-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең өсөн әңгәмә
28 Декабрь 2018, 16:27

«Тамыр» менән бергә ҡалам»

«Тамыр» телеканалын уның бөгөнгө баш мөхәррире Резеда Миңлебай ҡыҙы Миндиәрованан (Байсурина) башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. 26 йыл ғүмерен тапшырыуҙары аша йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған икән. Бөгөн, күркәм юбилейы айҡанлы, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Резеда Миңлебай ҡыҙы, тыуған яғың, ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүең тураһында һөйләп үт әле. Мәктәп йылдары нисек хәтереңдә ҡалған?

– Мин Мәләүез районы Юлдаш ауылында тыуып үҫкәнмен. Атайым Миңлебай Әхмәтдин улы 30 йылдан артыҡ мәктәп директоры вазифаһын биләне. Үҙебеҙҙәге белем усағының яңы бинаһын, интернат, уҡытыусылар өсөн йорттар һалдырҙы. Әйткәндәй, уның хөрмәтенә ауылдың бер урамы хәҙер Байсурин исемен йөрөтә. Әсәйем Әминә Сәхиулла ҡыҙы Вәлишина ла мәктәптә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләне. Атайым ғәҙел, бик талапсан бул­һа, әсәйем йомшаҡ күңелле, һәр кемдең хәленә инергә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тор­ған кеше һәм уҡытыусы ине. Үҙҙәрен ауылда яҡшы яҡтан ғына хәтерләйҙәр, улар – балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө. Ата-әсәһе уҡытыу­сы, директор булғандар мине аңлар, моғайын, был – үҙе бер яуап­лылыҡ, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн. Улар­ҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйем, тигән уй тырышып уҡырға, тәртипле булырға кәрәклеген һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп тора. Мәктәп йылдары хәтеремдә күңелле, шаулы бер мәл булып ҡалған. Беҙ­ҙең заман балаларының һәр береһе кеүек, мин дә ғорурланып пионер галстугы тағып йөрөнөм, комсомолға индем. Пионер дружинаһы рәйесе, мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары булып, йәштәштәрем менән бергәләп, төрлө саралар үткәреп, гөж килеп йөрөгән саҡтар һағындыра.

– Тимәк, һиндә бала саҡтан ойоштороу һәләте бул­ған. Ә радиола нисәнсе йылда эшләй башланың?

– Тарихҡа күҙ һалһаҡ, «Тамыр»ҙың тәүге тапшырыу­ҙары 1992 йылдың мартында сыға башланы. Минең дә телевидениеға килеп эшлә­үе­мә быйыл 26 йыл булды. Радиола балалар өсөн тәүге тапшырыуҙар – «Иләү», «Аҡ елкән», «Тәнәфес»те әҙерләй торғайным. 1995 йылда телевидениеға күсер­ҙеләр. «Сәң­гелдәк»тең сценарий авторы һәм алып ба­рыу­сыһы булдым. Әлбиттә, төп геройҙар – ҡыҙҙар һәм ма­лай­ҙар. Мин эшләй башлағанда баш ҡалала баш­ҡортса һөйләшкән ба­лаларҙы та­быу ауыр ине. Ул ва­ҡыттағы алып барыусы­лар­ҙың исемдәре күптәргә яҡ­шы таныш: Зөлхизә Илбәкова, Лиана Хәбибуллина, Рәмис Хәкимов, Азат Саҙрыев, Айгөл Иҙрисова, Флүзә һәм Жәлил Фәрх­шатовтар, Сың­ғыҙ, Лилиә, Шәүрә… Улар менән әле лә арала­шып, хәл белешеп торабыҙ. 2000 йылда Башҡорт­остан радиоһында «Юлдаш» мәғлүмәти-музыкаль каналы асылғас, «Тамыр» студияһына ла тура эфирға сығыу мөмкинлеге бирелде. Балалар тәүге тап­ҡыр шул тапшырыу­ҙар­ҙы алып барыуҙа ҡатнашты. Уларҙы маҡтап телгә алып үткем килә. 20-се башҡорт гимназияһынан Ләйсән Сөләймәнова, Азат Саҙрыев, Гөлназ Ғәлимуллина, 136-сы башҡорт лицейынан Алмас Шаммасов эштәренә шул тиклем яуаплы ҡарай торғайны. Хәҙер күбеһе журналис­тика өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. Бына шул ваҡыттан алып аҙнаһына бер тап­ҡыр тура эфирҙа тапшырыу­ҙар алып барыуымды дауам итәм. «Күпер» тапшырыуы сығарылыштарын төрлө темаларға арнайбыҙ. Балалар телеканалында эшләү икеләтә яуаплылыҡ талап итә: киләсәк быуынды тәрбиәләйбеҙ бит.
– Ысынлап та, һин әҙерләгән «Өләсәйем һандығы», «Атайҙар тәрбиә­һе», «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» кеүек тапшырыуҙарыңда өлгө алырлыҡ шәхестәр, балалар тураһында һөйләүең, психологтар, табиптар менән әңгәмәләрең, һис һүҙһеҙ, бәләкәй радио тыңлаусылар өсөн тәрбиә­үи әһәмиәткә эйә. Ә балалар менән тура эфир­ҙа эшләү бик ауырҙыр ул…
– Бында, әлбиттә, үҙенә күрә ҡатмарлыҡтары бар. Һәр кем өсөн яуаплылыҡ, һынау ҙа ул. Әммә һәләтле балалар тура эфирҙа булыуҙың бер ҙә ауырлығын тоймай. Бәлки, аңлап та бөтмәйҙәрҙер әле. Аллаға шөкөр, хәҙер «Тамыр» тапшырыуҙарын ҡарап, тыңлап, бер нисә быуын өлгөрҙө. Иң бәләкәстәр – «Сәңгелдәк»те, «Иләү»ҙе, ҙурая төшкәс, улар тура эфирҙа барған «Тау-тау хәбәр», «Гора новос­тей» тапшырыуҙарын гөрләтеп алып бара, сюжеттар төшөрә. 20-се, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика, 158-се баш­ҡорт гимназияларынан Рөстәм Төхбәтов, Сафия Ғайсина, Айсулпан Фәйзуллина, Айгөл Ишбаева, Нур Собхан­ғолов, Батырхан Шәйхетдинов, Алмаз Таһировтар­һыҙ «Тамыр»ҙың эшмәкәрлеген күҙ алдына ла килтереп булмай.
– Резеда Миңлебай ҡыҙы, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрең бар?
– Балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләйем. Яңы йыл төнөндә бөтә ҡыҙҙар, малай­ҙар ҙа мөғжизә көтә. Барлыҡ хыялдары тормошҡа ашһын өсөн беҙ, өлкәндәр, уларҙың күңелендәге ошо тылсым, мөғжизә көсөнә ышанысты арттырырға тейешбеҙ.
– Ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт! Бына бит һинең менән һөйләшеү «Тамыр» тураһында әңгәмә кеүек килде лә сыҡты. Киләсәктә лә кескәй милләттәштәребеҙ күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүеңдә уңыштар теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Читайте нас: