йөрөгән, боҙоҡ, алама холоҡло, ҡаты бәғерле бәндәләр көнитмешебеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡатмарландыра. Әгәр улар имен ғаиләлә йәшәп, китаптар менән дуҫ бул­һа, тәрбиәле үҫерҙәр ине. Шуға иң ҙур теләктәрем: кешеләр кешеләр менән дуҫ йәшәһен, бер-береһенә мәрхәмәтле, аяулы булһын. Илдәр илдәр менән хеҙмәттәшлек итһен, милләт-ара ыҙғыштар сыҡмаһын, бәлә-ҡазалар, хәүеф-хәтәрҙәр йыраҡ йөрөһөн. Донъялар имен торһон. Балалар күп тыуһын. Илебеҙ, телебеҙ йәшәһен. Тормошобоҙ тыныс булһын. Иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарайыҡ. Күңел ҡыйралыштары кисерергә яҙмаһын. Изге юлдарҙа йөрөгән кешеләрҙең сәфәрҙәре уңһын. Барыһына ла һаулыҡ теләйем. Шәхсән үҙебеҙгә ғаилә именлеге, балаларыбыҙ башлы-күҙле булып, беҙҙе тағы ла өләсәй, ҡартатай итһен, улыбыҙ магистратураһын уңышлы тамамлаһын, тип доғалар уҡыйым.

Һәммәбеҙгә лә 2019 йыл уңышлы килһен! Иң изге теләктәр юллайым. Яңы йыл менән, дуҫтар!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Читайте нас: