Учалы районы Сәфәр ауылында булған был хәл. "Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, малай өйҙәре янында уйнап йөрөгән булған, шунда уға берәҙәк эттәр ташланған... Ниндәй ауыр фажиғә, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хәҙер прокуратура урындағы үҙидаралыҡ органдарының халыҡтың хәүефһеҙ йәшәүен нисек тәьмин итеүен тикшерәсәк, берәҙәк эттәрҙе тотоу мәсьәләһе лә ҡарала.
Республикала йыл һайын 11-12 мең кеше эт тешләү сәбәпле, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итә. Уларҙың күбеһе берәҙәк эттәр менән бәйле. Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙә 150 мең урам эте иҫәпләнә.