Бөгөнгө уҡыусылар ниндәй уй-теләктәр менән йәшәй, киләсәккә ниндәй пландар ҡора икән – ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, Әбйәлил районы Ҡаҙмаш мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы, йәш хәбәрсебеҙ Заһиҙә РӘЖӘПОВА менән һөйләшеп алырға булдым.
– Заһиҙә, уҡыуың нисек, ниндәй дәрестәрҙе яратаһың?
– Әле сиреккә ике «дүртле»м сыҡты, ҡалғандары – «бишле». Теүәл фәндәргә ҡарағанда гуманитар дәрестәрҙе яҡын күрәм. Атап әйткәндә: география, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү.
– Ниндәй түңәрәктәргә йөрөйһөң? Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашаһыңмы?
– IV, V синыфтарҙа бейеү буйынса шөғөлләндем, һуңынан йырланым. Шул мәлдә сәхнәлә йөрөй торғайным: шиғыр һөйләп, эпостан өҙөк ятлап күрһәткәнемде иҫләйем. Үҙемде алып барыусы ролендә һынап ҡарағым килә.
Мәктәптә «Лидер» ойошмаһы эшләй. Стена гәзитен уның ағзалары сығара. Мин һәм тағы ла ике уҡыусы мәҡәләләр яҙабыҙ, фотограф та бар. Ике йыл волейбол секцияһына йөрөнөм, тренер ағай хаҡлы ялға сыҡҡас, үкенескә күрә, быйылдан эшләмәй. Шулай ҙа Гөлназ Рәжәп ҡыҙы үткәргән түңәрәк бар. Унда вокал буйынса шөғөлләнәләр, мин инде мәҡәләләремде тикшертергә алып барам йәки компьютерҙан ебәрәм.
– Тәүге мәҡәләңде ҡасан яҙҙың? «Йәншишмә» менән дуҫлығың нисек башланып китте?
– Беренсе мәҡәләмде бишенселә уҡығанда яҙҙым. «Тыуған көн кисәһе» тип атала ине. Синыф етәксебеҙ Илүзә Хатип ҡыҙы бер нисә уҡыусыға тәҡдим итте: кисә тураһында һәр берегеҙ яҙып ҡарағыҙ, гәзиткә ебәрәсәкбеҙ, тине. Мин өйгә ҡайттым да шул көндө үк эшкә тотондом. Бөгөнгөләй хәтеремдә (хәҙерге ҡараштан ҡараһаң, хатта көлкө килә). Һуңынан инде Зифа Алламорат ҡыҙы мине дәртләндереп ебәрҙе: һинән була, яҙ ҙа яҙ, әйҙә, тине. Гәзит менән бәләкәй саҡтан дуҫ инем. «Аҡбуҙат» журналына, һуңынан «Йәншишмә»гә, ҙурая төшкәс, «Аманат» журналына яҙыла башланым. Ләкин матди яҡтан ҡыйынлыҡтар тыуғас, матбуғатһыҙ ҙа йәшәргә тура килде. Район гәзите «Осҡон»да бер мәҡәләм баҫылды, «Йәншишмә»лә сыҡҡандарының иҫәбе-һанын да белмәйем. Былтыр «Аманат» журналына яҙыша башланым, ни эшләп улай һуң тотонғанмын икән, тип уйлап ҡуям.
Баштараҡ мәктәп эсендә үткән саралар тураһында яҙһам, хәҙер инде улар миңә ҡыҙыҡ түгел. Ауыл ерендә йәшәгәс, мәҡәлә яҙыр өсөн темалар аҙ һымаҡ. Редакциялар ойошторған конкурстарҙа ҡатнашырға тырышам, шуға геройҙарым араһында оло быуын кешеләре лә килеп сыға. Идея, темаһын уйлап йөрөйөм. Көндөҙ бөтөнләй яҙа алмайым. Киске сәғәттәрҙә ултырам. Мәҡәләнең башы булһа, аҙағы үҙенән-үҙе килеп сыға.
Иншалар яҙырға яратам. Өлкән синыфтар өсөн мөһимерәк, әһәмиәтле темалар тура киләлер, тип уйлайым. Донъяға икенсе күҙлектән ҡарап алырға ла кәрәк бит.
– Бер көнгә үҙеңде беҙҙең гәзит хеҙмәткәре итеп күҙ алдына килтереп ҡара әле: ниндәй тәҡдимдәр, үҙгәрештәр индерер инең?
– «Йәншишмә» гәзитенә яҙылыу хаҡын төшөртөргә кәрәк. Башҡортостандың мәҙәниәте тураһында аҙна һайын бәләкәс кенә булһа ла берәй мәҡәлә баҫтыртыр инем. Гәзит биттәрен күбәйтһәң, тик яҡшыға ғына буласаҡ.
– Заһиҙә, бөгөнгө заманда уңышлы булыр, юғалып ҡалмаҫ өсөн һин үҙеңдә ниндәй сифаттар тәрбиәләргә тырышаһың?
– Хәҙерге заман кешеһе өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Үҙеңдең ихтыяр көсөңдө юғалтмаҫҡа кәрәк. Бәхетеңә табан ҡаршы йүгер, ул бит үҙе килмәй. Хыялдар ҡуйып йәшәү, үҙ намыҫыңды һаҡлай белеү ҙә мөһим. Бер генә уҡыу йортон тамамлау аҙ, минеңсә. Мөмкинлегең, теләгең бар икән, ниңә бынан файҙаланмаҫҡа? Уҡып та, эшләп тә йөрөргә була. Үҙ эшеңде асырға ла мөмкин, хөкүмәт ярҙам итә бит. Үҙ фекереңде яҡлай белергә кәрәк. Бер кем дә һине тыймай, ауыҙыңа ла һуҡмай. Ҡуйған маҡсаттарыма ирешергә тырышам, хәҙерҙән үҡ аяҡ салырға торған кешеләр ҙә юҡ түгел, бар. Уларҙың һүҙенә иғтибар итмәйем.
– IX һәм XI синыфты тамамлағанда тапшырасаҡ имтихандар ҡурҡытмаймы? Үҙеңдең тиҫтерҙәреңә ниндәй кәңәш әйтер инең?
– Был һынауҙарҙан ҡурҡырға ярамай, уны бит беҙҙән алда ла биргәндәр, һуңынан да тапшырасаҡтар. Уҡыусылар үтәй алмаҫлыҡ булһа, ҡуймаҫтар ине бит. Үҙ ваҡытында уҡырға, ял итергә өйрәнергә кәрәк. Үҙ-үҙеңә ышанһаң, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Шулай ҙа тулыһынса дәүләт имтиханынан ҡурҡмайым, тип әйтә алмайым. Барыбер ниндәйҙер шик бар, ләкин ул турала уйламаҫҡа тырышам. Алға пландар, маҡсаттар ҡуям, ләкин ваҡыт машинаһында йөҙөргә маташмайым.
– Яратҡан шөғөлдәрең тураһында һөйлә әле.
– Музыка тыңларға әүәҫмен, йорт хайуандарын яратам. Тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрәм, бесәйҙәрҙең холоҡ-фиғелен күҙәтәм. Хоккей ҡарамайынса минең күңелем булмай. «Өфө-Арена»ға барырға хыялланам. Журналистиканан тыш, мине китаптар ҡыҙыҡһындыра.
– Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясаҡһың?
– Мин тележурналист булырға хыялланам. Йәнә күңелемә ауыл хужалығы яҡын. Мөмкинлек булһа, шул яҡтан да үҙемдең белемемде камиллаштырырға теләйем. Тағы ла, күптәр был турала уйламайҙыр ҙа әле, минең ҡоштар баҙарын барып күргем килә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем булырға тырышасаҡмын. Ғүмер бер генә бирелә, шунлыҡтан яҡшы эштәр башҡарырға өлгөрөргә кәрәк.
– «Йәншишмә»гә яҙылдыңмы әле?
– «Йәншишмә»гә, әлбиттә, сентябрҙә үк ташлама хаҡ менән яҙылып ҡуйҙым. Ул бит минең йәшәүемдең, тормошомдоң мәғәнәһе. Гәзит тулыһынса оҡшай. Барыһы ла тәртип менән башҡарыла. Матбуғат баҫмалары килмәгән өйҙәрҙә нисек йәшәйҙәр икән? Атай-әсәйҙәр балалары, уларҙың киләсәге тураһында нимә уйлайҙарҙыр инде?! Һәр нәмәнең үҙ урыны, тәртибе булырға тейештер. Интернет бер баҫҡыста булһа, гәзит-журналдар – икенсеһендә. Уҡыусыларҙы гәзит уҡыуға йәлеп итеү күберәк шул өйҙәге ҡараштан, тәрбиәнән киләлер, тип уйлайым.
– Һине һуңғы ваҡытта нимәләр борсой?
– Хәҙер бит бар ерҙә лә ҡыҫҡартыуҙар бара. Уның мәғәнәһен бөтөнләй аңламайым. Миҫал итеп уҡытыусыларҙы алайыҡ. Илдә аҡыллы балалар, кешеләр кәрәк, тип һөйләйҙәр, ләкин ҡыҫҡартыуҙар арҡаһында уҡытыусылар әҙәйә һәм мәктәптә үҙ фәне буйынса белем биргәндәр ҡалмауы ла бар. Шунан ниндәй яҡшы белгән уҡыусы булһын инде. Ауыл ерҙәрендә шулай, ҡалала нисектер – белмәйем. Тағы ла бер һүҙ. Ҡайһы берәүҙәр миңә, ололарса фекер йөрөтәһең, тип әйтә. Хатта мәҡәләләрҙе үҙем яҙғанды иҫбат итергә лә тура килгәне бар. Барыһын да 15 йыллыҡ тормош тәжрибәмдән сығып яҙам инде.
– Афарин, Заһиҙә! Гел шулай һынатма, йәме.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.