Кискә табан өйөнә ҡайтҡас, әсәһе Елена Кондратьевнанан фашист Германияһы илебеҙгә һуғыш асҡанын белә. Ул йәшәгән Брянщина ҡалаһында тәүге көндәрҙә үк коммунистар партияһы бойороғо менән йәшерен төркөмдәр ойошторола. Володяның әсәһе шуларҙың береһенә эләгә. Партизандарға икмәк бешерә, улар менән йәшерен ойошма араһында элемтәсе хеҙмәтен дә башҡара. Ләкин оҙаҡламай немец разведкаһына быны кемдер еткерә. Йәшерен ойошма карателдәр отряды тарафынан юҡҡа сығарыла, Володяның әсәһе лә атып үлтерелә.
Үҙҙәре генә тороп ҡалғас, Володя апаһы һәм ҡустыһы менән бергә партизан отрядына барып ҡушыла. Кемдең балалары икәнен белгәс, уларҙы шунда уҡ ҡабул итәләр.
1942 йылда Брянск урмандарына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Алексей Фёдоров етәкселек иткән Щорс исемендәге партизан отряды килеп инә. Брянщина партизандар отряды үҙәктәренең береһенә әйләнә. 1942 йылдың урталарында немецтар уларға ҡаршы тулы масштаблы операцияға әҙерләнә башлай. Төп маҡсаттарының береһе – Щорс исемендәге отрядты юҡҡа сығарыу. Был ваҡытта Володя ла туғандары менән шунда күскән була. Ете көн буйына барған һуғышта Фёдоров отрядының яртыһы ғына ҡала. Бәхеткә, ҡулсанан сығыу юлын табалар. Улар Украинаның Чернигов өлкәһенә күсә.
Мәскәүҙән подразделениены ике отрядҡа бүлергә тигән бойороҡ килә. Уларҙың береһе Чернигов өлкәһендә ҡала, ә икенсеһе, Фёдоров командалыҡ иткәне, Көнбайыш Украинаға, Белоруссияға табан юл тота. Дошманға ҡаршы бергәләп көрәшер өсөн Ковпактың отряды менән осрашырға тейеш булалар.
Гомель ҡалаһы янында Ковпак менән ҡушылып, бер нисә тапҡыр һөжүмгә күтәрелгәндән һуң, Днепрҙы аша сығалар һәм Көнбайыш Украинаға юл алалар. Мәскәүҙән, һәр бер отрядта махсус шартлатыусылар һәм диверсанттар төркөмө булдырылырға тейеш, тигән задание килә. Бында һәр кемде үҙ теләге буйынса алалар. Әсәһе өсөн үсе ташып барған Володя шул төркөмдәрҙең береһенә алыуҙарын һорап рапорт яҙа. Ләкин отряд командиры, V синыфты ғына тамамлаған, физиканы йүнләп уҡып та өлгөрмәгән бала ҡатмарлы электрлы миналар менән эш итә алмаясаҡ, тип ҡырҡа ҡаршы була. Уға күп кенә һынауҙар үтергә тура килә. Имтихандарҙы «бишле»гә тапшырғас ҡына малайҙы шартлатыусылар төркөмөнә алалар. Бер мәл уларға Ковель тимер юлы үҙәгенең эшен туҡтатыу бурысы ҡуйыла. Был операция «Ковель үҙәге» тигән исем менән билдәле. Володяны шартлатыусы сифатында алалар. Һигеҙ кешенән торған төркөм тәүге заданиела уҡ ҡаршылыҡҡа осрай. Юлда улар аҙаша. Тимер юлына сығыу урынына үтеп сыға алмаҫлыҡ һаҙлыҡ янына килеп туҡтайҙар. Володя, араларында иң еңеле булараҡ, беренсе булып китә. Берәй хәл килеп тыуһа, иптәштәре ҡотҡарырына ышанып, артына әйләнеп ҡарамайынса алға бара. Һаҙлыҡтан үткәндә бер нисә тапҡыр үлем хәлендә ҡала, үҙенең көсө менән генә ҡотола. Бәхеткә, бөтәһе лә имен-аман ҡоро ергә аяҡ баҫа һәм оҙаҡламай тимер юлына ла килеп сығалар. 16 килограмм мина һалынған тоҡто һөйрәп Володя үҙенә йөкмәтелгән эште башҡарырға китә. Ике минут эсендә уны үтәй. Күпмелер ваҡыттан һуң немецтарҙың транспорт эшелоны күккә оса. Казначеев отрядындағы 15 шартлатыусы барлығы 41 эшелонды юҡҡа сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо «рельс һуғышы»нда уларҙың бишәүһе генә иҫән ҡала. Казначеевтың батырлығы тураһында немец командованиеһы ла белгән була. Ә был «ҡурҡыныс дошман»дың үҫмер малай икәнлеге баштарына ла килмәй.
Һуғыштан һуң Владимир Казначеев Киевтағы офицерҙар мәктәбендә радислыҡҡа уҡый, аҙаҡ Фёдоровтың юллауы буйынса Херсон диңгеҙ училищеһы курсанты булып китә. Уны уңышлы тамамлай. Херсонда флоттың төп диспетчеры булып эшләй. Һуңынан Одессала диңгеҙ флотының инженерҙар институтын тамамлай. 1964 йылда Диңгеҙ флоты министрлығы тарафынан 5 йылға Алжирға ебәрелә, шунан Францияла һәм Бельгияла эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Херсон ҡалаһында төпләнә.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Почёт Билдәһе», I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына», «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.