Бит тиреһенең матурлығы ниндәй кремды һайлауҙан ғына тормай бит. Ул кешенең физик сәләмәтлегенә лә бәйле. Шуға ла иң тәүҙә һаулығығыҙ тураһында ҡайғыртығыҙ. Бының өсөн ваҡытында ял итеү, йоҡо туйҙырыу, саф һауала йөрөү бик мөһим.
Тән тиреһе иғтибарҙы, һәр ваҡыт тәрбиәләп торғанды ярата. Иртән йоҡонан уянғас, гимнастика яһарға иренмәгеҙ. Йылымыс һыу менән йыуынып, ҡаты таҫтамал менән һөртөнһәгеҙ, шунда уҡ күңелегеҙ күтәрелеп китер. Матурлыҡ бит кәйефтең ниндәй булыуына ла бәйле. Бит, муйын тирәһенә йомшарта торған крем һөртөп, һуҡҡылап алығыҙ. Аҙнаһына 1 – 2 тапҡыр мунса инеү тирегә иҫ киткес ыңғай тәьҫир итә. Яңы күҙәнәктәр үҫеүгә кәртә булып торған иҫке, үлгән күҙәнәктәр йыуылып төшә. Мунсанан һуң кеше йәшәреп, матурланып киткән төҫлө була.
Өй шарттарында әҙерләнгән битлектәрҙе даими ҡулланыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Уларҙың бер нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Һипкелдәргә лимон һутын даими һөртөп торһаң, бит тиреһе ағара. Водород перекисы ярҙамы менән дә һипкелдәрҙән ҡотолорға була. Бының өсөн ике аш ҡалағы 3 процентлы водород перекисын бер балғалаҡ крахмал менән бутап, биткә буярға. Кипкәс, уны лимон һуты һалынған һыу менән һөртөп алырға кәрәк.
Миксерҙа ваҡланған бер балғалаҡ геркулесҡа 1 – 2 тамсы көнбағыш майы, ҡайнар һыу өҫтәп, биткә һөртөргә лә ярты сәғәттән һуң йылымыс һыу менән йыуып төшөрөргә.
Шулай уҡ биттә һытҡыларҙың булыуы ла йөҙҙө матурламай. Уларҙы дауалау мөһим. Һытырға ярамай. Бының өсөн ярты стакан йылы һыуға бер балғалаҡ сода һәм тоҙ һалып болғатырға ла биткә һылап 10 минут тоторға. Аҙаҡ йыуып төшөрөгөҙ.
Һалҡын тейгән осраҡта алоэ гөлө ярҙамға килер. Уның ботағын киҫеп алып, биологик матдәләре бүленеп сыҡһын өсөн 10 көн буйына һыуытҡыста тоторға. Шунан бер яғын ярып, һутын биткә һөртәһең.
Ҡоро һәм майлы тиреләрҙе тәрбиәләү өсөн дә битлектәр ҡулланырға була. Ҡоро бит тиреһенә 1 йомортҡа һарыһы, берәр аш ҡалағы үҫемлек майы, һоло оно ҡушылған битлек яһарға мөмкин.
Ә майлы тирегә кефирҙан, эремсектән, емеш-еләктән, шулай уҡ ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән алма иҙмәһенә 1 йомортҡа ағы һәм 1 балғалаҡ он өҫтәлгән ҡатнашма һөртөргә була.
Биткә массаж эшләү ҙә күңелгә тыныслыҡ, рәхәтлек бирә, тирене ял иттерә. Шуға ла крем һөрткән арала көн һайын массаждың бер нисә алымын ҡулланыуҙы ғәҙәтегеҙгә индерегеҙ. Бармаҡ остары менән еңелсә генә һуҡҡылап алыуҙың да тире өсөн файҙаһы ҙур. Был ҡан әйләнешен яҡшырта.
Ә инде баш тиреһенә массаж яһағанда, беренсенән, сәс үҫә, икенсенән, бит мускулдарына ярҙам итә. Сәс араһына ун бармағығыҙҙы ла батырып, түңәрәк буйынса еңел хәрәкәттәр менән сәс төптәрендәге тирене ҡуҙғатып-ҡуҙғатып алығыҙ. Уны көнөнә бер нисә тапҡыр яһай алаһығыҙ.
Сәс ҡойолғанда бер ай дауамында кесерткән һәм дегәнәк тамыры төнәтмәһен башты йыуыр алдынан сәс төбөнә һөртөргә кәрәк.
Әгәр сәсегеҙ ҡоро икән, 1 йомортҡа һарыһына 1 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушып, сәс төбөнә ышҡығыҙ. Ә майлы сәскә берәр аш ҡалағы алоэ һуты менән һыу ҡушылған ҡатнашманы буяп, биш минут тирәһе массаж эшләргә лә бер сәғәт полиэтилен тоҡсай менән ҡаплап торорға, һуңынан йылымыс һыу менән сайҡап төшөрөргә кәңәш итәлә.
Бит тиреһе тәрбиәле, йыйнаҡ, таҙа сәсле, ынйылай аҡ тешле, еңел генә атлап йөрөгән, матур буй-һынлы кешегә ҡарап тороуы ла һоҡланғыс. Шуға ла үҙегеҙҙең ҡиәфәтегеҙгә битараф булмағыҙ, ҡыҙҙар! Матурлыҡ көн дә кәрәк ул!
Фото: medweb.ru