+5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
14 Июнь 2019, 14:32
"Йәншишмә"беҙҙе һаҡлайыҡ!
Башҡортостаныбыҙҙа мул һыулы йылғалар күп. Әйҙәгеҙ, балалар, иҫкә төшөрөп алайыҡ әле: Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Йүрүҙән, Һаҡмар, Яйыҡ, Нөгөш, Дим, Ашҡаҙар, Оло Эйек, Һүрәм... Был йылғаларыбыҙҙы мул һыулы итеүсе ҡушылдыҡтары, әллә күпме шишмәләре, инештәре бар!
Әгәр ошо көмөш һыулы шишмәләр, кескәй инештәр кинәт кенә ҡороп ҡуйһа, нимә эшләр ине йылғалар? Ҡот осҡос хәл! Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс... Ҡоромаһын инде шишмәләребеҙ, гөрләһен инештәребеҙ, даръялай алҡынып аҡһын оло йылғаларыбыҙ.
Һыу – йәшәү сығанағы, тормоштоң йәне һәм йәме. Нишләр инек, әгәр беҙ бер көн генә унһыҙ тороп ҡалһаҡ? Ай-һай... Һыу булмаһа, барлыҡ тереклек, йәшеллек, кешелек йәшәүҙән туҡтар ине. Хоҙай һаҡлаһын инде беҙҙе ундай бәлә-ҡазанан.
Әгәр балалар өсөн сығып килгән «Йәншишмә» гәзите йәки «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары ябылһа, телебеҙгә ҡарата ла ифрат ҙур хата, ғәфү иткеһеҙ хилафлыҡ эшләнәсәк. Гәзит-журналһыҙ, китапһыҙ уҡыу, белем һәм фән үрҙәрен яулау мөмкин түгел. Шуға күрә лә рухи сығанаҡтарыбыҙҙы – «Йәншишмә» гәзитен, кескәйҙәрҙең «Аҡбуҙат»ын, үҫмерҙәр өсөн сығып килгән «Аманат» журналына өҙлөкһөҙ яҙылайыҡ, уҡып барайыҡ, фәһем-өлгө алайыҡ!
«Йәншишмә»гә мәктәптәрҙән төрлө темаларға күп хәбәрҙәр килеп тороуы – бик һөйөнөслө күренеш. Тимәк, бер-берегеҙ, гәзит редакцияһы һәм мәктәп менән бәйләнеш бар. Аралашыу, танышыу, хәл белешеү өҙөлмәй.
Бәләкәйҙән яҙышҡан кеше үҙенең киләсәк яҙмышына ла өмөтлө аҡ юлдар һалған кеүек бит ул. Яҙышып тороғоҙ, ҡәҙерле йәш дуҫтар! Был бөтә яҡлап та файҙалы: үҙегеҙ ҙә рухи яҡтан байыйһығыҙ, телегеҙ ҙә шымара. Әлеге мәлдә «Йәншишмә» менән бәйләнештә булғандар киләсәктә «Йәшлек», «Башҡортостан», «Шоңҡар», «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш»ты ла алдырып, уҡып барырлыҡ белемле кешеләр буласаҡ.
Телебеҙ бар икән – илебеҙ бар. «Теле юҡтың ғына иле юҡ», – тип Рәми ағайыбыҙ бик тә дөрөҫ әйткән бит.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән