+15 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң ҙур байлыҡтары – балалары

Икеһе лә – республикабыҙҙа танылған сәнғәт кешеләре. Һеҙ табынған йондоҙҙар. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп һәләтле йәш йырсыларға ҙур сәхнәгә юл асҡан «Гәлсәр һандуғас» проекты етәксеһе Земфира Байбулдина менән моңло йырҙар авторы, йырсы Рәдиф Зариповтың матур ғаиләһе тураһында әйтәм. Земфира республика кимәлендәге сараларҙы алып барыусы, телевидениела эшләгәндә матур тапшырыуҙар авторы булды, хәҙер үҙҙәренең «Гәлсәр һандуғас» тип аталған концерт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмалары бар. Яңы проекттар өҫтөндә эшләйҙәр. Үҙҙәрен мәҙәни сараларҙа күреп, һоҡланып ҡарайбыҙ, тыңлайбыҙ.

Ә бөгөн беҙ Зариповтар ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ. Балаларын нисегерәк тәрбиәләйҙәр икән? Эйе, артистар гел генә гастролдәрҙә, халыҡ араһында күп ваҡыттарын үткәрә. Шуға ла балалары ла сәхнә артында, артистар эргәһендә үҫә. Күбеһе ҙурайғас, үҙҙәре лә сәнғәт өлкәһен һайлай. Зариповтар­ҙың тәүге ҡыҙ­ҙары Камилланың да бәләкәй сағы телевидениела үткән икән.

– Декретта ултырмай, ҡыҙым тыуғас, ике айҙан эшкә сыҡтым. Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән әсәйемдәргә рәхмәт, ҡараштылар. Саҡ ҡына ҙурайғас, минең менән эшкә йөрөй башланы. «Гәлсәр һандуғас»тар араһында үҫте. Теле бик иртә асылды Камилланың. 10 айҙа әле атлап китмәгән, ә үҙе шиғыр һөйләй тор­ғайны. Һуңынан «Тамыр» телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуында ҡатнаша башланы, – ти Земфира.

Әле Камилла 45-се мәктәп­тең IV синыфында белем ала. Баш­ҡорт теле, әҙәби уҡыу дә­рес­тә­рен көтөп ала. Һүҙгә әүәҫ, YouTube-та төрлө видеолар төшөрөргә әүәҫ. Сәнғәткә тартыла.

Ҡустыһы Нурсолтан да быйыл ошо мәктәптең I синыфына уҡыр­ға барған. «Динамо» стадионына футбол секцияһына йөрөй, бейергә ярата. Бик етди малай күренә. Әленән үк алдағы көндәрен планлаштырып, атаһы менән әсәһенә әйтеп ҡуя. Ә артист халҡының уйламаған эштәре, сығыштары ла килеп сы­ғып ҡына тора бит. Нурсолтан иһә үҙенең маҡсатын һуңлап булһа ла барыбер тормошҡа ашырып, үҙ һүҙен һүҙ итеп ҡуя. Атаһы менән саф һауала велосипедта, роликта елдерергә ярата. Салауат Юлаев һәйкәле яҡын ғына, күберәк шунда баралар инде. Нурсолтан интернетты ла дөрөҫ файҙалана белә. Атаһына оҡшарға тырышҡаны һиҙелә. Ул дин юлында булғас, намаҙ уҡығас, улы ла ислам тураһында күберәк белергә ынтыла. Атаһы менән әсәһен йыш ҡына мосолман туйҙарына алып барыусы итеп саҡыралар. Нурсолтан да яҙа белгәнен яҙып, белмәгәнен Google-дән һорашып табып, пәйғәмбәрҙәр, ожмах, тамуҡ тураһында видеолар ҡарай. Үҙенең исемен дә Йософ тип үҙгәртергә теләгәс, ата-әсәһе уның теләгенә ҡаршы килмәгән, мулланан ошо исемде ҡуштыр­ғандар. Мәктәптә ма­лай­ҙы Йософ тип йөрөтәләр. Паспортты ла аҙаҡ ошо исем менән алыр әле.

Бына шундай үҙ аллы, һәр нәмәгә үҙ фекерҙәре булған, бик ҡыҙыҡһыныусан балалар үҫеп килә Зариповтар ғаилә­һендә. Кинйәбикәләре Сафия – әлегә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнгән булһа ла, апаһы менән аға­һынан ҡалышмаҫҡа тырыша. Йыр-бейеү ярата.

– Камилла ҡыҙым бер көндө аптырап: «Ниңә бүтәндәр баш­ҡорт булһа ла, «мама», «папа», тип өндәшә ул?» – тип һораны. Беҙ «әсәй», «атай» тип әйтергә өйрәттек. Балалар менән туған телдә һөйләшәбеҙ, – ти Земфира.

Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр бит. Иң яҡшыһы – үҙ миҫалыңда тәрбиәләүҙер. Земфира менән Рәдиф эшһөйәр, оҫта ҡуллы булыуҙары менән дә айырылып тора.

– Әсәйем менән атайым хеҙмәт тәмен белергә өйрәтеп үҫтерҙе. Бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Әсәйем һатыусы ине, шуға ла үҫкәндә, нимә кейергә, нимә ашарға, тип аптыраманыҡ. Әммә беҙҙе бәләкәйҙән аҡса эшләргә өйрәттеләр. Бер заман мин – етенселә, Урал ҡус­тым бишенселә уҡығанда «Мальвина» модаға инеп китте бит, джинсы салбар, иҫләйһегеҙҙер әле. Шуны алырға теләп, тырышып картуф баҡсаһында эшләйбеҙ. Утайбыҙ, ҡарайбыҙ, көҙөн ҡаҙып алғас, ауылға ҙур «КамАЗ»дар картуф алырға килә, һатып ебәрәбеҙ. Шулай итеп, үҙем эшләгән аҡсаға, киләһе йылда ла кейерлек бул­һын, тип ҙурыраҡ үлсәмле салбар алдыҡ, уны тарайттыҡ, ҡыҫҡарттыҡ. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Өфөгә уҡыр­ға инергә килгәндә лә шул «мальвина»ны кейгән инем әле. Өләсәйем беҙҙең менән 27 йыл бергә йәшәне. Уның менән йәй буйы емеш-еләк, муйыл, ҡомалаҡ йыя торғайныҡ. Эштән ҡурҡ­май үҫтек. Мин I курста уҡығанда ла иҙән йыуып аҡса эшләнем. Ә II курста бәйләү менән мауығып киттем. Кофта бәйләп һатам да аҡсаһына баҙарҙан модалы һинд свитеры барып алам, эй, ҡыҙыҡ.

Балаларҙы ла тормошҡа әҙерлекле итеп үҫтерергә теләйбеҙ. Мәҫәлән, Камилла өйгә эшен башҡарыу өсөн тулыһынса үҙе яуаплы. Белеме өсөн алған баһаны эш хаҡы менән сағыштырып күрһәтәбеҙ: мәҫәлән, «бишле» алдың икән, тимәк, эш хаҡың – биш мең, «өслө» алдыңмы, өс мең генә буласаҡ, – ти Земфира Зәки ҡыҙы. Әйткәндәй, ул бер юлы тиерлек ике юғары уҡыу йортон тамамлаған: Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр һәм Баш­ҡорт дәүләт университетының журналистика бүлектәрен.

Рәдиф тә бик егәрле, олатаһына оҡшап, балта оҫтаһы икән. Ҡала ситендәге йорт ҡаралтыларын да үҙ тырышлығы менән еренә еткереп төҙөп, биҙәп ҡуйған. Бәләкәйҙән йырларға яратҡан ул, белем усағында үткән һәр сарала ҡатнашҡан. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһының – йыр, сәнғәт академияһының вокал бүлеген тамамлаған. Рәдиф – йырсы ғына түгел, күп моңло йырҙар авторы ла.

Зариповтар ғаиләһе, ысынлап та, бер дәүләт булып йәшәй. Бөтә мәсьәләләрҙе лә тиерлек бергәләп, өлкәндәрсә уртаға һалып тикшерәләр, кә­ңәшләшәләр, һәр кемдең фекеренә ҡолаҡ һалалар. Балалары бәләкәй булһалар ҙа, алдарына маҡсат ҡуя белә. Әле бүтән илгә ял итергә барғанда унда йәшәгән халыҡтың телен белмәү ауырлыҡтар тыуҙырғанын аңлап, үҙ аллы интернет аша сит телдәр­ҙе өйрәнергә теләйҙәр. Камилла ваҡ-төйәк эштәрҙе, йомоштарҙы ихлас башҡара, апай булараҡ, ҡай­һы берҙә өйҙә үҙҙәре генә ҡал­ғанда туғандарына күҙ-ҡолаҡ булып тора. Ә оҙағыраҡ ва­ҡытҡа концерт ҡуйырға киткәндә бәләкәй Зариповтар­ҙы бала ҡараусы менән ҡалдыралар. Ял көндәрендә күмәкләп ауылда йәшәгән өләсәйҙәренә, нәнәй­ҙәренә ҡунаҡҡа барырға яраталар.

– Билдәле артистар балаһы булыуы нисек? – тип һорайым Камилланан.

– Был, бер уйлаһаң, үҙе бер бәхет, – ти ҡыҙ.

Ысынлап та шулай. Һәр беребеҙ атай-әсәйҙәребеҙ исеменә тап төшөрмәҫкә, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша. Ә халыҡ араһында таныл­ған йондоҙҙарҙың балаһы булыу тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәйҙер. Бәләкәй Зариповтарҙың да булдыҡлы, уңған, матур кешеләр булып үҫеүен теләйек.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: