Мәҫәлән, әллә ҡайҙа йөрөргә лә кәрәкмәй, һыуытҡыста йә баҙҙа һаҡланған кишерҙе даими ашау ҙа етә. Ул баш мейеһендәге матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Нимә лә булһа ятлар алдынан кишерҙе ҡырып көнбағыш майы менән бутап ашап ебәрһәң, бөтә һүҙҙәр ҙә иҫегеҙҙә ҡалыр. Хәҙер бар ерҙә лә ананасты алырға була, әгәр ҙә берәй күләмле әйберҙе ятларға кәрәк икән, көн һайын бер стакан ананас һуты эсһәң дә шәп булыр. Уны бит хатта артист, йырсылар ҙа хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡуллана, имеш.
Имтихандар ваҡытында сәтләүек, кәбеҫтә ашау файҙалы. Креветкалар иғтибарҙы көсәйтә. Инжир емеше яңы асыштар яһарға ярҙам итер, ә һуған баш мейеһендәге ҡан йөрөшөн яҡшырта, арығанлыҡты баҫа. Тиҙ арала ғына сит телде өйрәнергә теләүселәр күп итеп лимон ашаһа, ундағы С витамины мәғлүмәтте еңелерәк үҙләштерергә ярҙам итә, тиҙәр.
Сығанаҡ һәм фото:
henek.info