– Эльвина, һин фәнни эштәр ҙә яҙаһың. Был бик күп ваҡытты ала. Бөтәһенә лә нисек өлгөрәһең?
– Ваҡытты дөрөҫ бүлергә кәрәк. Фәнни эштәр менән шөғөлләнеү миңә өҫтәмә белем дә бирә, дәрес темаһын нығыраҡ аңларға ла ярҙам итә. Эҙләнеү эше менән булғанда ҡайҙа ниндәй материалдар табам, тәүҙә шуларҙы теркәп барам. «Бәйләнештә» селтәрендә яңылыҡтар ҡарағанда ла, дуҫтар менән аралашҡанда ла ҡайһы ваҡыт ҡыҙыҡлы яңылыҡтар менән танышам. Хатта автобуста ололар һөйләшкәненә ҡолаҡ һалғанда ла үҙеңә кәрәкле мәғлүмәттәр йыйырға мөмкин. Һәр минутымды файҙалы уҙғарырға тырышам.
– Республика кимәлендә фәнни-ғәмәли конференциялар күп үткәрелә. Шуларҙың ҡайһыныһы ныҡ оҡшаны һәм ни өсөн?
– 2017 йылда ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр Исҡужин уҡыуҙары үтте. Республикабыҙ мәктәптәренән күп уҡыусылар килгәйне. Миңә лә ваҡытында башҡорт мәктәптәрен асыуға күп өлөш индергән шәхестең исемен йөрөткән 13-сө башҡорт башланғыс белем биреү мәктәбендә ойошторолған мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: унда еңеүсе булдым. Тыуған яғым матурлығы, телебеҙҙе һаҡлау, Искужин кеүек шәхестәрҙән үрнәк алырға кәрәклеге тураһында уҡытыусым Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғолова менән ҡобайыр әҙерләгәйнем.
– «Һылыуҡай» конкурстарында ла ҡатнашып тораһың...
– 2018 йылда үҙебеҙҙең уҡыу йортонда үткән «Гимназия һылыуҡайы» бәйгеһендә еңеүсе булдым. Ул ваҡытта мин туғыҙынсыла инем. Әйткәндәй, быйыл Питерҙа үткән матурлыҡ конкурсында еңеү яулаған Диана Байназарова ошо ваҡытта гимназиябыҙҙың XI синыфында уҡый ине. Ул икенсе урын алғайны. Беҙ бөгөн Диана менән аралашып торабыҙ. 2020 йылда Көйөргәҙе районында ла «Һылыуҡай» конкурсында ҡатнаштым. Cәхнәгә өйрәнеп бөткәнмен инде. Ул мине ҡыйыулыҡҡа, үҙеңде дөрөҫ тоторға, аралашырға ла өйрәтә. Был конкурста төрлө һорауҙар ҙа бирелә. Шуға телмәрең бай булырға тейеш. Әйтә торған фекереңде ҡыҫҡа, әммә асыҡ, аңлайышлы итеп еткерә белергә лә кәрәк.
– Ҡайҙа ярыш, ниндәйҙер сара – һин шунда, бөтәһенә өлгөрәһең. Үҙеңдең теләгең буйынса ҡатнашаһыңмы? Һинең йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтеүең Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы менән дә билдәләп үтелгән.
– Әлбиттә, үҙем теләп ҡатнашам. 2019 йылда ҡалала Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған һәм Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты кубогына үткәрелгән башҡорт телендәге «Шаяниум» ойошторолғайны. Гимназиябыҙҙың «Етегән» исемле командаһы I урын алды. Мин еңеүгә үҙ өлөшөмдө индереүгә шатмын.
Cиныфыбыҙ ойошторған сараларҙың сценарийҙарын да яҙам һәм үҙем алып барам. Тиҫтерҙәрем ышанып тапшырған икән, уларҙың ышанысын аҡларға тейешмен. Ҡала мәҙәниәт һарайындағы барабансылар түңәрәгенә лә йөрөйөм. Күмертауҙа үткәрелгән күп сараларҙа ла алып барыусы булып ҡатнаштым.
– Әле дистанцион уҡыу ваҡытында ниндәй эштәр башҡараһың?
– Синыфташым Ғайсар Сәғитов менән байрамдарға башҡортса ҡотлауҙар яҙып, видеоға төшөрөп, интернетҡа урынлаштырабыҙ. Минең әле төп эшем – сығарылыш имтихандарына әҙерләнеү. Үҙ аллы ла шөғөлләнәм, уҡытыусының өҫтәмә дәрестәренә лә йөрөйөм.
– Ситтән тороп уҡыуға һинең ҡарашың нисек?
– Был уҡыу юлы бушҡа ғына уйлап сығарылмаған бит. Һаулыҡ – иң мөһиме. Сәләмәтлегең бар икән, бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығып була. Онлайн рәүештә уҙғас, беҙгә күберәк үҙ аллы шөғөлләнергә, эҙләнергә тура килә инде. Хәҙер бит юғары технологиялар заманы. Киләсәктә, бәлки, бөтәһе лә дистанцион уҡыр, эшләр ҙә. Юлға тигән аҡса ла янда ҡала, юл өсөн киткән ваҡыт та әрәм булмай. Интернеттың мөмкинлектәре күп, тик кәрәкле сайттарҙы ғына һайлай белеү ҙә мөһим.
– Киләсәктә үҙеңде ниндәй өлкәлә белгес итеп күргең килә?
– Мин журналист булырға теләйем. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға инергә ине. Шуға башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашам. 2016, 2018 йылдарҙа башҡорт теле буйынса халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеүсе булдым.
– Башҡорт йәштәре ниндәй булырға тейеш?
– Беҙгә зарланып ултырыуҙан арынырға кәрәк. Егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа белемгә ынтылырға тейеш. Тырышып уҡыһаң, Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы тапшыраһың, юғары уҡыу йортондамы, техникумдарҙамы һөнәр алаһың. Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ, ти бит халыҡ. Йәш саҡтан үҙеңде танытырға, үҙ һәләттәреңде үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Беҙгә бөтә юлдар ҙа асыҡ. Киләсәктә ниндәй тормош ҡороуың һинең үҙеңдән тора. Бәхетле киләсәккә юл бөгөн һалына. Шуны онотмайыҡ, дуҫтар!
Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, Х синыф уҡыусыһы,
«Рухи мираҫ» түңәрәге ағзаһы.
3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.