-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙ табынған йондоҙҙар
14 Октябрь 2019, 12:30

Мәскәүҙе яулаған каскадер бит ул!

Роберт Йылҡыбаевтың тыуған көнө – 14 апрель, 1988 йыл.Тыуған ере – Ейәнсура районы, Абҙан ауылы.Яратҡан фильмдары – «Крёстный отец», «Москва слезам не верит», СССР ваҡытында төшөрөлгән фильм­дар.Оҡшатҡан төҫө – йәшел, күк, ҡыҙыл, ҡара, аҡ.Яратҡан миҙгеле – «һәр миҙгелдең күңелемә ятырлыҡ мәлдәре бар».Яратып ашаған ризығы – бишбармаҡ, былау, манты.

Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи-нәфис фильмы Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторолоу тарихы, күренекле шәхестәребеҙ – сәйәсмәндәр, ғалимдар, ижад кешеләре яҙмышы тураһында. Ул «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан төшөрөлгән. Сценарий авторҙары – Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова. Әйткәндәй, был фильм Лос-Анджелеста халыҡ-ара Азия кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. Сара быйыл 6 – 14 ноябрҙә уҙасаҡ. Ә һеҙ «Беренсе республика»ны 11 октябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан ҡарай аласаҡһығыҙ.

Фильмдағы ваҡиғалар төп герой – билдәле журналист, сәйәси золом ҡорбаны Ҡасим Аҙнабаев аша тасуирлана. Ул шул осорҙоң күп билдәле кешеләре менән таныша, осраша: Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғөбәй Дәүләтшин... Төп ролде билдәле актёр, каскадёр, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәгән Роберт Йылҡыбаев башҡара.

Һеҙҙе Рәсәйҙә танылыу алып, хатта сит ил студенттарына ла оҫталыҡ дәрестәре биргән ошо данлыҡлы яҡташыбыҙ менән яҡынданыраҡ таныштырырға булдыҡ. Роберт ЙЫЛҠЫБАЕВ – Рәсәй театр сәнғәте һәм Бөтә Рәсәй кинематография институттарының өлкән уҡытыусыһы, каскадёрҙар ассоциацияһы ағзаһы. 70-ләгән фильмда трюктар һәм фехтование алышы күренештәрендә төшкән.



– Роберт, һин мәктәптә уҡығанда ниндәй уҡыусы инең?

– Cиныфташтарымдан, бүтән балаларҙан айырылып торған кеше булмағанмындыр ул. Беҙҙең синыфта малайҙар күп ине. Бөтәбеҙ ҙә физкультура, хеҙмәт, музыка дәрестәрен яраттыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте лә оҡшай ине. Түңәрәктәргә йөрөргә тырыштым. Бигерәк тә бейеүгә күңелем тартылды. Был шөғөл бәләкәйҙән сәнғәткә һөйөү уятты, башҡорт бейеүе менән сәнғәткә тәүге аҙымымды яһаным. Волейбол, баскетбол, заманса бейеү менән шөғөлләндем. Баян синыфында уҡый башлағайным, ике йылдан уҡытыусы китеп, ташларға тура килде. Мәктәпкә көнөнә 3 тапҡыр бара торғайным. Уҡыуҙан ҡайтҡас, ашап, сәй эсеп, малдарға бесән һалып, һыу эсереп алам да түңәрәккә йүгерәм. Унан ҡайтып, әҙерәк ҡапҡылап алғас, дәресте әҙерләйем дә тағы ла волейбол, баскетбол секцияларына китәм.

– Ғаиләлә нисә бала үҫтегеҙ?

– Апайым, ағайым, ике туған һеңлем менән бергә бер туғандарҙай үҫтек. Әсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, атайым тормош хәүефһеҙлеге дәрестәрен алып бара ине. Хәҙер апайым да, ағайым да, мин дә, ниһайәт, уҡытыусы булып киттек.

– Роберт, һин бала сағыңда каскадёр булам, тип хыяллана инеңме? Нисек шул юлдан киттең? Студент ваҡытында был һөнәр буйынса дәрестәр була тор­ғайнымы әллә?

– Бала саҡта, каскадёр булырмын, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Әлбиттә, беҙ малайҙар менән ян эшләп, уҡ аттыҡ. Яландарға сығып, һуғыш уйындары ла уйнай торғайныҡ. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡығанда сәхнә хәрәкәте нигеҙҙәре тигән фән булды. Был дәрескә бик теләп йөрөнөм. Акробатика серҙәре менән таныштыҡ. Өҫтәл өҫтөндә төрлө күнекмәләр эшләй торғайныҡ. Баштүбән әйләнергә, «тәгәрмәс» яһарға шунда өйрәндек. Уҡып бөткәс, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында эшләнем. Үҙем Өфөлә сәнғәт институтында уҡып та йөрөйөм, әммә барыбер Мәскәүгә китеү теләге көслө ине. Сәхнә теле буйынса уҡытыусым: «Чехов персонажы кеүекһең, Мәскәү, тиһең, ә үҙең бер ни ҙә эшләмәйһең, бар ҙа беренсе аҙымыңды яһа», – тине. Мин Башҡорт дәүләт педагогия университетына барып, фәлсәфә буйынса уҡырға индем һәм ярты йылда кандидат минимумын тапшыр­ҙым. Шул һөҙөмтә менән Мәскәүгә уҡырға килдем. Сәхнә хәрәкәте буйынса реферат яҙып, инглиз теленән кандидатлыҡ минимумы тапшырып, Рәсәй театр сәнғәте институтына аспирантураға уҡырға инеп киттем. Аҙаҡ фәнни етәксем, уҡытыусым Айҙар Закиров, үҙе лә каскадёр, трюктар ҡуйыусы булараҡ, миндә ҡыҙыҡһыныу уятып, киноға килтерҙе. 2012 йылдан уның юлынан киттем инде. Кинола төшә башланым. Рәсәйҙә каскадёрҙар мәктәбе юҡ, барыһына ла майҙансыҡта өйрәнәһең. Һине саҡыралар, ҡайҙандыр һикерер, ҡолар кәрәк, тиҙәр, булдыра алаһың икән, тағы ла дауам итәһең. Үҙеңдән тора.

– Өфөлә милли йәштәр театрында эшләгәндә ниндәй спектаклдәрҙә ҡатнаштың?

– Унда 5 – 6 роль уйнап өлгөрҙөм. Иң мөһиме, яуаплыһы «Ромео һәм Джульетта»лағы Ромео булғандыр. Мәскәүгә киткәс тә әле был төп ролде уйнар өсөн генә ҡайтып, шул уҡ төндә кире юлға сыға торғайным. Киноларға килгәндә, Булат Йосоповтың «Бабич» фильмында – Әмир Ҡарамышев, «Беренсе республика»ла Ҡасим Аҙнабаевты бик яратып башҡарҙым. Икенсеһе иң ҙур ролем булды, тиһәң дә ярай. Был фильмдар республикабыҙ тарихын, күренекле шәхестәрҙе төплөрәк белергә ярҙам итә.

– Һин киң танылыу алған «Викинг» фильмында ла каскадёр булараҡ төшкәнһең. Актёр, каскадёр – айырылғыһыҙ һөнәрҙәр, тип әйтеп буламы?

– Каскадёрҙар актёрҙарҙы кино барышында бер нисә тапҡыр алмаштыра. Актёр ҡатмарлы хәрәкәттәрҙе эшләй алһа ла, уға был рөхсәт ителмәй. Сөнки йәрәхәтләнеп ҡуйһа, бөтә проект туҡталып ҡалыуы ихтимал. Шуға ла һаҡланыу өсөн беҙҙе саҡыралар. Беҙҙең илдә 200-ҙән артыҡ каскадёр бар. Командалар менән эшләйбеҙ. Күптәре менән бергә төрлө проекттарҙа ҡатнаштыҡ.

– Әлеге ваҡытта ниҙәр менән шөғөлләнәһең?

– Уҡытыуҙан тыш, киноға төшәм, постановкалар менән дә шөғөл­лә­нәбеҙ. Ваҡыт ныҡ тығыҙ, күп нәмәгә өлгөрөргә кәрәк. Оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәрәбеҙ.

– Шулай ҙа буш ваҡытың килеп сыҡһа, иң яратҡан шөғөлөң бармы?

– Фильмдарға төшөүҙе әүҙем ял итеү формаһы тип һанайым. Шуға саҡ ҡына ял булһа, уны өйҙә ғаиләм, ҡыҙҙарым менән бергә үткәрергә тырышам.

– Мәскәүҙе яулаған башҡорт егетенән уҡыуcыларға ниндәй теләктәр булыр?

– Ҡыйыу булырға кәрәк. Беренсе ҡыйынлыҡтарҙан уҡ һынып ҡалмаҫҡа. Һәр ауырлыҡтың артынан ҡыуаныс килә. Маҡсатыңды күрә белеп, алға атларға тейешһең. Ситтә йәшәһәң, тыуған яҡ менән бәйләнеште өҙөргә ярамай, һәр ваҡыт аралашып торорға кәрәк, шул сағында үҙеңә көс, дәрт алаһың, яңы маҡсаттар ҡуяһың.

– Ихлас яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт!


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Читайте нас: