+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
26 Ғинуар 2018, 13:55

Криптовалюта донъяһынан

Донъябыҙ алға киткән һайын криптовалюта, биткоин, эфириум кеүек һүҙҙәр йышыраҡ яңғырай башланы. Һеҙ ҙә улар хаҡында ишетеп беләһегеҙҙер әле. Нимә һуң ул криптовалюта? Компьютер технологиялары менән эшләнгән шифрлы, виртуаль аҡса. Уның 1300-ҙән ашыу төрө бар. Көн һайын яңылары уйлап табылып тора. Иң билдәлеһе – биткоин, ул тәүге урынды биләй. Унан эфириум, рипл, биткоин кэш, лайткоин, дашкоин килә. Тәүге криптовалютаны уйлап табыусыларҙы түләүҙәрҙе аноним, ә бөтә системаны дәүләткә буй­һонмаған итеү маҡсаты йөрөткән. 2008 йылдың аҙағында Сатоши Накамото ҡушаматлы кеше йәки кешеләр төркөмө биткоинды булдырған, тип иҫәпләнә. Шул йылдың 31 октябрендә мәҡәләһен дә баҫтырып сығара. Ә 2009 йылдың башында биткоин-янсыҡ уйлап табылып, эшләй башлай.

Биткоин технологияһын уй­лап табыусыны донъя геройы итер­гә булыр ине. Тик Сатоши бер ваҡытта ла үҙенең шәхесен асып һалмай, шуға уның тураһын­да мәғлүмәттәр ҙә билдәһеҙ. 2010 йылдың уртаһында криптовалюталар системаһында ҡатнашыуҙан сығып, төркөмдән юғала.

Тәүҙә биткоин бигүк ҡиммәт тормай, унан хаҡы күтәрелә башлай. Әлеге көндә ул ҡайһы бер илдәрҙә аҡса булараҡ ҡанун тарафынан да танылып, әйләнешкә индерелгән. Хатта ҡайһы бер ил башлыҡтары үҙ аҡсаларын биткоинда һаҡлауҙы хуп күрә, уның менән түләү ғәҙәти күренешкә лә әйләнгән. Ә Рәсәйҙә ҡанунлаштырылырмы, юҡмы, әлегә билдәһеҙ. Бөтөнләй тыйыу тураһында ла һүҙ йөрөп алғайны, был хаҡта әлегә төрлөсә уйланалар.

Шуныһы ҡыҙыҡ: яңыраҡ декабрҙә Ҡырымда йәшәүсе бер ғаилә беренсе криптовалюта исеме хөрмәтенә улдарына Биткоин тип исем ҡуш­ҡан. Малайҙың атаһы Олег уны юҡҡа һайламаған. Финанс яғынан уңыштары, ғаиләләге муллыҡҡа был криптовалютаға рәхмәтен шулай белдергән. Киләсәктә тыуасаҡ балаларына ла исемдәр уйлап ҡуй­ғандар инде. Тағы ла бер криптовалюта – дaшкоин хөрмәтенә, ҡыҙҙары тыуһа, Даша тип ҡушмаҡсылар. Улдары бул­һа, биткоинды булдырыу­сы Сатоши исемен атамаҡсылар.

Биткоин тураһында хатта бәләкәс балалар ҙа белә икән. Калининград өлкәһенән Паша исемле бер малай: «Ҡәҙерле Ҡыш бабай! Яңы йылға һинән буяуҙар һәм ҡылҡәләм һорайым. Бүләктәреңде таратып бөтһәң, биткоин булһа ла бүләк ит әле», – тип хат яҙған. Быға тиклем балалар Яңы йылға ҡурсаҡ, уйын приставкалары, косметик йыйылма, көнкүреш техникаһы, айфон алырға хыялланһалар, хәҙер инде күптәр криптовалюта менән бәйле әйберҙәргә өмөт итә башлаған. Hi-Tech порталы үткәргән һорау алыу буйынса, Яңы йыл шыршыһы аҫтында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа биткоин ятыуын теләгән. 29 проценты криптовалюта бүләк итһәләр, шат булыр инем, тип яуап ҡайтарған, 20 проценты цифрлы аҡсалар биреүҙә­ре хаҡында хыяллана. Ә ҡалған 51 проценты ҡумтала төрлө әй­бер­ҙәр ятыуы тураһында уйлай.

Ә иң йәш биткоин-мил­лионер­ға нисә йәш, тип уйлай­һығыҙ? 19 ғына. Ул – Эрик Финман. Мәктәп йылдарында уҡыуы менән әллә ни алдырмай. Ағаһының кәңәше буйынса өләсәһе биргән 1 мең долларға биткоин алып, һаҡларға була. 2011 йылда уның бер валютаһы 12 мең доллар тора. 13 йәше тулғас, бер аҙын сы­ғарып алып, бизнес-моделе ябай булған Botangle белем биреү онлайн-проектын уйлап таба. Тора-бара интернет селтәрендә студенттар өсөн уҡыу платформаһы уйлап табыу теләге менән дә яна башлай. 15 йәшендә аҡса эшләр өсөн булдырылған төрлө проект­тар­ҙа стажёр булып та йөрөй. Ата-әсәһе менән бәхәсләшеүе 1 мең долларын миллионға әйләндереүгә килтерә. Бөгөн уның 403 биткоины бар, беҙҙең аҡса менән 285 миллионға тиң. Йәш миллионер юғары уҡыу йорттарындағы хәҙерге уҡытыу системаһын иҫкелек ҡалдығы тип иҫәпләй, шуға киләсәктә Дубай ҡалаһында заманса университет булдырырға ниәтләй. «Ул планеталағы иң алдынғы, билдәле уҡыу йорто буласаҡ», – ти егет.

Бына шулай криптовалюта донъяһы ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтыр­ғыс та ул. Көндән-көн алға бара, яңылыҡтары менән халыҡты аптырата ла, үҙенә саҡыра ла.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Читайте нас: