-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙҙең өсөн әңгәмә
26 Февраль 2021, 14:03

Ашығыҙ тәмле булһын!

йәки Һеҙҙең мәктәп ашханаһында нисек туҡландыралар? Һуңғы арала мәктәп ашханаларындағы туҡланыуға ҡағылған аһ-зарҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Ата-әсәләрҙең «Ризыҡтары тәмһеҙ!», «Аштары һыуынып бөткән!» кеүек яҙмаларын социаль селтәрҙәрҙә лә күрергә мөмкин. Республика мәктәптәрендә башланғыс синыфтарҙы бушлай ашата башлағандан һуң шундай мөрәжәғәттәр бигерәк йышайҙы.

Бер көн яйы сығып, үҙемдең балалар уҡыған Өфөләге 84-се татар гимназияһына юл тоттом. Ата-әсәләр комитетында ағза булғас, мәктәп етәкселеге лә теге йәки был хәл килеп тыуһа, гел өндәшә. Яйы сығып, тигәнем шул, ата-әсәләр теләге буйынса ашханала бешерелгән ризыҡтарҙы тәмләп, дегус­тациялап ҡарар өсөн махсус саҡырғайнылар. Һәр синыфтан булмаһа ла, 10-лап кеше инек. Шуны ла әйтергә кәрәк, гимназияла 1 мең 551 бала белем ала, ә ашхана конвейер рәүешендә эшләй, тиһәк тә була. Уның эсе таҙа һәм матур, яҡты, сағыу төҫтәргә буялған. Бында ингәс, асыҡмаған кешенең дә аппетиты асылып китер. Ашнаҡсылар менән кухня хеҙмәткәрҙәре лә ихлас йөҙлө, махсус кейемдәрҙә генә үҙҙәре. Беҙ­ҙең менән осрашыуға Балалар диетик-туҡланыу үҙәгенең директор урынбаҫары, технолог Валентина Ғайсарова ла килгәйне. Өҫтәлгә бар мәктәптәргә лә таратып бирелгән һауыт-һабала өс көнлөк меню буйынса ике төрлө йыйылманы теҙеп ул­тырт­ҡандар. Мәҫәлән, башланғыс синыф өсөн әҙерләнгәне – дөгө ярмаһы менән балыҡ кәтлите, витаминлы сәй, ике телем икмәк, икенсеһендә – ҡаймаҡлы кәбеҫтә ашы, ваҡ итеп туралған тауыҡ ите менән «Артек» тип атал­ған бой­ҙай бутҡаһы, емеш компоты, икмәк. Был рацион көн дә төрлөләнә, йәшелсә-емеш һуттар менән аралаштырыла.

Һәр бер ризыҡты тиерлек тәмләп ҡараныҡ. Оҡшаны. Бут­ҡа ла, аш та, салаттар ҙа бик тәмле булды. Ҡыҙыҡһынып, технологҡа һорауҙарыбыҙҙы ла бирергә өлгөрҙөк, ул бөтәһенә лә асыҡ яуап ҡайтарҙы. Шулай ҙа тауыҡ кәтлитенең составында икмәк тәме һиҙелде, ә балыҡ­тан яһалғанында – һуғандыҡы. 60 грамм кәтлиттең 48 грамы – сеймалдан, ә ҡалғанына икмәк, һуған ҡушыла – ҡағыҙҙа раҫланған рецепт буйынса яһала. Аш, икенсе блюданан, компот йәки сәйҙән торған меню уртаса 55 – 60 һумға барып баҫа. Комбинат эшселәрен дә ғәйепләп булмай инде, күпме аҡса бүленгән, шунан сығып әҙерләргә тырышалар. Бер уйлап ҡараһаң, 55 һумға баланы туҡлыҡлы ла, тәмле лә, төрләндереп тә ашатыуы еңелдән түгел. Бына беҙ, әсәйҙәр, ошо суммаға балаға туйырлыҡ итеп кәтлит, аш һәм компот әҙерләй алабыҙмы икән? Юҡтыр. Талап ҡуйғанда сығымдарҙы ла һанар­ға кәрәктер.

Икенсе мәсьәлә – ризыҡ һыуыҡ, шуға ашамайҙар. Туҡландырыу процессының тағы ла бер яғы бар бит, синыф параллелдәре күп, төрлөһө төрлө ваҡытта ашай. Бәләкәстәр 1 йә­ки 2 дәрестән һуң. Был ваҡытта уҡыусының түгел, оло кешенең дә итле ризыҡ ашап ултырғыһы килмәй. Әлбиттә, ул һуңғараҡ асыға, әммә инде ашханала уларҙың ашау ваҡыты уҙған була. Тағы ла шуныһы, кухня хеҙмәткәрҙәре 10 рәт өҫтәлгә аш-һыуҙы теҙеп сыҡҡансы тәүге рәттәге ризыҡ һыуына ла башлай инде. Ә уҡыусылар ҡулдарын йыуып инеп ултырғансы ваҡыт арыу ғына үтеп тә китә. Икенсе яғы ла бар – өҫтәлгә эҫе ашты ултыртыу ҙа ҡәтғи тыйыла. Береһе яңылыш ҡына бешеп ҡуйһа, йәнә хеҙмәткәрҙәр ғәйепле булып сыға. Миҙал ике яҡлы шул...

Балаларҙың ашхана ризығын үҙ итмәүенең йәнә лә бер сәбәбе билдәле. Ни тиһәң дә, беҙ, ата-әсәләр, чипсы, сохари, татлы ашамлыҡтар, фастфуд кеүек ризыҡтар ашарға уларҙы үҙебеҙ бик иртә өйрәтәбеҙ. Тәм һиҙеү ағзалары был «тәмлекәс»тәргә күнегә, шунлыҡтан тейешенсә итеп бешерелгән ҡайнар аш уларға оҡшамай.

Мәктәп ашханаһында булһа ла дөрөҫ туҡланһын ине балалар. Ә атай-әсәйҙәр уларҙы бәләкәйҙән билмән һәм сосиска түгел, ә йылы аш, бутҡа ашар­ға өйрәтһә, бәлки, ошондай хәлгә тарымаҫ та инек. Тағы ла шул яғы бар – заманына күрә талаптарыбыҙ ҙа юғары бит. Тиҙ генә, тәмле лә, файҙалы ла итеп ризыҡты бешерер өсөн заманса ҡорамалдар ҙа кәрәк бит әле, белеүебеҙсә, күп мәктәптәрҙә иҫкереп бөткәндәр. Уларҙа нисек кенә тырыш­һаң да, шартына килтереп әҙерләп булмай. Яңыртһаң, һәйбәт булыр ине лә бит...

Һеҙҙең мәктәп ашханаларында хәлдәр нисек? Тәмле ашаталармы? Беҙгә шул хаҡта яҙып ебәрегеҙ әле.

Дилара АРСАЕВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: