-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

«Йөрәгемдең түрендә – халҡымдың рухи мираҫы»

Беҙҙең бөгөнгө ҡунағыбыҙ Зилиә БӘХТИЕВА ла Башҡортостандың йыр сәнғәте донъяһында лайыҡлы урынын биләй. Боронғо башҡорт халыҡ йырын – оҙон көйҙө бөтә донъя халыҡтарына ишеттереүсе һәләтле йырсыларыбыҙҙың береһе ул. 2018 йылда Зилиә башҡарыуындағы «Болон» йырын танылған француз төркөмө Deep Forest үҙенең альбомына индергәйне. Күптән түгел Өфөнән HAUA төркөмө Испанияла «Алға» тигән альбом сығарған. Унда Зилиә Бәхтиева башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Әйткәндәй, HAUA – Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып этник көйҙәрҙе электрон музыка менән берләштереүсе төркөм. «Алға» альбомын бөтә музыка стриминг майҙансыҡтарында тыңларға мөмкин. Был халҡыбыҙ йырҙарын Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә. Зилиәгә: «Афарин!» – тибеҙ.


Рухлы, сая башҡорт ҡыҙы Зилиә Бәхтиева Салауат ҡалаһында тыуған. Булыр бала биләүҙән, тигәндәй, бәләкәй генә сағынан йырлай башлаған ул. 4 кенә йәшендә «Яҙғы тамсылар» конкурсында ҡалала Гран-при яулай.

– Бик әүҙем бала инем. Төрлө түңәрәктәргә йөрөнөм. «Башҡортостан йондоҙсоҡтары», «Ирәндек моңдары» конкурстарында ҡатнаштым. Уҡырға төшөүгә Баймаҡ ҡалаһына күскәйнек. «Ирәндек моңдары»нда башҡорт халыҡ йыры «Зөлхизә»не башҡарғас, Юлай Ғәйнетдиновтың, үҙең шундай бәләкәй генә, ә шундай ауыр йырҙы йырлайһың, тигәне иҫтә ҡалған. Әсәйебеҙ беҙҙә оҙон көйҙәргә, фольклорға һөйөү уятты һәм тәрбиәләне. Көн һайын йырларға өйрәтә ине. Ул тәүге уҡытыусыбыҙ булды, – ти йырсы.

Баймаҡтағы 3-сө мәктәптең IX синыфын яҡшы билдәләргә генә бөтә. Бер юлы Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбенең фортепьяно класын тамамлай. Зилиә Сибай сәнғәт колледжына уҡырға барырға ҡарар итә. Унда фортепьяно класында ике йыл уҡығас, Өфө сәнғәт училищеһына музыка теорияһы бүлегенә күсә. Йырларға яратҡан ҡыҙ Флүрә Ноғоманованың вокал дәрестәрендә лә шөғөлләнә. Романстар, халыҡ йырҙарын өйрәнәләр. Училищела уҡыған йылдарында халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Нефтекамала үткән халыҡ-ара «Дуҫлыҡ моңо»конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ була.

Заманында Земфира Байбулдинаның «Гәлсәр һандуғас» проекты бик күп йәш йырсыларға ҙур сәхнәгә юл асты. Зилиә Бәхтиева ла 2010 йылда ошо телевизион конкурста ҡатнаша һәм лауреат була. Тәүге гастролдәргә лә «гәлсәр һандуғас»тар менән бергә сыға.

– Өфө дәүләт сәнғәт училищеһынан бер юлы бейеүсе, музыка белгесе, йырсы, композитор, теоретик булып сыҡтым, – тип йылмая Зилиә.– Иң тәүҙә Роберт Юлдашев командаһында «Guzal dance» төркөмөндә бейеүсе булып эш башланым. «Ете ҡыҙ»ҙы ла бейенек. Шунан йырсы булдым. Беҙ бөтә Рәсәй буйлап гастролдә йөрөнөк, төрлө абруйлы конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнаштыҡ. Дүрт йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башланым. Шулай итеп, арыу ғына тәжрибә тупланды.

«Урал моңо», «Алтын майҙан» (Ҡабар­ҙы-Балҡар Республикаһы), «От ыры» (Хакас Республикаһы), Turkvision кон­курс­тарында ҡатнаша. 2016 йылда кастингты уңышлы үтеп, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов командаһында йырлай башлай.

– Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй буйлап бик күп концерттар ҡуйып йөрөнөк. Буласаҡ тормош иптәшем Артур­ҙы ла шул осорҙа осраттым, – ти Зилиә.

Әлеге ваҡытта йырсы башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереүҙе дауам итә. Сит илдәрҙә төрлө сараларҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Күп артистар менән хеҙмәттәшлек итә. 2018 йылда Юлиә Бәхтиева һәм Мәскәү продюсеры Марат Татурас менән берлектә «Handugas» этник проекты төҙөй­ҙәр. Бында башҡорт халыҡ йырҙары яҙҙырыла, беҙҙең музыканттар ҡатнашлығындағы этник музыка донъяға тарала. Мультиинструменталист Зәйнетдин менән ижад иткән «Халҡыма» йыры ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтың күңелен яулап, яратып тыңлаған хитҡа әйләнде.

Апалы-һеңлеле Юлиә һәм Зилиә Бәхтиевалар икәүләп тә уңышлы ижад итә. Халыҡ йырҙары ла, композиторҙарҙыҡы ла улар башҡарыуында бик үҙенсәлекле яңғырай. «Башҡорт телендә һөйләшәм» тигән киң танылған йырға ла йән өрөп, яңыртып ебәрҙеләр.

– Һин бала сағыңдан йырсы булырға хыялландыңмы? – тип һорайбыҙ Зилиәнән.

– Юҡ, барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Мин һәр ваҡыт ҡулымдан килгәнде, нимәгә һәләтлемен, шул эште ҙур теләк менән башҡарҙым. Ошо үҙенең һөҙөмтәһен биргәндер, уңыштарға ирешергә ярҙам иткәндер, моғайын. Әлбиттә, камиллыҡтың сиге юҡ, һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә, белемеңде арттырырға кәрәк. Тормош иптәшем бизнес өлкәһендә эшләгәс, мин шул турала ла китаптар уҡыйым, тренингтар үтәм. Бала саҡта режиссёр, ҙур сараларҙы ойоштороусы, министр булырға хыяллана торғайным. Етәксе эше менән ҡыҙыҡһына инем.

Уҡыусыларға ла тырышып уҡыуҙарын, замандан артта ҡалмауҙарын, үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереп, алдарына ҙур хыялдар, маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙәрен, бер ҡасан да юғалып ҡалмауҙарын теләйем.


Артабан да һандуғастай матур тауышың менән тыңлаусыларыңды ҡыуандыр, башҡорт моңон бөтә донъяға таратыуыңды дауам ит, Зилиә!

Читайте нас: