-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Хыялдар ҡанат ҡуя

Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөнгө ҡунағыбыҙ – күптәрҙең яратҡан йырсыһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Фәриҙә Ғаззалова.
– Фәриҙә, гәзит уҡыусыларҙы һинең менән яҡынданыраҡ таныштырып үтәйек әле. Ҡайһы районданһың, ҡайҙарҙа белем алдың? Ҡасан йырлай башланың?
– Салауат районының Лағыр ауылында тыуып үҫтем, олатайым һәм өләсәйем матур тәрбиә бирҙе. V синыфтан Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль интернат-гимназияһына уҡыр­ға килдем. Унда үткән йылдарҙы бик һағынып иҫкә алам. Бер синыфта 30-ға яҡын инек, республиканың төрлө тарафтарынан килгән балалар менән музыка ҡоралдарында уйнарға, йырларға өйрәндек. Ә вокал менән 10 йәштән шөғөлләнә башланым. Өфөлә уҡығанда Баш­ҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә апай Үҙәнбаева төрлө халыҡ йыр­ҙарын өйрәтеп, конкурстарға йөрөттө. Беҙ гел генә лауреат исемдәрен, Маҡтау ҡағыҙҙары, призлы урындар алып ҡайта инек.

– Һин яҡшы уҡыуың һәм сәнғәттә өлгәшкән уңыштарың өсөн Президент стипендиаты ла булдың, шулай бит?
– Эйе шул. Ә мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Экстерн менән 3 йыл эсендә ҡыҙыл дипломға тамамланым. Аэлита Хәйрулла ҡыҙы Чембарисовала уҡыным, опера нескәлектәренә лә нәҡ ул өйрәтте. Уҡытыусыма ҙур рәхмәтлемен: тормошта ла, студент саҡтарҙа ла күп ярҙам итте. II курста уҡып йөрөгәндә «Гәлсәр һандуғас» телевизион йыр конкурсында ҡатнашып, лауреат булдым һәм күптәнге хыялдарым тормошҡа аша башланы, тип әйтһәм дә була. Урамда танып: «Һин Фәриҙә Ғаззалова түгелме?» – тип һорайҙар ине. Ул ваҡытта үҙемде яңы бал­ҡыған йондоҙ итеп ҡабул иттем. Туҡталып ҡалырға ярамай, тип артабан Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға кер­ҙем. Унда Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәровала 5 йыл халыҡ йыры факультетында белем алдым. Флүрә апайға ла ҙур рәхмәтемде еткергем килә: белем һандығымды байытыу, миндә башҡорт рухын нығытыу, үҫтереү өсөн ҙур көс һалды. Бик күп халыҡ йырҙарын унан өйрәндем.

– Әлеге тормошоң тураһында ла һөйлә әле.
– 7 йәшлек Асҡар улымды үҫтерәм, быйыл I синыфты тамамланы. «Тамыр» балалар телеканалының вокал студияһы етәксеһе булып эшләйем, концерттар менән Башҡортостан райондары буйлап гастролдәргә сығам. Аллаға шөкөр, мин бәхетле, тип әйтә алам. Асҡар улымдың ҡыуаныстарын күреп, уңыштарына шатланып йәшәйем. Күңелемә яҡын эшем менән мәшғүлмен. Йырҙарымды яратып тыңлаған тамашасым бар. Бала саҡта хыялланған хыялдарым тормошҡа ашыуына һөйөнәм. Һәм, әлбиттә, алдағы көндәргә тағы ла ҙур маҡсаттар ҡуйыл­ған. Алла бирһә, матур концерттарым күп булыр әле.

– Оҙон көйҙәрҙән ҡайһылары күңелеңә яҡын? Бүтән туғандаш халыҡтар­ҙың йыр­ҙарын башҡортса башҡарыусылар тураһында ни әйтер инең?
– Оҙон көйҙәрҙән башҡорт халыҡ йыр­ҙары «Өйҙөрәкәй буйы», «Саңлы үҙәк», «Зөлхизә»не яратам. Йырсы кеше төрлө телдәрҙә йырлай белергә тейеш. Училищела уҡығанда итальян телен өйрәндек, сөнки опера Италияла барлыҡҡа килгән һәм күп арияларҙы шул телдә башҡарабыҙ. Әлбиттә, хәҙер йырҙарын башҡортса ла, татарса ла, ҡаҙаҡса ла баш­ҡарған артистарҙың тыңлаусылары күберәк тә була, тип уйлайым. Ғөмүмән, йырсы кешегә төрлө стилдә, төрлө телдә йырлай белергә кәрәк. Ни тиһәң дә, замана үҙгәрә, ә артист кеше тамаша­сыларын яңынан-яңы образдар, яңы йырҙар менән ҡыуандыра белергә тейеш.

– Дуэттарың тураһында нимә әйтер­һең?
– Иң күп дуэт булып йырлаусы, тип әйтер инем үҙемде. Сәхнәләш дуҫтарым менән бергә йырлауы – үҙе бер ғүмер. Бындай сығыштар концерттарҙы йәмләп ебәрә. Мәҫәлән, Искәндәр Ғәзизов, Алина Дәүләтханова, райондаштарым – Филүс Ҡасимов һәм йәш йырсы Дунай Фәтҡуллин менән яңы йырҙар башҡарабыҙ. Алла бирһә, яңы клип премьералары ла көтөлә.

– Яратҡан ризыҡтарың ниндәй?
– Ял көндәрендә улым менән ҡамыр баҫып, пицца, ваҡ бәлеш бешерергә яратабыҙ.

– Улың да йырлаймы?
– Асҡар «Тамыр» балалар студияһында шөғөлләнә, төрлө телевизион сараларҙа йырлап-бейеп йөрөй. Хыялы – теш табибы булыу. «Әсәй, мин йырсы булмайым. Һин ҡартайһаң, һине дауалаясаҡмын. Йырсы йырлап тик йөрөй, ә табиптар кешеләргә нығыраҡ кәрәк», – тигән хәбәрҙәре менән көлдөрөп тә ала.

– Каникулда улыңды ауылға алып ҡайтаһыңмы, ялын нисек үткәрәсәк?
– Тыуған ауылда олатай менән өләсәйҙең усағын һүндермәйбеҙ. Баҡса ултыртабыҙ, йыш ҡайтып йөрөйбөҙ. Үҙемдең олатай-өләсәйем был донъяла юҡ инде… Апайымдар бар. Эйе, эргәлә ярҙам итеүселәрем бар, Аллаға шөкөр.

– Әле һин бәләкәй йырсылар менән эшләйһең, балаларға ниндәй теләктәр әйтерһең? Йырсы булып китмәһәләр ҙә, барыбер киләсәктә файҙаһы күп буласаҡ, шулай бит?
– Уҡыусыларға йыр менән шөғөллән­һендәр, тигән теләктә ҡалам. Әлбиттә, бөтәһе лә йырсы булып китмәһәләр ҙә. Вокал, йыр күп ауырыуҙарҙы дауалай. Үҙенсә терапия. Музыка менән шөғөлләнгән кешенең күңеле бай һәм сағыу була. Йырлағыҙ, бейегеҙ, күңелегеҙҙе йырҙар менән байытығыҙ, уның бер зыяны ла юҡ. Файҙаһынан башҡа. Хыялланығыҙ, ҡанатланығыҙ, алдығыҙға маҡсаттар ҡуйығыҙ! Хыялдар ҙур ҡанаттар үҫтерә, илһамландыра! Барлыҡ уҡыу­сыларға матур каникул, иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам.

– Ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт һиңә, Фәриҙә! Киләсәктә лә тамашасыларың­ды моңло тауышың, матур йөкмәткеле йыр­ҙарың менән ҡыуандырыуыңды дауам ит.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.
Читайте нас: