Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, бик күп йыр-моң бәйгеләре лауреаты, йөҙәрләгән хиттарҙың авторы, арбағыс яғымлы тауышлы йырсыбыҙ Ришат ТӨХВӘТУЛЛИНДЫҢ һигеҙенсе «Мөхәббәт көтә күңел» исемле быйылғы концерт миҙгеле лә шаулап-гөрләп үтеп бара... Бында ике һөйгән йәрҙең сер хазинаһы тупланған: моңло егеттең һәм ғашиҡ, тоғро ҡыҙҙың!
– Концерттарыма күберәк оло быуын вәкилдәре йөрөй, шуға йыр ижад итеүселәремдең дә күбеһе улар – Зифа Нагаева, Миҙхәт Әбделмәнов, Ризуан Хәкимов. Мин атай-әсәйемдең табын артында йырлаған башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлап үҫтем. Улар башҡарыуындағы «Уйыл», «Элмәлек», «Зәлифәкәй»гә хайран була торғайным, – ти танылған йырсы.
Эйе, бындай йырҙарҙы бөтәһе лә башҡара алмай. «Элмәлек»те генә алайыҡ. Ришат Айрат улы йырға бөтөнләй икенсе төрлө яңғыраш бирҙе. Тап уның башҡарыуындағыһы халыҡсан, аһәңле яңы биҙәктәр менән нағышланды.
Уның концерттары тематик яҡтан эҙмә-эҙлекле бер композицияға ҡоролған булыуы менән айырылып тора. Сюжет ебе шулай иҫ китмәле матур мәғәнәүи йөгө булған йырҙар, бейеүҙәр, шиғыр телдәренән ҡорола.
Әйткәндәй, Ришат Айрат улы продюсерлыҡ эшен дә уңышлы тормошҡа ашыра. Уның төркөмөндә бер нисә йыл йырлап йөрөүсе, киләсәге өмөтлө йырсы Әлиә Ҡарасуринаның соло концерттарын юғары кимәлдә ойошторҙо. Бының өсөн, әлбиттә, байтаҡ сығым сарыф ителде: затлы күлдәктәр, яңы йырҙар яҙҙырыу, бүтән йырсыларҙы ла йәлеп итеү. Атап әйткәндә, Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһында һәм Башҡортостандың Шишмә ҡасабаһында үткән концерттарына Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғәниева, Татарстандың атҡаҙанған артисы Раяз Фәсихов, Мәскәү ҡунағы, виртуоз баянсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айҙар Сәләховтар саҡырылғайны. Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, тәүге проект уңышлы килеп сыҡты!
Ә Ришат Төхвәтуллиндың үҙенең концерттарының директоры – Эмиль Уйылданов. Ул – алдынғы ҡарашлы, милли рухи тойғоларҙы һәр саҡ беренсе урынға ҡуйыусы, тамаша ҡорғанда уларҙы үҙенсәлекле итеп, заманса зауыҡлы биҙәктәр менән балҡытыусы, намыҫлы, кешелекле, аҡыллы һәм талапсан ижади шәхес. Аллаға шөкөр, шундай шәхестәребеҙ булғанда, башҡорт һәм татар йыр сәнғәте, шиғриәте, ғөмүмән, мәҙәниәтебеҙ йәшәр!
Ришат быйылғы концерт миҙгелендә байтаҡ ҡына өр-яңы йырҙар ижад итте, клиптар төшөрҙө. Был турала, уның емешле ижад итеүе һөҙөмтәһе булып, бер нисә генә ай эсендә тыуған яңы йырҙары һөйләй: «Мөхәббәт көтә күңел», «Тыйнаҡ ҡыҙ», «Бүләк ит һин», «Эй, ауылым, ауылым!», «Ашхабад». Тиҫтәләгән тура эфирҙағы онлайн, балкондан концерттар, башҡа төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашыу, телеэкрандарҙағы тура эфирҙар, тиҫтәләгән радио тулҡындарында тирбәлеү, яҡташтарҙың да күңелен күреү һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сығыштар...
Быйылғы миҙгелгә музыка ҡорамалдары яңыртылды, яңы микрофондар алынды, байтаҡ ҡына йырҙары тупланған ҙур хәтерле флешкалар әҙерләнде, ғәҙәттәгесә, костюмдар ҙа иң шәп тегенселәрҙән тектертелде. Бындай оҫталарҙан Радик Хәйруллин, Саимә Хәсәноваларҙың исемдәрен телгә алырға мөмкин.
Ришаттың төркөмөнә быйыл ғына килеп ингән текә баянсы егет – Айнур Фәтихов шаянлығы, дәрте, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы менән барлыҡ тамашасыларҙың мөхәббәтен яуларға өлгөрҙө инде. Бер уйлаһаң, шулай булырға тейеш һымаҡ, сөнки ул – Башҡортостандың да, Татарстандың да атҡаҙанған артисы. Мердан Башимов та – төркөмгә килеп ҡунған сағыу бер йондоҙ, пианист, композитор. Бик тә тәжрибәле музыкант, өҫтәүенә, ул – төрөкмән егете. Ришаттың йырҙарын музыкаль яҡтан биҙәй. Шулай уҡ саксофонда уйнаусы, үҙебеҙҙең Башҡортостан егете, Ришаттың алыштырғыһыҙ музыканты – Вәсил Шараповһыҙ ҙа концертты күҙ алдына килтереп булмай. Үҙебеҙҙең егеткә әйләнгән әзербайжан егете – Ташҡын Ибраһимхәлилдең үҙәк өҙгөс итеп көнсығыш көйҙәрен уйнауы ни тора! Әлбиттә, төркөмдәге музыканттар тураһында күпте һөйләргә була. Нисек инде шундай һөнәрмәндәр менән эшләгәндә, Ришатҡа бейемәҫкә мөмкин?! Дәртләнеп йөрөп эшләргә була. Ана, нурҙай балҡыған сәхнәгә уның юлдарҙа ла, эштә лә һыналған тоғро бейеүселәре – Башҡортостан егеттәре Илгиз Бәҙретдинов менән Марсель Сәмиғуллин килеп тә сыҡты. Көс-ғәйрәттәре ташып тора үҙҙәренең. Дәртләнеп киткән бейеүселәр туҡтарға уйламанылар ҙа, уларға бейеүсе ҡыҙҙар – Ләйсән Иҙрисова менән Әлфиә Фәхретдинова килеп ҡушылды.
Бынан һигеҙ йыл элек хөрмәтле атаһы Айрат Сөләймән улының һигеҙ кеше һыймалы машинаһы менән үҙенең шәхси концерт гастролдәрен башлап ебәргән, хәҙер инде төркөмөндә 15 кеше бер нисә ҙур машина менән ижади сәйәхәтен ойоштора. Ришат Төхвәтуллин – йырҙарын алтын таҫмаға һәм алмас-гәүһәр пластинкаға яҙҙырырлыҡ моң эйәһе, арбағыс яғымлы тауышлы талантлы йырсы. Ул хит-парадтарҙа ла еңеүсе, «Иң шәп спорт һөйөүсән артист» кубогын да алыусы берҙән-бер артист.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: һигеҙенсе миҙгел концертының афиша-календарҙары бигерәк ҡотло, матур булды. Шулай булмай ни, ана, унда Ришат космонавт һымаҡ, хәс тә Юрий Гагарин кеүек, ап-аҡ ынйы тештәрен балҡытып, берсә йыһанға, берсә ағып торған йылғаға ҡарап һоҡлана. Уның ижадына ғашиҡтар плакаттарҙы эҙләп йөрөнө, интернет селтәрҙәренән дә һорап яҙҙылар.
Ришат Төхвәтуллин Башҡортостаныбыҙҙың данын төрлө тарафтарға таныта, талантына һоҡландыра, тәрбиәүи-мәҙәни ағартыу эше алып бара, хәйриә концерттары ла үткәрә. Былтырғы йәйҙә тыуған ауылы Ҡарамалы-Ғөбәйҙә уҙған тамашаһында 10 меңдән ашыу халыҡ йыйылыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Шуға күрә бындай асыҡ һауалағы концерттарын ишәйтергә кәрәктер. Сөнки Рәсәйҙең, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә уның ижадын үҙ итәләр, килеүен ашҡынып көтәләр.
Быйыл да ун беренсе изге хәйриә концертында ла, Алла бирһә, 25 июлдә, Өсән буйҙарын шаулатып, Ҡандракүлде йәмләп, уның йыр-моңдары меңдәрсә халыҡты туплар әле. Рухи мираҫыбыҙҙы халыҡҡа, киләсәк быуынға еткереүсе оло талант эйәһенең яулайһы үрҙәре, бейеклектәре алда әле. Хөрмәтле уҡыусыларым, һеҙ минең менән тулыһынса килешәһегеҙҙер, тип уйлайым. Шәйехзада Бабичҡа тышҡы ҡиәфәте, егәрлелеге, һәләте менән дә оҡшап торған Ришат Айрат улы Төхвәтуллинға ла әллә ҡасандан Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһын бирергә кәрәк. Таланттарҙы үҙ ваҡытында күрә беләйек!