Тыуған төйәге: Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы.
Мәктәптә уҡығанда яратҡан фәне: физкультура, йыр дәресе, әҙәбиәт.
Һөнәренән тыш, яратып башҡарған шөғөлө: йүгереү, волейбол, теннис, техника.
Үҙ иткән байрамы: һәр йома.
Яратҡан ашамлығы: картуф ҡушылған бөтә төр ризыҡтар, йоҡа ғына итеп ҡырҡылған туҡмаслы һәм һалмалы һурпалы аш.
Яратҡан сәйе: Король Ричард, бергамотлы Әхмәд, барлыҡ һинд сәйҙәре.
Яратҡан машина моделе: Лексус.
Йәшәү девизы: «Хәрәкәттә – бәрәкәт!».
Тормоштағы иң ҙур хыялы: башҡорт-татар йыр сәнғәтен ҡулынан килгәнсе үҫтереү, ярҙамға мохтаждарға хәйриә концерттары ҡуйып, изгелек эшләү, ғаилә ҡороп, атай булыу.
Әлеге лә баяғы тарихи һәм серле 2010 йылға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Тап шул йәйҙә Туймазы районының йәмле Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тәүге хәйриә концертын үткәргәйне ул. «КамАЗ» кузовын сәхнә итеп, шунда ике колонка ҡуйып, изге күңелле ауылдашы Вәзир ағайҙың өйөнән электр сымы һуҙып, йыйнаҡ ҡына итеп ойошторола. Йәмғеһе 150-ләп тамашасы йыйыла. Шулай башланған инеш әкренләп йылдар дауамында шишмәнән йылғаға әүерелә. Ә быйыл ул хатта диңгеҙ шауын хәтерләтте. Бына нисек тауыштың сихри тылсым көсө!Быйылғы концерт ҡыҙыҡлы мәрәкәләргә бай булыуы менән айырылып торҙо. Моңло һәм бай тембрлы тауышлы Ришатыбыҙ, ғәҙәттәгесә, тере тауышҡа, үҙенең имиджлы костюмдарын кейеп, асыҡ һауала, күп йыйылған халыҡ алдында хозурланып йырланы ла йырланы! Өҫтәүенә, ихласлап тороп бейене лә, матур итеп һөйләне лә. Шулай уҡ ул үҙе генә сәхнә түрен биләмәне, Татарстандың атҡаҙанған артисы Фирдүс Тямаев, шоумен, пародист, үҙебеҙсә әйткәндә, төрлө-төрлө билдәле шәхестәрҙе эләкләүсе Данир Сабировтар ҙа сығыш яһаны. Бер аҙ тамашаға Ришатҡа ҡушылып, етдилек өҫтәп, Ҡариҙел егете Рифат Шәрәфетдинов кисәгә йәм бирҙе. Уларҙың юғары зауыҡлы итеп бергәләп башҡорт халыҡ йыры «Элмәлек»те башҡарыуҙары үҙенсәлекле булды. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙе лә иҫкә алып үттеләр.
Шуныһы ҡыуандырҙы: Илнур Рамаҙанов продюсеры Риф Арыҫлан менән Өфөнән килгәндәр. Бик хуп! Илнур бик дәртле һәм оҫта итеп өр-яңы «Тик мөхәббәт йәшәтә», «Һөйөү алмалары» йырҙарын башҡарҙы. Уны Ҡарамалы-Ғөбәйгә йыйылған тамашасылар үҙ итеп өлгөрҙө инде.
Ришаттың һөйкөмлө әсәһе, хөрмәтле Розалия Нурулла ҡыҙы бик матур итеп «Әсе тау» тигән йырҙы ихлас күңелдән, бөтә йөрәгенән яңғыратты. «Көмөш шишмә сылтырайҙыр Асы тау аҫтарында, бер йотом һыу етер ине һағынған саҡтарымда», – тип йырлап бөтөүе булды, уға ҡарата булған ихтирамын, ихлас алҡыштарын тамашасылар хуш еҫле сәскәләргә ҡушып еткерҙе!
Лирик тенор Ришатыбыҙ һеңлеһе Айгөл менән бик матур итеп Зифа Нагаева ижад иткән лирик йырҙы башҡарҙы. Төркөмөндәгеләрҙең барыһы ла был концертҡа йәлеп ителгән. Музыканттарына: «Афарин!» – тиергә ҡала. Шулай уҡ алып барыусылары ла маҡтауға лайыҡ.
Киске туғыҙҙа башланған концерт төнгө икелә генә тамамланды. Ун меңләгән халыҡ ҡайтырға ашыҡманы, һаман да Ришаттың саф хистәр менән һуғарылған йырҙарын ишеткеләре килеп, Өсән буйы туғайында ысыҡ кисеп йөрөй бирҙеләр.
Был күркәм сара олоһона ла, кесеһенә лә бик оҡшаны. Фирдүстең йырҙары күберәген йәштәр өсөн гел бейеү көйҙәренә көйләнгәнгә күрә, килгән йәш елкенсәк рәхәтләнеп бейене, күңел асты. Данир Сабировтың сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы, килгән тамашасылар, күктең етенсе ҡатына менерҙәй булып, туҡтамай көлдө. Ришаттың шундай алтын дуҫтарына рәхмәт!
Әйтергә кәрәк, концерт үткәрелгән йәшел туғай быйыл бигерәк йәмле булды шул. Бының өсөн күпме матди сығым талап ителгән, физик һәм рухи көс түгелгән! Байтаҡ кеше үҙ өлөшөн индергән. Әлбиттә, концерттарҙың директоры Эмиль Уйылданов, Ришаттың туғандары, яҡындары, дуҫтары, командаһы, ауыл халҡы. Ойоштороу ҙа ярайһы уҡ юғары кимәлдә икәнлеге күренеп тора. Барыһы ла иҫәпкә алынған. Медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү, һаҡ, гигиена талаптары, килгән артистарҙы, ҡунаҡтарҙы ашатыу, уларға ҡунырға урын хәстәрләү.... Сәхнәне биҙәүгә Клара апай үҙ өлөшөн индерһә, ауыл төҙөлөш идаралығы начальнигы Илфир Миңлебаев, ғәҙәттәгесә, был матур тамашаны үткәреүгә булышҡан. Асыҡ һауалағы сығыштар өсөн өҫтәмә ҡоролмалар менән Рауил ағай ярҙам иткән.
Хәйриә концертынан килгән аҡса ауылдың балалар баҡсаһына, мәсеткә йүнәлтелһә, бер өлөшө ярҙамға мохтаж балаларға медик ярҙам күрһәтеүгә бирелде. Ярайһы ғына ҙур булған Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы урамындағы асфальт та үткән йыл тап Ришаттың булышлығы менән төҙөкләндерелгәйне, ә быйыл иһә тағы ла икенсе урам матурландырыласаҡ. Туғайға төшөү еңел булһын өсөн тупһалар ҙа эшләтеләсәк. Унда ярҙам иткән барлыҡ эшселәргә, ауылдаштарына ҙур рәхмәт!
Беҙҙең халыҡта шундай әйтем бар: «Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер». Яратҡан йырсыбыҙ Ришат Төхвәтуллин да быны үҙенең ауылы миҫалында иҫбат итеп, был изге эшен артабан да дауам итергә вәғәҙә бирҙе. Алла бирһә, шулай булһын, яратҡан йырсыбыҙҙың ижад ҡанаттары талмаһын, һәр саҡ талпынып, нурланып, сафлыҡ бөркөп, беҙҙе ҡыуандырып торһон!
Наҡыя ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты.