– Зилә, хәлдәрегеҙ нисек? Һеҙҙең үҙизоляция көндәре нисек үтә?
– Беҙ йыл һайын май – сентябрь айҙарын ҡала янындағы йортобоҙҙа үткәрергә күнеккәнбеҙ. Быйыл ай ярымға алдараҡ күсеп килергә тура килде. Бына бит баҡсабыҙға яҙ килгәнен күрергә насип итте, был миҙгелде баҡсала ҡаршы алдыҡ. Бында барыбер яҡшыраҡ, саф һауала булыу мөмкинлеге күберәк. Барыһы ла яҡшы булыр, тип уйлайбыҙ. Һәр беребеҙ үҙ эше менән мәшғүл инде. Ҡыҙыбыҙ Шәүрә – IX, улыбыҙ Урал IV синыфта уҡый. Төп маҡсат – дистанцион белем алыуҙа һынатмау. Балалар уҡығанда ҡамасауламаҫҡа тырышып, шым ғына күҙәтәбеҙ. Бер яҡтан, мине, әсәй булараҡ, уларҙың шулай телефонға, ноутбукка текәлеп ултырыуҙары борсоуға һала. Икенсенән, балаларҙың дәрестә үҙҙәрен нисек тотҡанын, белем алыуҙарын күреп торабыҙ. Тәмлекәстәр бешерәм дә тәнәфес ваҡытында тиҙ генә сығып, ашап алалар. Төштән һуң ишек алдында эштәр дауам итә. Быйыл, тиҙерәк бөтһөн тип, ҡарҙы күмәкләшеп ырғыттыҡ. Шулай балаларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтәбеҙ.
– Балаларығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
– Шәүрә инглиз теле менән ныҡлап шөғөлләнә. Төштән һуң онлайн-дәрестәрҙә ултыра. Ул Башҡорт-инглиз интерколледжында ла уҡый. Быйыл Совет районы буйынса инглизсә йыр башҡарыусылар араһында II урын алып ҡыуандырҙы. Икеһе лә «бишле»гә генә өлгәшә. Уралға уҡыу еңел генә бирелә. Шәүрәнең – сығарылыш йылы. Химия, биологиянан да дәүләт имтихандарын тапшырырға әҙерләнгәйне, коронавирус арҡаһында урыҫ теле менән математиканан ғына һынау буласаҡ, тип ҡуйҙылар. Ҡыҙыбыҙҙың күп ваҡыты ноутбук артында ултырып үтә. Бик түҙемле, сабыр. Һәр эште уйлап, еренә еткереп үтәргә ярата. Урал – етеҙ, ут кеүек малай.
– Түңәрәктәргә лә йөрөйҙәрҙер?
– Икеһе лә – «Башҡортостан» концерт залындағы «Шаян бейеү» ансамбле солистары. Әлегә төрлө хәрәкәттәрҙе өйҙә ҡабатлайҙар. Алла бирһә, икенсе миҙгелдә сәхнәлә рәхәтләнеп сығыш яһарҙар әле. Бейеүгә биреүебеҙҙең маҡсаты – балаларҙың һаулығын ҡайғыртыу. Кәүҙәләре төҙ, матур булһын, тибеҙ. Әлбиттә, киләсәктә бейеүсе булырҙар, тигән маҡсат ҡуйманыҡ. Әле шулай төрлө халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеп, бер һөнәр алһындар, киләсәктә ҡамасауламаҫ, тинек. 8 мартта Шәүрәләрҙең концерты булды, бик оҡшаны. Урал «Башҡортостан таланттары» конкурсында бейеүе менән I урын алып һөйөндөрҙө. Беҙҙең өйҙә фортепьяно бар, уйнайбыҙ, йырлайбыҙ. Шәүрә укулеле тигән инструментта уйнай. Бәләкәй генә гавай гитараһы инде ул. Дәрестән арып китһә, ултырып уйнап, йырлап ала. Балаларҙың үҙҙәренә нимә оҡшай, шуның менән шөғөлләнергә ярҙам итәбеҙ.
Урал иһә футбол менән мауыға. Уның иртәле-кисле туп тибеп йөрөүенә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Баҡсала Хәсән уға футбол уйнар өсөн урын бүлеп, газон сәсте. Ғөмүмән, Урал гел атаһы янында. Ҡайным оҫта ҡуллы кеше ине, балта оҫтаһы булды. Хәсән хәҙер атаһынан өйрәнгәндәрен улыбыҙға өйрәтә. Ағастан юнып төрлө фигуралар эшләһендәрме, сыйырсыҡ ояһы, тағараҡ, самолёт-флюгер ҙа яһанылар. Малайҙар шулай атай янында йөрөп, эшкә өйрәнеп үҫергә тейештер. Диванда ултырып, балаға нотоҡ уҡып ҡына тәрбиәләп булмай бит. Был йәһәттән атайыбыҙҙан уңдыҡ. Шулай өлгө күрһәтеп, үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй, Аллаға шөкөр. Былтыр балалар йәйге каникулда Бөрйәндә булғайны. Хәсән, уларҙың килеүҙәренә сюрприз булһын, тип бәүелсәкле эскәмйә эшләне. Әле үҙизоляция мәлендә шундай уҡ кресло яһап ҡуйҙы. Сығып ултырып, ял итеүе үҙе бер ғүмер. Ошо йортто һалыуыбыҙҙың маҡсаты ла балаларҙы эшкә өйрәтеп, ауыл тормошон күрһәтеп үҫтереү ине.
– Әйткәндәй, планлаштырған гастролдәрегеҙҙе кисектерергә тура килде, быны нисек ҡабул иттегеҙ?
– Тамашасыларҙан айырылып, әҙерәк өйҙә торорға ҡушылғас, беренсе көндәрҙә ҡыйыныраҡ булды, нисектер аптырап та ҡалдыҡ. Ижад беҙҙең һөнәребеҙ бит инде, аппаратураны көйләп алып, көн дә өйҙә йырлай башланыҡ. Хәсән бик матур яңы йыр ҙа яҙҙырҙы. Уның йөкмәткеһе ошо бөгөнгө заманға ауаздаш булып яңғырай.
– Ә һинең үҙеңдең сәнғәткә юлың нисегерәк башланды һуң?
– Мин Бөрйән районында Иҫке Собханғолдағы мәктәптең IX синыфын тамамлағас, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡырға килдем. Ике йыл ошо абруйлы белем усағында белем алыуыма бик ҡыуанам. Синыфташтар менән хәҙер ҙә дуҫбыҙ, ғаиләләр менән аралашабыҙ. Гимназияла йыр түңәрәге эшләй ине. Бәләкәйҙән йырларға яратҡас, Асия апай Смаҡова алып барған дәрестәргә рәхәтләнеп йөрөнөм. Йырға әүәҫлегем атайымдың әсәһе – Шәрифә өләсәйемдән киләлер. Ул сәнғәт буйынса уҡымаһа ла, «Абдрахман», «Сибай» кеүек тәрән мәғәнәле боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын шул тиклем матур итеп башҡара торғайны. Мәҙәниәт йортонда иҙән йыуыусы булып эшләгәнендә бер ваҡыт Фәриҙә Ҡудашева үҙенең төркөмө менән концерт ҡуйырға килгән. Өләсәйемдең эшләгәндә йырлап йөрөгәнен ишетеп ҡалған да: «Һин бит йырларға тейешһең, әйҙә, Өфөгә алып китәбеҙ», – тигән. Өләсәйем, минең биш балам бар, юҡ, тип тәҡдимде кире ҡаҡҡан. Бәлки, мин уның яҙмышын дауам итәмдер, тип тә уйлап ҡуям. Бәләкәйҙән төрлө сараларҙа йырлата торғайнылар. Йыр дәресендә иң тәүҙә мин йырлап күрһәтә инем. Әсәйем әйтеүенсә, бәләкәй саҡта ауырыһам да, иламай, мөңрәп, йырлап ултырғанмын. Сәнғәт юлына аяҡ баҫыуымда Әлфиә апай Юлсуринаның да өлөшө ҙур. 1996 йылда ул мине Сибайҙа үткән «Ирәндек моңдары» конкурсына әҙерләне. 12 йәштә «Сәҙе буйы» тигән йырҙы башҡарып, ошо бәйгенән «Халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығы өсөн» дипломын алып ҡайттым. Был мине ныҡ ҡанатландырҙы.
Артабан Өфөлә Асия апай Смаҡова менән осрашыу яҙмышымды үҙгәртте. Ул миңә: «Әйҙә, сәнғәт институтына барып ҡара әле, профессорҙарҙың һине тыңлап ҡарауын теләйем, нимә әйтерҙәр?» – тине. Ә мин ул ваҡытта гимназияла биргән имтихан һөҙөмтәһендә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-инглиз бүлегенә алынғайным инде. Музыкаль белемем дә булмағас, ҡаушап ҡалдым. Йәй көнө Асия апай шылтырата, Өфөгә саҡыра. Шунан әсәйем менән килдек. Ҡабул итеү комиссияһы ағзалары тыңланы ла: «Һине уҡырға алабыҙ, уйла», – тимәһенме! Шулай итеп, 1999 йылда тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе. Сәнғәт институтында уҡый башланым. Хәсән менән студент сағыбыҙҙа хәҙер инде танылған йырсы Әнүәр Нурғәлиев таныштырғайны. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек. Беҙҙең сәнғәт ғаиләһе шулай барлыҡҡа килде.
– Ҡайһылай матур тарих. Үҙеңдең дә, йырҙан тыш, яратҡан шөғөлдәрең барҙыр. Бая әйтә биреп ҡуйғайның...
– Беҙҙең үҙизоляция ваҡыты ҡамыр аштары диетаһы менән бәйле. Күп ғаиләләрҙә шулайҙыр. Балалар нимә ашарға теләгәндәрен әйтә лә мин әҙерләйем. Уларҙың күңелен күрергә, уларҙы ла ишетергә кәрәк, әлеге мәлдә бигерәк тә. Бала саҡта, мин V – VII синыфтарҙа уҡығанда, бәйләү модаға инеп киткәйне. Бер төн эсендә кофта менән итәк бәйләп, мәктәпкә кейеп барғанымды хәтерләйем. Ул бит әле бер нисә өлөштән тора, ҡушып тегергә лә кәрәк. Технология дәрестәрендә бәйләргә, сигергә, макраме серҙәрен өйрәнеүҙең әле тормошта бик кәрәге тейә.
Тағы бер яратҡан шөғөлөм, әлбиттә, баҡса үҫтереү. Күп йыллыҡ декоратив үҫентеләр ултыртыу хыялым бар ине, яйлап маҡсатыма ирешеп киләм. Емеш ағастары ла етерлек. Ҡыш буйы үҙебеҙҙең баҡса витаминдары менән һыйланабыҙ, магазиндан һут, компот һатып алғаныбыҙ юҡ, Аллаға шөкөр. 100 банка тирәһе эшләһәк, үҙебеҙгә лә, күстәнәскә лә етә. Нисек барыһына өлгөрәһең, тип аптыраусылар бар. Ваҡыт бар ул, дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк. Һыуытҡыс тышында яңы йырҙың һүҙҙәре эленеп тора, уны өйрәнә-өйрәнә бешерәбеҙ. Ижад тормош менән үрелеп бара. Көҙгә, Алла бирһә, Хәсәндең ижадына арналған концерт булырға тейеш. Сценарий әҙер инде, уны байытыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Тамашасылар, яҡындар, таныштар һағындырҙы. Ошо арала онлайн-концерт та ойошторорға уйлайбыҙ. Интернет аша булһа ла тыңлаусыларыбыҙҙың кәйефен күтәрергә, уларҙың күңелдәренә дәрт өҫтәргә теләйбеҙ.
– Һинең ижадташ дуҫтарың кемдәр?
– Тәүге йырҙарымдың береһен Хәсән Усманов яҙғайны. «Сәскәләр» тигән был йыр радионан яңғырап торҙо. Әле Рәүфә Нурмөхәмәтова, Мөҙәрис Ғәзетдинов, Муса Смаҡов, Гөлүзә Арыҫланова кеүек композиторҙар менән дә хеҙмәттәшлек итәм. Мәләүез районында йәшәгән Муса Смаҡов исемле бик халыҡсан композиторҙың «Ҡар өҫтөндәге усаҡ» йыры «Юлдаш-хит» хит-парадында ҡатнашып, I урын алды. Репертуарҙы яңыртып торорға кәрәк бит, яңы йырҙар яңғырап торорға тейеш. Шул уҡ ваҡытта әлегә халыҡ йырҙарының булмауы әҙерәк эсте бошора. Алла бирһә, алдағы көндәрҙә репертуарға бер-ике халыҡ йырын да индерергә уйлайым.
– Шәп буласаҡ. Рәхмәт, һеҙҙең менән әңгәмә күңелде күтәрҙе, артабан да шулай дәртләнеп ижад итегеҙ, бөгөнгө һынау осоро имен-аман үтеп китһен, уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә.