+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙ табынған йондоҙҙар
6 Сентябрь 2019, 13:57

«Ғүмерем матур йыр булһын»

Эстрадабыҙ йондоҙо Сәйет Билаловтың ижадына – моңло тауышына, йөкмәткеле матур йырҙарына күптәребеҙ ғашиҡ. Ихлас төшөрөлгән клиптарын да яратып ҡарайбыҙ. Бөгөн беҙ һеҙҙе уның менән яҡынданыраҡ таныштырырға булдыҡ.

– Сәйет, һин ҡайҙарҙа тыуып үҫкәнһең? Ҡайһы мәктәптә белем алдың? Бала сағың, яратҡан дәрестәрең, тәүге сығышың тураһында иҫкә төшөрөп үтәйек әле.
– Мин Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында тыуғанмын. Балалар баҡсаһына йөрөгәнемде яҡшы хәтерләйем. Элек беҙҙең яҡта вахта менән ситкә эшкә сығып китеү бар ине. Әсәй Ҡаҙағстанға күсеп китте, Аҡтүбә өлкәһендәге Ҡандағыш тигән ҡалаға. Ғаилә менән шунда йәшәнек, дүрт-биш йыл унда уҡыным. I синыфҡа мин, бөтәһе кеүек сәскә тотоп, Ҡандағыштағы урыҫ мәктәбенә барҙым. Шунда белем алғанда беренсе тапҡыр Фидан ағай Ғафаровтың «Томоролоп, зәңгәр яулыҡ бол­ғап, поезд саба» тигән йырын башҡортса йырланым.
Ситтә йәшәгәндә тыуған яҡ бик һағындыра ине. Йәй һайын ауылға өләсәй менән ҡартатайға ҡайта торғайныҡ. Шул саҡтарҙа сит, ят ергә китке килмәй ине. VI синыфҡа үҙебеҙҙең Ғәлиәхмәт урта мәктәбенә ҡайтып уҡыным. Етенсегә инде Әбеш урта мәктәбенә күстем. Шунда ун беренсене тамамланым.
Дәрестәргә килгәндә, башҡорт теле, туған әҙәбиәт, физика, физкультура оҡшай торғайны.
– Сәнғәт буйынса белемде ҡай­ҙа алдың? Ғаиләгеҙҙә йырлаған кешеләр бармы?
– Ҡартатай, өләсәйҙәрҙең йырлағанын ишетеп үҫкәнгә, йырға һөйөү бәләкәй саҡта тыу­ғандыр. Ғаиләлә өс бала – һеңлем һәм ҡустым менән үҫтек. Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында уҡыным. Джон Әхмәт улы Мусин йыр буйынса уҡытыу­сым булды. Аҙаҡ инде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамланым. Флүрә Килдейәрова класында белем алыу бәхете тейҙе.
– Ҙур сәхнәгә аяҡ баҫыуың ҡасан һәм нисек булды?
– 2006 йылда «Гәлсәр һандуғас» телевизион йыр конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланым. Училищела уҡығанда «Башҡортостан йондоҙсоҡ­тары»н­да I урын алғайным. 2008 йылда «Ирәндек моңдары»нда Гран-при бирҙеләр. Ярос­лавлдә үткән бәйгелә, «Башҡорт йыры»нда лауреат булдым. Беренсе йырым – «Гәлсәр һандуғас»та башҡар­ған «Кәкүк һайрай таңдарҙа».
– Йыр һинең өсөн нимә ул? Йырсыға үҙендә ниндәй сифаттарҙы үҫтерергә кәрәк?
– Йыр – ул минең өсөн эш тә, күңел торошо ла. Унһыҙ йәшәй алмайым кеүек. Бала саҡ хыялым бит ул. Хәҙер инде бөтә тормошом шул йыр менән бәйле.
Ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуыңа ҡарамаҫтан, кеше булып ҡалырға кәрәк, тип уйлайым. Тауышың бик матур, моңло, яңғырауыҡлы булһа ла, хол­ҡоң насар икән, һине тамашасы хөрмәт итмәйәсәк. Шәп йырлауың ғына етмәй, үҙеңде сәхнәнән төшкәс тә матур итеп тоторға тейешһең. Кеше булып ҡалыу, күңелдең сафлығы, үҙеңде һәр ваҡыт үҫтерергә, үҫеш юлында булырға, эҙләнергә, яңы йырҙар өҫтөндә эшләргә, сығышың аша тамашасыға матур фекереңде еткерергә ынтылырға кәрәк. Һәләт менән тырышлыҡты бергә бәйләгәндә шәп инде. Һәр талантлы йырсы, минеңсә, көнө-төнө эшләргә, тамашасыға күберәк матур-матур йырҙар тәҡдим итергә тейеш.
– Боронғо башҡорт халыҡ йыр­ҙарынан ҡайһыларын яратып тыңлайһың һәм баш­ҡараһың?
– Бөтә халыҡ йырҙарын да яратам. Уларҙа бит беҙҙең тарих. Иң-иңдәре – «Буранбай», «Сәлимәкәй», «Илсе Ғайса», «Ҡаһым түрә», «Мал», «Ҡолой кантон».
– Йырҙарың төрлө йөкмәткеле, телгә, әсәйгә, мәңгелек төшөнсәләр – ваҡыт, ғүмер, һөйөүгә арналғандары бар. Хатта социаль мәсьәләләр ҙә ижадыңда сағылыш таба, мәҫәлән, етем бала тураһындағы йырың. Үҙең дә йыр­ҙар яҙаһың, кемдәрҙең ши­ғыр­ҙары оҡшай?
– Флүрә Туйсина, Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәренә яҙылғандары бар. Ҡайһы берҙә көйөн дә, шиғырын да үҙем сығарам. «Рәхмәт әйтәм, әсәй», «Ғүмер», «Тыуған йортом», «Ҡайҙа ҡалды йәшлегем»... Егермеләгән йырым бар. Һәр кемдең зауығына тура килгәнен ижад итергә тырышам. Сәхнәлә үҙеңә генә хас башҡарыу оҫталығы кәрәк бит ул. Ижади эҙләнеүҙәрҙән һис бер ҡасан да туҡтарға ярамай. Яҙған һәм йырлаған йырҙарым кешеләрҙе уйланырға мәжбүр итә икән, тимәк, маҡсатыма ирешәм, шатмын.
– Һин тыуған яғыңда балалар өсөн йыр конкурсы ла ойоштор­ғанһың икән...
– Дөрөҫөн әйткәндә, уны ауылдаштарым үткәрергә тәҡдим итте. Мин тәүҙә икеләнеп торҙом, әлегә үҙемдең исемгә конкурстар үткәрерлек дәрәжәгә етмәгәнмендер, тип. Һәйбәт сара булды, йәш йырсылар­ҙы дәртләндереп, бүләктәр ҙә тараттыҡ. Тыуған ерем Ғәлиәхмәт – Башҡортостандың иң матур ауылдарының береһе ул.
Быйыл шулай уҡ «Йәшә, ауылым!» тигән бик матур байрам ойошторолдо. Унда күп таныл­ған артис­тар ҡатнашлығында ҙур концерт программаһы менән ҡайттыҡ. Һабантуй кеүек уҙҙы ул. Мин үҙем дә мәктәп йылдарында көрәш менән шөғөлләндем. Үҙебеҙҙең район, төбәк ярыштарында еңгән ваҡыт та булды. Был спорт төрө миңә бик яҡын. Шуға байрамда иң бәләкәй көрәшсе Илнур Юламановҡа һарыҡ бүләк иттем. Был ваҡиға йәш спортсының күңелендә онотолмаҫлыҡ мәл булып һаҡланыр, моғайын. Бәлки, киләсәктә таныл­ған спортсы булып китер әле.
Тыуған ауылым күңелемә бик яҡын, ҡайтҡан һайын унан көс-дәрт алып китәм.
– Рәхмәт, Сәйет! Илһам ҡошоң ташламаһын, киләсәктә лә һинән матур йыр­ҙар, клиптар көтәбеҙ.

Читайте нас: