+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Венер КАМАЛОВ: «Яҙмышыма рәхмәтлемен!»

Билдәле йырсы, республика һәм халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты Венер Камаловҡа 50 йәш тулды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры менән был әңгәмәне ошо юбилейы айҡанлы ойошторҙоҡ.

– Венер, һинең бала сағың, мәктәп йылдары тураһында иҫкә төшөрөп үтәйек әле.
– Беҙҙең бала саҡ совет осорона тура килде бит инде. Шундай хәстәрһеҙ, сағыу, яҡты булып хәтерҙә ҡалған. Бәләкәй саҡта бөтәһе лә бер тигеҙ, бер нәмәгә борсолмай, уйланмай инек. Октябрят, пионер булдыҡ. Ауылда хатта телевизор ҙа юҡ ине.
– Бер-ике кешелә генә булғандыр?
– Юҡ, бөтөнләй булманы. Кешеләр һатып алып, ниндәй генә антенналар ҡуйып ҡараманы, барыбер күрһәтмәне ул. Беҙҙең Исламғол ауылы төпкөлдә генә урынлашҡан. Миәкә районының ғына түгел, хатта Башҡортостандың сигендә. Тау аша сыҡһаң, Ырымбур өлкәһе башлана. Ә бы­на күрше Ҡарышта телевизор күрһәтә торғайны. Гәзиттә сыҡҡан программаны ҡарайбыҙ ҙа башҡортса спектаклме, яҡшы фильммы, совет сериалдарымы – ял көндәрендә китәбеҙ шунда. Телевизорлы өйгә барып, мейес буйында күмәкләп теҙелешеп ултырып ҡарай торғайныҡ.
– Һин атай-әсәй тәрбиәһендә генә үҫтеңме?
– Мин өләсәйле булыуым менән дә бәхетле. Атайым төпсөк ул булғас, өләсәй төп йортта беҙҙең менән йәшәне. Шундай аҡыллы ине, бөтә ауыл хөрмәт итте. Совет осоронда, дин тыйылыуға ҡарамаҫтан, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, ураҙаһын да тотоп, шым ғына әхирәттәре менән йыйылышып, Ураҙа, Ҡорбан ғәйете байрамдарын да үткәрә инеләр. Өләсәйем беҙҙе лә иманға өйрәтергә тырышты. Һәр эште бисмилланан башлағыҙ, тип әйтә ине. Уның «Әфтиәк» һәм башҡа ғәрәпсә китаптары ла булды. Хатта мине ғәрәпсә яҙырға өйрәткәнен иҫләйем. Дингә хөрмәт менән ҡарауым шунан киләлер. Әкиәт һөйләргә лә бик оҫталар ине ул. Атай-әсәйебеҙ иһә ғүмер буйы колхозда эшләне. Ғаиләлә дүрт бала үҫтек.
Мәктәбебеҙ һигеҙ йыллыҡ ине. Уҡыу йылдары ҡыҙыҡ булып хәтерҙә ҡал­ған. Иң ҙур синыф булдыҡ: 10 уҡыусы. Бик әүҙем инек. Миңә уҡыу еңел бирелде. Өйгә эште лә өйҙә түгел, тәнәфестә генә эшләй ҙә ҡуя торғайным. Ә бына әҙәби әҫәрҙәрҙе һыу кеүек эсә инем. Бай ғына китапханабыҙҙа уҡымаған китап ҡалманы. «Башҡортостан пионеры» гәзитендә «Яңы китап сыҡты» тигән рубрика бар ине. Шунда уҡ почта аша алдырыу өсөн адрес та бирелә. Беҙ түҙмәй, яңы китаптарҙы яҙҙырып ала инек. Ҡасан килә инде, тип көтөп йөрөйбөҙ. Һәр яңы әҙәби әҫәрҙе шулай уҡып барҙыҡ. Китап уҡыу фантазияны байыта бит.
– Ә мәктәп йылдарында йырлай инеңме?
– Эйе, йырланым. Мәктәптә бик күңелле була торғайны, концерттар әҙерләйбеҙ. Спектаклдәр ҡуйырға ла бик әүәҫ булдыҡ. Уҡытыусынан алда үҙебеҙ декорация, костюмдар әҙерләйбеҙ, тип йүгереп йөрөй торғайныҡ. Бер аҙ оҫтарып алғас, VII – VIII синыфтарҙа ауыл йәштәре үҙҙәре менән концерттарҙа йырларға саҡыра башланы. Күрше ауылдар араһында конкурстар ҙа, концерттар ҡуйып йөрөү ҙә ойошторолдо.
– Ә ниндәй йырҙар башҡара тор­ғайның? Телевизор күрһәтмәһә лә, радио булғандыр ул?
– Булды, радио тыңлап үҫтек инде. Көнөнә өс тапҡыр концерт бирә торғайнылар. Төшкө концертҡа өлгөрәм, тип дәрес бөтөү менән өйгә йүгерә инем. Ниндәй яңы йырҙар сыға, һүҙҙәрен яҙа һалып, шунда уҡ өйрәнәм. Шулай күберәк заманса популяр йыр­ҙарҙы башҡарҙым. Ә халыҡ йырҙарына Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс кенә иғтибар итә башланым. Бала саҡта ауылға һирәк-һаяҡ артистар ҙа килә торғайны. Клубҡа баш тығырлыҡ түгел, туп-тулы, халыҡ концерттарға күп йөрөй ине. Хыялдар мине Өфөгә алып килде.
– Һине халыҡ йырсы булараҡ яҡшыраҡ белә. Үҙеңә ҡайһы һөнәрең яҡыныраҡ: йырсымы, актёрмы?
– Эйе, йырсы булараҡ нығыраҡ танылғанмын. Сөнки йыр – ул популяр сәнғәт төрө. Радио, телевидение аша яңғырап тора, халыҡҡа яҡыныраҡ та. Таратыуы еңелерәк. Ә театр – ул тере сәнғәт. Телевизор­ҙан ҡараған спектаклде сәхнәнән ҡарағаны менән сағыштырып булмай. Экрандағыһы тарих ҡына. Театр минең өсөн беренсе урында. Ул – минең төп эшем, һөнәрем. Тәҡдимдәр күп булһа ла, театрыма тоғро булып ҡалдым, 30 йылға яҡын ошонда эшләүемә бер ҙә үкенмәйем. Эстрада, әлбиттә, килемлерәк тә өлкә, әммә ул ваҡытлыса, бөгөн – һин, иртәгә икенселәр популяр, ғүмер буйы эстрада күгендә йондоҙ булып балҡыу бик һанаулы кешеләргә генә эләгә. Әлбиттә, эшмәкәрлек яғынан бик тынғыһыҙ ваҡыттар булды. Йәшерәк саҡта күберәк йөрөгө, үҙеңде күр­һәтке килә, бер урында тормаҫҡа, сәхнәгә сығырға, яңынан-яңы йыр­ҙар яҙҙырырға теләк ҙур була. Гас­тролдән ҡайтып инмәй инек. Театрҙа репертуар буйынса 2 – 3 көн буш булһа, бер ай алдан концерт менән ҡайҙа барырға планлаштырып ҡуя торғайным.
– Эйе, миңә киң күләмле сараларҙы ла алып барыуҙы ышанып тапшыра торғайнылар, бының өсөн рәхмәтлемен. «Һылыу­ҡай» конкурсын, «Йәшлек-шоу», «Урал моңо» фестивалдәрен, Салауат йыйынын, Еңеү көнөнә, Республика, Рәсәй көндәренә арналған тантаналарҙы рәхәтләнеп алып бара инем. Режиссёрҙар ҙа: «Һинең менән эшләүе еңел, бөтәһен үҙең белеп тораһың», – ти торғайны. Бер «Урал моңо»нда ҡағыҙға ҡарамайынса, конкурсанттарҙың исем-шәрифтәрен, йырҙарының исемен, авторҙарын яттан иғлан итеүемә таныштарым аптырағайны. Сөнки ике-өс көн улар араһында йөрөп, бөтәһен дә белеп, ятлап бөткәнмен. Хәтер ҙә һәйбәт, Аллаға шөкөр. Сәхнәлә үҙеңде һәйбәт тойғас, сценарий­ҙың да кәрәге юҡ.
– Театр минең өсөн беренсе урында, тигәйнең. Репертуарыңда 80-дән ашыу роль...
– Эйе, театр – бөтә тормошом. Хатта ҡайһы берҙә ғаиләне лә ваҡытлыса икенсе урынға күсереп торорға тура килә. Бигерәк тә яңы роль сығарғанда бөтә булмышыңды бирергә кәрәк, шулай эшләмәһәң, килеп сыҡмай. Репетициялар, төнгә тиклем спектаклдә уйнау, аҙналар буйы гас­тролдәрҙә йөрөү… Мине Йәштәр театрына Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡып йөрөгәндә алдылар. Тәүге ролем – Зәйнәб Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектаклендә Аманғолды бик яратып уйнаным. Йыл һайын ике-өс роль сығарып тор­ҙом. Таныштар: «Эстрадала ла, театрҙа ла нисек өлгөрәһең ул?» – тип һорай торғайны. Әлбиттә, еңел түгел. Әммә үҙ-үҙеңә талапсан булһаң, ваҡытыңды дөрөҫ бүлһәң, бөтәһенә лә өлгөрәһең ул. Бер ҙә буш торған булманы. Театрҙа иркенерәк ваҡыт килеп сыҡһа, студияға йыр яҙҙырырға, авторҙар – композитор йә шағир менән осрашыуға йүгерәһең. Иң мөһиме, бер ниҙән дә ҡур­ҡып тормаҫҡа кәрәк. Тул­ҡынға ташлан­ған кеүек ташланаһың да батмаҫ өсөн барыбер ҡайһылыр яҡ ярға йөҙөп сығаһың бит. Су­мыр­ға ҡурҡ­һаң, ҡарап тик тораһың инде. Тәҡдиргә ышанам, Хоҙай­ға рәхмәтлемен. Сөнки тормошомда бөтәһе лә уңай килеп тор­ҙо. Дөрөҫ йүнәлеш биреп, иҫкәртеп торған ниндәйҙер бер көс бар ул. Планлаштырғанда берәй ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, мәҫәлән, ҡайҙалыр бара алмайһың һәм шул хәйерле булып сыға. Аллаға шөкөр, тормош артыҡ һынауҙар ҡуйманы, яҙмышым­дан ҡәнәғәтмен. Һәйбәт ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫтем – был үҙе бәхет, матур тәрбиә алдым – был үҙе бәхет, туғандар менән аралашып йәшәү – үҙе бәхет, һәйбәт тормош иптәшен осратыу – үҙе бәхет. Ижад­ҡа килгәндә, тәбиғәтемә ҡаршы килмәй, үҙ юлымдан барыу – үҙе бәхет. Бер ваҡытта ла алдыма көсөмдән килмәҫтәй маҡсат ҡуйманым, матди байлыҡҡа ҡыҙыҡманым, артығын һораманым, шөкөр, бөтәһе лә ыңғай ғына бара.
– Ҡыҙҙарығыҙ менән дә йыр яҙҙырғайнығыҙ. Улар ҙа сәнғәт юлын һайларға уйлаймы әллә?
– Игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ Дилбәр менән Гөлдәр – көтөп алған балаларыбыҙ. Ҡәҙерләп, яратып, иркәләп кенә үҫтерәбеҙ. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназия­һында VII cи­ныфты яҡшы ғына тамамланылар. Улар һүрәт төшөрөүҙе нығыраҡ яра­та, 2-се һынлы сәнғәт мәктәбендә лә шөғөлләнә­ләр. Бәлки, дизайнер, модельер һөнәрен һайларҙар.
– Ялдарығыҙҙы ҡайҙа үткәрергә яратаһығыҙ?
– Cаҡ ҡына ваҡыт булһа, ауылға ҡайтырға тырышабыҙ. Кәләшем Лилиә менән бер ауылданбыҙ. Тик һуңғы йылдарҙа үҙебеҙ ҙә «Үҙ йортоң» программаһы буйынса алған өйөбөҙҙә ауыл ерендә йәшәгәс, бәләкәй булһа ла, хужалығыбыҙ бар, ҡыйыныраҡ сығып китеүе.
– Алтын юбилейыңды нисек билдәләйһең? Театр йылында 50 йәшлек ғүмер байрамын үткәреү үҙе бер мәғәнәгә эйә кеүек.
– Театр йылында беҙҙә премье­ралар ҙа күп булды. 28 йыл үткәс, Зәйнәб Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт»ен тағы сәхнәләштерҙек. Был юлы мин Юламан ҡартты уйнаным. «Кәм­һетелгәндәр» романы буйынса урыҫса спектаклдә ат ҡарағы Әхмәтша роле эләкте. Мөҙәрис Багаевтың «Ахырызаман көткәндә» комедияһын да халыҡ яратып ҡабул итте. «Баш­ҡорт туйы» ла уңышлы бара. Ә инде юбилейыма арнап, бөгөн «Килә яуа, килә яуа» музыкаль комедияһы буласаҡ. Был – минең бенефисым, өр-яңы 4 йыр яҙ­ҙыр­ҙыҡ. Алла бирһә, көҙгә юбилей концертын да ойошторасаҡбыҙ.
– Бик һәйбәт. Тағы бер һорау: белем усаҡтарында яңы ғына һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте. Оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ йәштәргә ниндәй теләк-кәңәштәрең булыр?
– Сығарылыш синыфы уҡыусыларына имтихандарын уңышлы тапшырыу­ҙарын теләйем. Һөнәр һайлағанда яңылышмаһындар ине. Хәҙерге ваҡытта йәштәр күберәк киләсәкте уйлай: килем яғынан да отош­ло булһын, эш табыуы ла еңел булһын, тиҙәр. Уларын да онотмаҫҡа кәрәк, әлбиттә. Әммә барыбер йөрәгең ҡушҡанса, һәләтеңә, булмышыңа тура килгән йүнәлеште һайлау яҡшыраҡ. Күңелеңә ятҡан хеҙмәттән генә йәм табаһың. Иң мөһиме – был тормошта юғалып ҡалмау. Үҙ урыныңды табыу. Шул саҡта йәшәүе еңел дә, ҡыҙыҡ та, күңелле лә. Һайлаған һөнәрең һинең күңелеңә яҡын булырға, ҡыуандырырға тейеш.
– Ихлас, матур яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да ижадың менән тамашасыларыңды ҡыуандырып тор. Бөтә уҡыусыларыбыҙ исеменән юбилейың менән ҡотлайбыҙ, уңыштар, ғаилә бәхете һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: