+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
21 Октябрь , 15:40

Дамирҙы артабан эҙләйәсәктәрме?

Үҫмерҙең юғалғанына инде ете ай тулып бара бит.

Дамирҙы артабан эҙләйәсәктәрме?
Дамирҙы артабан эҙләйәсәктәрме?

Өфөлә ҡотҡарыусылар 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовты һаман эҙләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 13 йәшлек дуҫы менән 30 мартта «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә юғалды. Иптәше Павел май аҙағында табылды.

Ә Дамирҙы эҙләү һыу ятҡылыҡтары боҙ менән ҡапланғансы дауам итәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығы журналисына биргән интервьюһында Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының криминалистика бүлеге етәксеһе урынбаҫары, юстиция майоры Иван Костырев.

"Беҙҙең криминалистика бүлеге был эш менән тәүге көндәрҙән үк шөғөлләнә. Әле лә беҙ ҡотҡарыусылар, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эҙләүҙе алып барабыҙ. Төп версия булып батып үлеү тора. Бәлки, малай йылға төбөндә берәй нәмәгә эләгеп торалыр. Нимәлер барыбер табыласаҡ. Кейеменең киҫәге булһа ла бер-ике йылдан килеп сығыуы бар. Йылға боҙ менән ҡапланғансы эштәр барасаҡ. Табылмаһа, киләһе йылда ла эҙләүҙәр дауам ителәсәк".

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: