Исеме Владимир Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Почёт китабына индерелә. Ул һаҡлап көрәшкән Севастополдең 4-се мәктәбендә музей булдырыла. Фотоһүрәттәренең төп нөсхәләре, документтары, блокноттан яҙмалары, «Окоптағы дөрөҫлөк» ҡулъяҙма эштәре Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейына тапшырыла.
Ҡурҡыу белмәҫ Севастополь малайы һәр ваҡыт бөтәһенә лә өлгө булып тора. Ун өс йәшендә генә ер ҡуйынына инә. Оҙаҡ ваҡыт уның батырлығы хаҡында бер кем дә белмәй. Бына бер мәл көтмәгәндә ныҡышмал, үҙ һүҙле егеттәрҙән торған ҡыҙыл эҙәрмәндәр төркөмө серей башлаған бер нисә ҡағыҙ киҫәге табып алып, ялҡынлы йылдарҙың хәбәрен уҡыуға өлгәшә. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының бер битен аса.
Валерик оҙаҡ ҡына разведчиктарҙан үҙен бергә алыуҙарын һорай. Ниһайәт, ризалашалар. Шулай итеп, малай 7-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһына килеп эләгә. Ул комиссар Николай Ехлаков ҡушҡан хәрби заданиеларҙы еренә еткереп үтәй. Башта лозунгылар, плакаттар яҙып, ҡағыҙға фашистарҙың карикатураһын төшөрөп тарата. Унан гәзит сығарыуға тотона. Ул бөтәһенә лә ҡаты һуғыш мәлендә үҙе күргәндәрҙе, Севастополь һаҡсыларының батырлығын һөйләргә тырыша. Гәзитенә ураҡ һәм сүкеш төшөрөлгән флагты ла ҡуйырға онотмай. Бала ҡулы менән яҙылған «Окоптағы дөрөҫлөк. №1» ҡулъяҙмаһын эҙәрмәндәр тулҡынланып уҡый: «Матростар һәм һалдаттар! Беҙҙең яуыз дошманыбыҙ – фашистар Севастополгә килеп етте. Уларҙың меңәрләгән танкылары, самолёттары һәм башҡа күп ҡоралдары бар. Гитлерсыларҙы үткәрмәҫ өсөн беҙ Севастополдә торабыҙ. Беҙҙе Тыуған илебеҙ һәм Коммунистар партияһы һаҡҡа ҡуйҙы. Ҡоралыбыҙ аҙ. Шулай ҙа тыуған еребеҙҙе һаҡлап, дошманды еңергә тейешбеҙ. Беҙгә ауыр. Күптәр туған-тыумасалары ҡайҙа, иҫәндәрме, юҡмы икәнен дә белмәй. Кем ғаиләбеҙҙән һәм йәшәгән йортобоҙҙан айырҙы һуң? Фашистар. Улар еребеҙгә үтеп инеп, көрәшергә мәжбүр итте. Ауыр булһа ла, бар асыу һәм нәфрәтегеҙҙе һалып, дошманды туҡмағыҙ. Фашистар йыртҡыстарса кешеләрҙе үлтерә, бомбаға тота. Тик бөтәбеҙҙе лә ҡырып бөтә алмаясаҡтар. Беҙҙең көс сикһеҙ. Тыуған яҡ өсөн үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Беҙ мотлаҡ еңергә тейешбеҙ. Бар халыҡ та быны көтә.
Был юлдарҙы уҡыһаң, фекер камиллығына, уның нисек яҙылғанына ғәжәпләнәһең. 13 йәшлек кенә малай яҙған бит.
Һуғыш көндән-көн ҡатыраҡ бара. Дошманға бирелгән һәр ҡарыш ер, таш ҡанға буяла. Ҡаланы һаҡлаусылар әҙәйә бара. 7-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһынан унға яҡын кеше ҡала.
Йәнә бер яҙмаһында: «Ҡәҙерле унау! Кемегеҙ иҫән ҡала, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, кем был мәктәптә уҡыясаҡ, шуларға Севастополдә нимә булғанын һөйләгеҙ», – ти.
«Ҡәҙерле унау» үлемгә ҡаршы ныҡ тора. Илита Даурованы снаряд ярсығы яралай, ул үҙе яраһын бәйләй. Мамедов, Ибраһимов, Журавлёв үлтерелә. Петрушенко йәрәхәтләнә. Сафтар һирәгәйә. Һуғыштан һуң Илита Валериктың һуңғы батырлығын хәтерләп, бына нимәләр һөйләй: «Өс танк күренде, Валерик алға килеп сығып, граната бәйләмен ырғытырға теләне. Тик дошман пуляһы уң яҡ ҡулбашына килеп тейҙе. Һул ҡулы менән бәйләмде эләктереп, тағы бер тапҡыр танкыға ҡаршы боролдо ла уның тәгәрмәсенә граната ташланы. Гөрһөлдәп шартлау яңғыраны». Валерик Илита ҡулында йән бирә. Ул малайҙың ҡыҙыл галстугын сисеп ала. «Был беҙҙең байрағыбыҙ буласаҡ», – ти Игобалидзе. Батыр малай мәктәп эргәһендә күмелә. «Бында герой-пионер Валерий Волков ерләнде», – тип ташына яҙып ҡуйыла. Йәш герой һәләк була, тик уның ҡаны менән буялған пионер галстугы бер нисә көн ярым емерелгән белем усағы өҫтөндә елберҙәп тора.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА әҙерләне