+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙ табынған йондоҙҙар
13 Декабрь 2019, 13:21

"Һандуғас"тан башланған юл

Тимур Рамазановтың тыуған көнө – 6 июнь, 1990 йыл. Тормош девизы – «Башҡарылған эш бер ҡасан да аяҡ аҫтында ятып ҡалмай». Яратҡан китабы – «Алхимик», авторы – Пауло Коэльо. Яратып ҡараған фильмы – «Титаник». Яратҡан аш-һыу төрө – манты. Яратҡан йыл миҙгеле – ҡыш. Яратҡан төҫө – аҡ.

Һәр йырсыны ниндәйҙер бер йыры халыҡ араһында популяр итә. Күптәр Тимур Рамазановты «Йәшәйбеҙ» тигән хиты аша беләлер, моғайын. Гөлнара Рәшитова һүҙҙәренә көйөн үҙе ижад иткән. Мин дә был талантлы йырсыны ошо мәғәнәле йыры аша астым. Уның халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарыуы тураһында белгәс, йәш артисҡа ҡарата ихтирамым тағы артты. Тимур талантлы ҡурайсы, фольклорсы Кәрим Дияров нәҫеленән икән. Ә башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен уға үҙе уҡыған мәктәптең директоры Иршат Фәт­ҡуллин өйрәткән. Әйткәндәй, Тимур – республика һәм халыҡ-ара йыр конкурс-фестивалдәре лауреаты.


– Тимур, үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле.

– Минең бала сағым Баймаҡ районының Басай ауылында үтте. Ирәндек тау­ҙары итәгендә ултырған матур ауыл ул. Мәктәптә математика, физкультура, музыка дәрестәре оҡшай ине. Концерттарҙа йырлай, спектаклдәрҙә ҡатнаша торғайным. Ғаиләлә өс бала үҫтек: апайым һәм ҡустым бар.

– Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә ҡасан сыҡтың?

– VI синыфта «Ирәндек моңдары»нда ҡатнаштым. Унда башҡорт халыҡ йыр­ҙары «Һандуғас» һәм «Уралтау»ҙы баш­ҡарҙым. Балалар араһында I урынға лайыҡ булдым. Шунда миңә артабан уҡыуымды Өфөлә дауам итергә кәңәш итеп, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү интернат-гимназияһына йүнәлтмә бирҙеләр. Шулай итеп, етенсегә баш ҡалаға килдем. Гимназияла һуҡма музыка ҡоралдарында, фортепьянола уйнарға өйрәндем. Вокал буйынса Ғәлиә Солтанова уҡытты. Математиканан яҡшы уҡыуым бында ла ярҙам итте. IX синыфта ҡала олимпиадаһында еңеүсе булғайным. Әле лә был фәндең кәрәге тейә, әлбиттә.

– Халыҡ йырҙарын кемдән өйрәндең? Ғаиләгеҙҙә йырлайҙармы?

– Нәҫелебеҙҙә музыканттар бар. Мәҫәлән, билдәле ҡурайсы Кәрим Дияров олатайымдың ағаһы була. Ә миңә боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын еренә еткереп башҡарырға өйрәткән кеше – мәктәбебеҙ директоры Иршат Фәтҡуллин. Уның сәнғәт буйынса махсус белеме лә бар, математика факультетын да тамамлаған. Уға рәхмәтлемен.

– Концерттарҙа ниндәй халыҡ йырҙарын яратып башҡараһың?

– Иң беренсе өйрәнгән оҙон көй – «Төйәләҫ». Бөтәһе 17 йырҙы беләм: «Азамат», «Ҡолой кантон», «Абдрахман», «Сәлимәкәй»... Әле «Урал»ды өйрәнеп йөрөйөм. Был йыр ҙа ҡатмарлы, еренә еткереп башҡарырға өйрәнеү өсөн арыу уҡ ваҡыт кәрәк.

– Эйе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, Ҡазанға өгөтләгәйнеләр. Бер көндө Мәхмүт ағай Нәҙершин үҙенең төркөмөнә саҡырҙы һәм беҙ Марсель Ҡотоев, Салауат Мөхәмәтйәнов, Рөстәм Шаһыбаловтар менән бергә эшләй башланыҡ. «Каруанһарай»ҙа эшләгән йылдар бай тәжрибә, үҫеш бирҙе. Мәскәүҙә, сит өлкәләрҙә, республикабыҙҙа төрлө сәхнәләрҙә йырланыҡ. Хәҙер беҙ тарҡал­ғас, Башҡорт дәүләт филармонияһы был миҙгелдә үҙемә төркөм туп­лап, концерттар менән сығыштар яһарға фатиха бирҙе. Аллаға шөкөр, әле ижади дуҫтарым Сабина Кучаева, Эльмира Юлдашева, Фәрхәт Ғәйнетдинов, Резана Аҡтаева менән республика райондары, ҡалалары буйлап гастролдә йөрөйбөҙ. Тамашасыларға рәхмәт, һәр ерҙә ихлас ҡаршы алалар.

– Интернет селтәренә күҙ һалһаң, тамашасылар концерттарығыҙҙы, һинең йырлағанды бик яратып ҡарауҙары тураһында яҙа. Эстрада күгендә йондоҙҙар күп, Тимур Рамазанов тигән сағыу йондоҙ гел балҡып торһон өсөн ниндәй көс түгергә тура килә?

– Эйе, йырсылар күп, шуға күрә бөтә яҡтан да сифатлы итеп эшләргә тырышам. Костюмдар, оранжировка, яҡтылыҡ, аппаратура, йырҙар һәм, әлбиттә, башҡарыу оҫталығы – бөтәһе лә сифатлы, юғары кимәлдә булырға тейеш. Мин сәнғәт институтында театр бүлегендә уҡығайным, әле ситтән тороп вокал буйынса Иҙрис Ғәзиевтән дәрес алам.

– Һин үҙең дә йырҙар ижад итәһең, кемдәрҙең шиғырҙарына яҙаһың?

– Гөлнара Рәшитова, Гөлфиә Шакирова менән хеҙмәттәшлек итәм. Тиҙҙән тағы бер нисә яңы йырым сығасаҡ, бүтән авторҙарға ла мөрәжәғәт иттем. Ишетерһегеҙ әле. Йырҙарым күберәк ҡатын-ҡыҙҙарға арналған, тормош тураһында.

– Яратҡан шөғөлдәрең ниндәй?

– Спортзалға, бассейнға йөрөйөм, йүгерәм.

– Киләсәккә уҡыусыларға һөнәр һайлау буйынса ниндәй кәңәш бирер инең?

– Мәктәптә уҡыған йылдарҙа күңелеңә ятҡан йүнәлеш буйынса түңәрәктәрҙә йәки үҙ аллы шөғөлләнергә кәрәк. Кемдеңдер әйтеүе буйынса түгел, үҙеңә оҡшаған, булмышыңа, һәләтеңә тура килгән һөнәрҙе һайлағанда ғына уңыш буласаҡ, тип уйлайым.

– Яуаптарың өсөн рәхмәт. Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: