Бер сәғәт эсендә 225 кирбесте тиҙ генә һалып та ҡуя. Шәпме? Был ташсы-робот булғанда ябай төҙөүсең дә ары торһон. Ул быға ярты көнөн сарыф итер ине. Австралияның Fastbrick Robotics компанияһы уйлап тапҡан роботлаштырылған эшсенең башҡарыу тиҙлеге бик күпкә юғары шул. Бер кеше ҡулын тейҙермәйенсә үҙе үк кирбестән йорт төҙөй ала. Уны боронғо Бөйөк Британияла стена төҙөүсе Рим императоры исеме менән Hadrian 105 тип атағандар. Күптәр, бәлки, роботтың оҫталығына ышанып та етмәйҙер, шуға ғалимдар бөтә эш нескәлектәрен күрһәтеүсе видео ла төшөргән. Уйлап табыусылар билдәләүенсә, бик күп сығымдар түкмәйенсә өйҙөң кирбесен өс көн эсендә һалыусы машина яһау уларҙың төп маҡсаты була.
Компания инженерҙары ошо уҡ ташсы-роботтың прототибын да яһай башлаған. Уныһы эшкә тағы ла шәберәк булмаҡсы. Бер сәғәттә бер мең кирбес һаласаҡ. Шулай итеп, ул бер сәғәт эсендә ғәҙәти төҙөүсенең көндәлек эшен ике тапҡырға арттырып үтәп тә ҡуймаҡсы. Робот үҙе бигүк ҙур түгел, төҙөлөш майҙансығына йөк машинаһы ла алып бара аласаҡ.
Һәр ерҙә лә роботлаштырыу етеҙ үтеп инә. Инде бына төҙөлөш өлкәһенә лә сират етте. Кемдер быны ҡыуанып ҡабул итһә, күптәрҙең эшһеҙ ҡалыуын уйлап, бәғзеләр борсолоуын белдерҙе. Өсөнсөләр кешелек донъяһы роботлаштырылған ярҙамсыларға ҙур хакимлыҡ биреүенә хәүефләнеп тә ҡуйҙы. Борсолорға урын юҡтыр. Берәй хәл, йәғни «машиналарҙың баш күтәреүҙәре» була ҡалһа, тикшеренеүселәр алдан уҡ «ҡыҙыл төймә» лә уйлап табып ҡуйған.