-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

"Тел ҡәҙерен белгәнде ҡәҙерләйек"

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә СӘФӘРҒОЛОВАны беҙ бигерәк тә «Йөрәк һүҙе» проектының авторы һәм режиссёры булараҡ яҡшы беләбеҙ. Бөгөн ул – редакциябыҙҙың хөрмәтле ҡунағы. Республикабыҙҙың рухлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Наилә Әбделхай ҡыҙы менән һөйләшкәндә уның хислелеге, ябайлығы әсир итте. Ә тормошонда иҫ киткес ғәжәп ваҡиғалар байтаҡ булған икән. Бик ҡыҙыҡлы әңгәмә килеп сыҡты, шикелле, уҡып ҡарағыҙ әле.

– Наилә апай, уҡыусыларҙы һеҙҙең тыуған яғығыҙ менән таныштырып үтәйек әле.

– Мин Стәрлебаш районы Үрге Шәкәр ауылында тыуғанмын. Ғаиләбеҙ ишле ине: атайым, әсәйем, 3 ҡыҙ, 5 малай, өләсәйем дә беҙҙең менән йәшәне. Хәтеремдә әсәйем бәләкәй туғанымды тапҡан көндө үк бригадир өйгә килеп, Нажиә, кискә үк токка эшкә сығығыҙ, тигәйне. Беҙ, балалар, күберәк Хәкимә өләсәйем ҡарамағында булдыҡ. Уның әкиәттәрен тыңлап, тәмле аштарын ашап үҫтек.

– Мәктәп йылдары нисек иҫегеҙҙә ҡал­ған?

– Мин I – IV синыфтарҙа үҙебеҙҙең ауыл мәктәбендә уҡыным да бишенсегә Өфөләге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбенә килдем. Хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына. Гел «бишле»гә уҡыным. Әммә миңә алтын миҙал да, ҡыҙыл аттестат та насип булманы. Тарихы ҡыҙыҡ инде уның. Интернатта әүҙем булдым. Дружина советы рәйесе, комсорг, волейбол командаһы капитаны инем. Стена гәзиттәрен сығара торғайным. Әҙәбиәт түңәрәгенә, бейеүгә йөрөнөм, спорт менән шөғөлләндем. Һәр эште еренә еткереп үтәй, һәр нәмәгә яуаплы ҡарай инем.

X синыфта 1 сентябрь тантанаһында Кәтибә Кинйәбулатованың «Уҡытыу­сыма» шиғырын һөйләйем. Ул ваҡытта директор Риф Хәмиҙуллин ине. Ул яныма килде лә: «Күҙйәшева, һине сәнғәт институтына килтерергә ҡуштылар», – тине. Мин сәнғәткә барырға теләмәүем тураһында әйт­һәм дә, директор аҡ «Нива»­һына ултыртып, институтҡа алып китте. Уҡыу театры тигән зал бар ине. Мине ҡалдырып, үҙе эскә инде. Йәштәр араһында Эльвира Юнысованың да көтөп торғанын хәтерләйем. Шундай матур ҡыҙыҡай, матур итеп кейенгән. Риф Зариф улы эскә саҡырҙы. Инһәм, унда билдәле сәнғәт кешеләре ултыра. Театрға, концерт­ҡа йыш йөрөгәс, уларҙы таныйым. Зәйтүнә Бикбулатова, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Тамара Хоҙайбир­ҙина, Фәрдүнә Ҡасимова, Илшат Йомағолов... Театр­ҙың режиссёры Рифҡәт Исрафилов ине. «Актриса булырға теләй­һеңме?» – тип һораны ул. «Юҡ», – тим. «Нисек инде, күп ҡыҙҙар актриса булырға хыяллана. Ә кем булаһың?» «Тәфтишсе». «Шиғыр уҡып күр­һәт әле». Мин һаман ҡарышам. Һорауҙарға киреһен яуап бирәм, насар уҡыйым, шиғыр белмәйем, тим. Шунда Риф Зариф улы, нисек инде, линейкала һөйләнең бит, шуны һөйлә, ти. Тамара Шәһит ҡыҙы өҫтәл артынан тороп яныма килде лә, бында ҙур кешеләр ултыра бит, оят булыр, бар сәхнәгә сыҡ та шиғыр һөйләп ишеттер, ти. Һөйләнем. Шулай итеп, мине уҡырға алдылар. Мәҙәниәт министрлығы менән һөйләшелгән, театр факультеты менән килешеү төҙөгәндәр икән. Бер үк ваҡытта студент та, уҡыусы ла булып киттем. Шишәмбе, кес­аҙна, шәмбе сәнғәт институтына йөрөп уҡырға тейешмен. Бөтә пландар боҙолдо. Әммә бөгөн быға бер ҙә үкенмәйем. Таныл­ған сәнғәт оҫталары Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Лек Вәлиевтәрҙән дәрестәр алыуым менән бәхетлемен.

Уҡып йөрөгәндә режиссёр­лыҡ буйынса китергә хәл иттем. Ә алтын миҙалға килгәндә, күп дә­рес ҡалдырырға ла тура килде бит, химиянан имтиханды «бишле»­гә тапшырһам да, уҡытыусым аттестатҡа «дүртле» ҡуйҙы. «Беҙ дәрестән тыш әллә күпме мате­риалдар менән таныштыҡ, Күҙйәшева уларҙы ҡалдырҙы», – тигән ул. Директор әйтеп тә ҡараны, бар, уҡытыусыңдан үтенеп һорап ҡара, тип, мин үҙ һүҙле бит инде, барманым. Шулай итеп, миҙалдан ҡолаҡ ҡаҡтым. Тик нишләптер синыфташтарым мине бөгөн дә интернатты алтын миҙал менән тамамлаған, тип иҫәпләй.

– Юрист була алмауығыҙға үкенмәй­һегеҙме һуң?

– Юҡ, сөнки тәфтишсе һәм режиссёр һөнәрҙәре бер-береһенә оҡшаш. Тәфтишсе һәр кешенең ҡылған ҡылығына аңлатма табыр­ға тырыша, уйлана, ә режиссёр артистың һәр хәрәкәтенең, хатта ҡарашының да, тап шулай уҡ, мәғәнәһен табырға тырыша.

– Һеҙ уҡыусы сағығыҙҙан бик ныҡышмал, үҙ һүҙле, көслө кеше булғанһығыҙ икән...

– Бик әүҙем инем, һәр сарала ҡатнаштым. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда алтынсыларҙы тәрбиәселәре Клара Вәли ҡыҙы Улья­новскиға сәйәхәткә алып барғайны. Ул синыфташым Зәйҙә менән икебеҙҙе ярҙамсылары итеп алды. Волга буйлап теплоходта йөрөргә тейеш инек. Клара Вәли ҡыҙы бер малайҙың ҡулын тотторҙо ла, бына ошо баланы ғына ныҡлап ҡарап тор әле, ҡал­ғандары былай ҙа тыңлар ул, тип билет алырға китте. Малай шунда уҡ спиннинг менән балыҡ тотоп торған бер бабайға иғтибарын йүнәлтте. Һорап алайыҡ әле, бер генә тапҡыр ырғытып ҡарағым килә, ти. Ярай, тинем дә һорап алдыҡ. Шунда ни булғанын бел­һәгеҙ икән! Был малай спиннингты һелтәгән ыңғай­ға үҙе лә һыуға төштө лә китте. Тәрән урын, сит илдән дә турис­тар бар ине. Баштан йәшендәй әллә ниндәй уйҙар үтте. Күп уйлап тормай, артынан Волгаға ырғыным. Ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе, сума-сума малайҙы елкәһенән тотоп сығарғайным. Сәйәхәт ҡайғыһы бөттө, ауырып яттым. Апрель ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, интернатта линейка башланыр алдынан ҡараһам, теге малайҙың әсәһе инеп килә. Буйға бәләкәй инем, алда торам. Уны күреп ҡалыу менән, егеттәр артына ҡастым. «Күҙйәшева бармы?» – тип һорайҙар. Әрләрҙәр, тип уйлайым. Батып барыусы баланы ҡотҡарған өсөн Маҡтау ҡағыҙы бирергә булғандар икән.

– Уҡыу йылдарығыҙ мажаралар­ға бай булған да! Сәнғәт институтында режиссура һәм актёрлыҡ оҫталығы бүлеген тамамлағас, Салауатта «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында башҡорт драма коллективы туп­лап, режиссёр булып эш башлағанһығыҙ.

– Эйе, 1984 йыл ине. 1989 йылда конкурстан үтеп, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп ҡуйҙылар. Ун йылдан, теләгемә ҡаршы Салауат башҡорт драма театрының етәксеһе вазифаһын тапшырҙылар. Ике ай ике урында эшләп йөрөргә тура килде. Театрҙа урынбаҫарым Марс ағай Яппаров менән бергә кәңәшләшеп эшләнем. Ул миңә терәк-таяныс булды. Ғөмүмән, тормошта аҡһаҡалдар менән дуҫ булдым. Нәжиб Асанбаев, Туфан Миңнуллиндар менән ысын дуҫлыҡ бәхете тейҙе миңә. Дөйөм кешелек ҡиммәттәрен үҙҙәрендә һаҡлаған ҙур шәхестәр менән аралаша алыуыма сикһеҙ шатмын.

– Наилә апай, Салауат драма театрында эшләгән йылдарҙа һеҙ ҡуйған Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» пьесаһы буйынса – «Салауат», Нәжиб Асанбаевтың Зәки Вәлиди тураһындағы «Көҙән башҡорто» спектаклдәре уңыш ҡаҙанған. Ә Өфөгә килгәс тә халыҡты үҙенсәлекле, рухлы проекттар уйлап сығарып һоҡландырҙығыҙ. «Әйтер һүҙем бар» тигәнендә кемдәр генә ҡатнашманы. Ә «Йөрәк һүҙе» конкурсының финалы халыҡ араһында иң көтөп алынған сараларҙың береһенә әүерелде бит!

– Дөрөҫөн әйткәндә, «Йөрәк һүҙе» тәүҙә бер тапҡыр ғына үткәреләсәк акция булып күҙ алдына баҫҡайны. Кешеләрҙең йөрәген әрнеткән әйтер һүҙҙәре бар, уларҙы ишетер түрәләр бар сағында был мәҙәни сара йәшәр. Тәүҙә был проекттың исемен оҡшатмаусылар ҙа булғайны. Йөрәк һүҙе буламы ни ул, ҡолаҡҡа ятмай, тинеләр. Икенсе исемдәр ҙә тәҡдим иттеләр. Әммә «Йөрәк һүҙе» булып ҡалды. Ике шиғыр уҡыған кешегә машина бирәләрме ул, тигәндәр ҙә булды. Тел бөтөр сиккә еткән, бәҫе төшкән саҡта туған теленең ҡәҙерен белгән кешене ҡәҙерләй белергә кәрәк. Был шиғриәт бәйгеһе генә түгел, «Йөрәк һүҙе» ул – халыҡ трибунаһы! Тамашасы рухланып, икенсе һулыш менән килеп сыға был саранан. Ә финалдан һуң шылтыратыусылар, үҙ фекерҙәрен әйтеүселәр ифрат күп була. Улар илай ҙа, һоҡлана ла, рәхмәттәрен дә әйтә. Шул минең арыуҙарымды баҫа, бөтә булған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә. Ошо эшемде күтәреп алған милләттәштәремә рәхмәттәремде еткерәһем килә. Әйтеп бөтөргөһөҙ ярҙамы өсөн Хөкүмәтебеҙҙең Премьер-министр урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдиновҡа сикһеҙ рәхмәтлемен. Ошо ижади емешемде тормошҡа ашырырға ярҙам иткән беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улына һәм тоғро дуҫтарыма рәхмәт.

– Һеҙҙең йортоғоҙҙа ла милли рух хөкөм һөрә...

– Эйе. Фольклор стилен яратам, милли биҙәктәр оҡшай. Ағастан һалынған өйөбөҙҙә боронғоса һике лә, аҫалы балаҫ та, сигелгән таҫтамал, шаршауҙар ҙа бар. Башҡорт көйҙәре яңғырап тора. Хатта аласығыбыҙ ҙа бар, унда ла һике эшләп ҡуйҙыҡ. Милли өй йыһаздарын күп йылдар йыя килдем. Күрәһең, эске тәбиғәтем ошоно һорайҙыр, яраталыр.

– Быйыл коронавирус пандемияһы күп ваҡыт өйҙә ултырырға мәжбүр итә. Нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?

– «Йөрәк һүҙе» быйыл Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ҡатнашырға теләүселәр күп, сараға әҙерлек бара. Икенсенән, ғаиләбеҙ тарихына арналған драма яҙа башланым. Уны «Нигеҙ» тип атаным. Тормошта ҡайһы саҡ иҫ китерлек ваҡиғаларға осрайһың. Мистика тип әйтәйемме... Бер ваҡыт Салауаттан Өфөгә эш буйынса килгәйнем. Аҡ йорттоң милиция посында торғанымда таныш түгел бер ҡатын: «Ауылығыҙҙа атай-әсәйең, шомло тауыш сығара тип, йортоғоҙ янындағы талды киҫергә уйлай икән, киҫмәһендәр, әтеү нигеҙегеҙ ҡорой», – тине. Аптырамаҫлыҡ түгел ине, әлбиттә. Ҡайтһам, ағайым ауылға шул талды киҫергә ҡайтырға йыйына. Әсәйемә әйт әле, киҫтермәһен, бер апай шулай тине, тим. Юҡ, мине тыңламанылар. Кит, ҡарт бит инде ул, кеше һүҙен тыңлап ни, тип әсәйем барыбер киҫтергән. Шунан һуң бер аҙна ла үтмәне, бер төн эсендә йортобоҙ, мал-тыуар янды... Бер бесәй менән урамда ултырған самауыр ғына тороп ҡалды... Ҡырҡ көн эсендә ҡаршыһына йорт һалдырып, Ҡөрьән уҡытып, әсәйемдәрҙе шунда ҡалдырып киттек. Унан һуң өйөбөҙгә нигеҙ һалған көндө тыуған Зөфәр ағайыбыҙҙы юғалттыҡ. Өс йыл һайын ғаиләбеҙҙә кемдер үлә ине. Бер дин әһеле менән кәңәшләшкәс, ете мулла саҡырып, Ҡөрьән уҡытып ҡарағыҙ, тине. Шулай эшләнек, тик мин аварияға эләктем, Аллаға шөкөр, иҫән ҡалдым. Шөкөр, Ҡөрьән уҡытҡас, тормошобоҙ тыныс­ланып ҡалды. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: бер шағирәнең юбилей кисәһендә беҙҙе киҫәткән шул апайҙы тағы осраттым. Ул үҙе яныма килеп: «Мин өйөгөҙ янындағы талды киҫмәгеҙ, тигәйнем дә – тыңламанығыҙ... Ярай ҡалғаны һәйбәт буласаҡ», – тип әйтеп, хәлдәремде һорашып торҙо.

– Ысынлап та, бик серле, ҡыҙғаныс тарих... Ихлас итеп беҙҙең менән һөйләшеп ултырғанығыҙ өсөн рәхмәт, Наилә апай. Уҡыусыларға теләктәрегеҙҙе лә әйтегеҙ әле.

– Иң беренсе редакцияға үтенесемде әйтәйем: халыҡ, уҡыусылары менән ихлас булһындар, төрлө темалар яҡтыртылһын, милли рух өрә торған яҙмалар күп баҫылһын. Гәзиттәрҙе ҡулға тотоп уҡыуға етәме ни, баҫмалар йәшәһен! Беҙ, башҡорттар, бик хисле халыҡ, театр-уйын яратабыҙ, сәхнәләге тормош ысынбарлыҡтан саҡ ҡына юғарыраҡ һәм иҫкәртмәле булырға тейеш, баҫмалар ҙа шулай булһын ине. Балаларға ғүмергә тел менән бергә булыу­ҙарын теләйем. Телде яҡлап, һаҡлап йәшәһендәр. Намыҫлы булһындар. Атай-әсәйҙәрен тыңлаһындар. Йән, тән, рух сәләмәтлеге теләйем.


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Читайте нас: