– Ҡайһы төбәктән моң, рух, дәрт алып үҫтең?
– Сығышым менән Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылынанмын. Шунда тыуып, еренән көс алып, һыуын эсеп үҫтем. Матур төбәктән булыуым менән ғорурланам. Башҡорттоң, башҡа милләт вәкилдәре менән сағыштырғанда, тыуған еренә мөнәсәбәте айырыуса йылы бит ул. Ауылымды яратам.
– Ғаиләңдә музыканттар бармы?
– Яуабым аптыратыр – нәҫелемдә музыкаға бәйле кешеләр юҡ. Үҙем икенсе бала булып донъяға килгәнмен, апайым бар. Атайым – Ринат Хөббөхужа улы, әсәйем – Гөлбанат Сәлимгәрәй ҡыҙы. Әсәйем беренсе уҡытыусым да булды.
– Юлай, һине сихри ҡурай моңдарына йәлеп иткән остазың кем?
– Башланғыс синыфтарҙы бөткәс, күрше Матрай ауылында белем ала башланым. Унда үҙ эшенең оҫтаһы булған хөрмәтле ҡурайсы Ғәлим Монасипов менән таныштым. Милли музыка ҡоралыбыҙҙа нисек уйнауына хайран ҡалдым. Уның түңәрәгендә 4 йыл шөғөлләндем. Беренсе остазым, шулай итеп, ҡурайсы булып китеүемә ҙур өлөш индерҙе. Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ла Ғәлим ағай өгөтләне.
– Әгәр был юлды һайламаһаң, кем булып эшләр инең?
– Ауыр һорау. Мәктәптә уҡығанда уҡ «Киләсәктә кем булырға теләйһең?» тигәндәргә, ҡурайсы, тип яуап ҡайтара торғайным. Икенсе өлкәлә үҙемде күрмәй ҙә инем. Ҡасандыр хыялда космонавт булыу ине. Эйе, Ер шарындағы һәр икенсе малай йыһанға осорға теләйҙер...
– Бала саҡтағы берәй ҡыҙыҡлы хәл менән бүлеш әле.
– Мин бәләкәйерәк инем әле. Баҡсабыҙға терпе эйәләште. Энәле йәнлекте бер ҙә яҡындан күрә алмайым да ҡуям. Бер кис атайым тотоп алды бит тегене. Кескәй тумалаҡ йән эйәһенең ышылдап ятыуы һаман хәтеремдә, ҡыҙыҡ булды миңә был осрашыу. Ә өйгә ингәс, илайым да илайым икән. Баҡтиһәң, терпе аҙашып йортона ҡайта алмай йөрөйҙөр, тип борсолғанмын. Был ваҡиғаны гел иҫләтеп ала туғандарым.
– Үҙең ғаилә ҡорғанһыңмы?
– 2020 йылда өйләндем. Кәләшем Наҙгөл менән Самрау исемле ул үҫтерәбеҙ. Төп маҡсатыбыҙ – малайыбыҙҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләү. Үҙ телебеҙҙә һөйләшһен, фекерләһен, тип тырышабыҙ. Ҙурайғас, ҡайҙа ғына эшләмәһен, ысын шәхес булһын.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш ҡурайсылар һирәк бөгөн. Сәбәбе нимәлә икән?
– Интернетта ҡыҙыҡтырырлыҡ башҡа нәмәләр күп бит. Һөнәр ҙә алып тормайһың, тиҙ генә аҡса эшләп була, тип саҡыралар үҙҙәренә. Криптовалюта, блогерлыҡ... Ҡурайсы булыр өсөн бер нисә йыл уҡырға, тәүҙә әҙ эш хаҡына йөрөргә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәрҙе был ҡурҡыта. Ҡурайсы ла аҡса эшләй ала, фатиры бар, яҡшы машинала йөрөй, әммә бының өсөн үҙ өҫтөңдә даими эшләргә кәрәк. Уҡының да бөттө түгел. Шулай ҙа киләсәктә ҡурайсыларҙың эше ғәҙел баһаланыр, тип ышанам.
– Алдағы көндәргә уй-хыялдарың?
– Мин биш йыл һайын үҙемә маҡсаттар ҡуям. Ошо арауыҡ эсендә уларға ирешергә тейешмен. Әле барыһы ла килеп сығып бара, Аллаға шөкөр. Йортомдо төҙөп бөтөп, ремонт эшләргә ҡалды.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрең бар?
– «Йәншишмә» – шәп баҫма! Яҙылығыҙ, уҡығыҙ! Ғөмүмән, күберәк башҡортса аралашығыҙ. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау – һеҙҙең ҡулда, дуҫтар.
Блиц-һораулама
1. Яратҡан ашы – һурпа, ҡаҙылыҡ.
2. Оҡшаған төҫө – ҡара.
3. Яратҡан йырсыһы – ижадташ дуҫы Рәфис Сирусин.
4. Йөҙ тапҡыр ҡараған киноһы – «Властелин колец».
5. Өҫтәл китабы – «Самурай без меча» (Китами Масао).
6. Яратҡан ҡалаһы йәки ауылы – тыуған ауылы.
7. Оҡшаған спорт төрө – футбол.
8. Нисек ял итергә ярата – балыҡ ҡармаҡларға.
9. Үҙенең яратып башҡарған көйө – «Бейеш» халыҡ көйө.