Яратҡан автомобиль маркаһы: «БМВ».
Яратҡан фильмың: «Шиндлер исемлеге».
Яратҡан әҫәр: Харуки Мураками, «Норвегия урманы».
Тимур 2021 йылды ла уңышлы башлап ебәрҙе. «Бәйләнештә» селтәрендә «Мине көтә йыһан» тигән яңы йырына тректы 32 меңдән ашыу кеше ҡараған, 180-е репост эшләгән. «Ҡоштар һанайым», «Фәрештәләр», «Һинең исемең», «Һинең күҙҙәр», «Менер инем болоттарға», «Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ», «Ҡайҙа, ҡасан, нисек?», «Һиңә һаман йырҙар яҙам» кеүек йырҙарын йәштәр һәм күңелдәре менән йәш кешеләр бик яратып тыңлай.
– Тимур, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үт әле. Ижадҡа нисек килдең?
– Мин Учалы районының бәләкәй генә Ҡотой тигән ауылында тыуып үҫтем. Бәләкәйҙән башҡорт фольклор түңәрәгенә йөрөй торғайным. Унда йырлай ҙа, бейей ҙә инек, шиғырҙар ҙа һөйләнек. Шунан алып, бәлки, музыка менән мауыға башлағанмындыр. Ә гитараға килгәндә, уны үҫмер саҡтарҙа, 16 йәштәрҙә, ҡулыма алдым. Әҙерәк уйнарға өйрәнгәс, атайым гитара алып бирҙе.
– Һин үҙең ижад иткән йырҙарҙы башҡараһың, тәүге йырың нисек яҙылды? Нәҫелегеҙҙә йырсылар бармы?
– Өфөгә килгәс, 2011 йыл ине, үҙем яҙған шиғырға көй сығарып йырлап ултырғанда быны дуҫым ишетеп ҡалды. О, матур йыр, ниндәй йыр ул, ти. Үҙем яҙып маташам, тик белмәйем, ундай йыр буламы икән, тим. Эйе, матур килеп сыға бит, яҙып бөт, тине дуҫым. Ул «Ҡайҙа, ҡасан, нисек?» йыры ине. Шунан алып мин башҡортса йырҙар яҙа башланым, тип әйтһәм дә була.
Әсәйем, өләсәйем йырлай. Әсәйем әлеге ваҡытта балаларға йыр дәрестәре бирә. Йыр-моңға һәләт нәҫелдән киләлер инде.
– Әлеге ваҡытта йыр – минең өсөн тормошомдоң бер өлөшө, ул – мин үҙем. Йырҙарымды үҙем өсөн ижад итә торғайным, үҫмер ваҡытта баштан үткән төрлө ваҡиғаларҙы йыр итеп яҙып сығарғандан һуң нисектер күңелгә рәхәт булып ҡала ине. Йәш саҡта кешене нимә борсой: шул мөхәббәт, айырылышыуҙар, ташлашыуҙар. Кем был күңелһеҙ мәлдәрҙе нисек үткәреп ебәрәлер, ә мин йыр сығара торғайным. Һағышымды баҫыр өсөн ижад итә инем.
– Һине «Ҡош юлы» халыҡҡа танытты. Хәҙер үҙең – «Ҡош юлы. Балалар» проектында ойоштороусыларҙың береһе. Гитарала уйнап йырлаған балалар күпме? Йыр-моңға тартылған үҫмерҙәргә ниндәй кәңәштәрең бар?
– Гитарала уйнаған балалар бихисап, әммә күптәре нишләптер конкурстарҙа ҡатнашырға теләк белдермәй, үҙҙәре, дуҫтары өсөн генә уйнайҙар, үҙҙәренең ихатаһында ғына йырлап ултыралар. Бының менән генә сикләнмәгеҙ, сөнки әгәр һинең ижадың килеп сыға икән, халыҡҡа күрһәтергә кәрәк. Бәлки, һиндә талант барҙыр, быны ошондай конкурстар, проекттар аша аса алаһың. Мин дә, ысынлап та, «Ҡош юлы» аша ҙур танылыу алдым. Уҡыусыларға, күберәк сифатлы, мәғәнәле, матур йырҙар тыңлағыҙ, тиер инем. Элекке йырҙарҙың һүҙҙәре йөкмәткеле бит инде, уларҙы ла белергә кәрәк. Инглиз телендә күңелгә ятышлы йырҙар ҙа бар.
– Уңыш 1 процент һәләттән һәм 99 процент тырышлыҡтан тора, тигән һүҙҙәр менән килешәһеңме?
– Әлбиттә, сөнки бер талант менән генә йыраҡ китеп булмай. Һәләтең булып та һин уның өҫтөндә эшләмәйһең икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Ҡайһы берҙә әҙ генә һәләте булған кешеләр ҙә бик күп тырышлыҡтан һуң яҡшы һөҙөмтәгә ирешә ала, музыка яғынан да, бүтән өлкәлә лә.
– Әле ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– 2021 йылда быға тиклем яҙған йырҙарыма оранжировка эшләп, альбом сығарырға планлаштырам. Ижадташ дуҫтарым Ринат Ниғмәтуллин, Арыҫлан Әхмәтов менән әле шуның менән шөғөлләнәбеҙ. Тамашасыға бөтә йырҙарымды ишеттереү теләге менән йөрөйөм. Яңы йырҙар ҙа тәҡдим итәсәкмен.
– Фотоға төшөрөү менән дә мауығаһың шикелле...
– Эйе. Ҡайһы берҙә видеоға ла төшөрәм. Фото мауығыу ғына түгел, эш, тип әйтһәң дә була инде, сөнки ул бит, бер уйлап ҡараһаң, аҡса килтерә.
– Яуаптарың өсөн рәхмәт, Тимур. Һин үҙ юлыңды тапҡанһың, әйҙә, алға, йыр-моң һөйөүселәрҙе ижадың менән ҡанатландырыуыңды дауам ит! Үҙең йырлағанса, «һине көтә донъя һәм меңәрләгән юлдар».
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.