+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
15 Июнь 2021, 11:55

Лида Матвеева

Йыл һайын йәйге каникулда Лида Иваново ауылында йәшәгән ту­ғандарына ял итергә бара.

1941 йылда ла уҡыу­ҙар тамамланғас, шунда юлланалар. Ләкин көтмәгәндә һуғыш башлана. Әсәһе кире Ленинградҡа ҡайтып китә, ә Лида тороп ҡала.

Бер көндө ҡыҙ тәҙрәнән ҡарап, уйланып ултырғанда ауыл осонда йүгерешкән кешеләрҙе күреп ҡала. Немецтар! Улай ти­һәң, ауылға йәшеренмәй-нитмәй, халыҡтың ҡотон алып, йорт хай­уандарын, ҡош-ҡорттарын, ашарлыҡ ризыҡтарын талап, кирә баҫып килеп инәләр ине. Ни өсөн әле юл аша ҡаса-боҫа ғына сы­ғып, соҡор­ҙарға йәшенәләр. Нимәлер эшләргә әҙерләнәләр, тимәк. Тик нимә? Кем­дән йәшенәләр? Шул ваҡыт ҡыҙ урман буйлап танкылар килгәнен күреп ҡала. Тәүгеһендә – тәжрибәле танкист, старшина Иван Мороз, икенсеһендә йәш сержант Алёша Сенцов була. Улар разведкаға сыҡҡан икән. Ауылға килеп инәләр. Тып-тыныс. Лида уларҙы башта немецтар тип уйлай, аҙаҡ танкының башняһындағы ҡы­ҙыл йондоҙҙарҙы күреп, үҙ күҙ­ҙәренә үҙе ышанмай. Үҙебеҙҙекеләр бит! Бында улар нисек килеп сыҡты икән? Фронт Мәскәү эргәһендә генә. Нисек үттеләр икән? Һөжүмгә күстеләрме әллә? Баяғы йүгерешкән немецтар танкыларҙы күреп йәшенгәндер әле. Был турала уларға әйтергә кәрәк.

Лида тиҙ генә кейенә лә урам­ға сыға. Танкис­тар янына бара ла:

– Һеҙҙе ҡамауға аласаҡтар. Улар күмәк, тиҙерәк китегеҙ бы­нан, – тип әйтеп өлгөрә.

«Рәхмәт, һылыу», – тиҙәр ҙә танкис­тар немецтар йәшеренгән со­ҡорға табан юл ала. Фашистар быны күреп, төрлөһө төрлө яҡҡа ҡаса башлай. Тыҡылдап танкылағы пулемёт телгә килә.

Ауылды сыҡҡанда Алёша юл сатында сыбар яулығын болғап торған Лиданы күрә. «Ҡыйыу ҡыҙ», – тип уйлап ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны Алёша ғына түгел, немецтар ҙа күреп ҡала һәм обер-лейтенант уны тотоп алып килергә ҡуша.

– Беҙҙең турала һин хәбәр иттеңме? – тип ҡаршы ала уны фриц. Ҡыҙ яуап бирмәй. Обер-лейтенант тәҙрәгә ҡарап ала. Унда бер нисә һалдат үлгән кешеләрҙе арбаға тейәп маташа.

– Ниңә өндәшмәйһең? Һине лә шул яҙмыш көтә. Ҡурҡыныс түгелме ни? – тип екерә. Ли­да шым ғына көлә башлай. Тегеһе сы­ғырынан-сыға.

– Аҫырға! – тип ҡыс­ҡыра ул түҙемлеге бөтөп. Шунда уҡ ҡыҙ­ҙы ҡулдарын ҡайырып, алып сығып та китәләр.

Уны ауыл советы янын­да үҫеп ултырған йүкә янына килтерәләр. Ҡыҙ һуңғы тапҡыр күк йө­ҙөнә, ауыл урамына күҙ һала. Ә немец һалдатының йөҙө тып-тыныс. Әйтерһең дә, кеше үлтермәй, ә бауҙан ябай төйөндәр бәйләй. Лиданы ағасҡа табан яҡыныраҡ ҡуйып, муйынына тоҡан ташлай ҙа тарта. Ләкин бау сыҙамай, өҙөлөп китә. Өсөнсө тапҡырында ғына палачтар үҙҙәренең ҡара эштәрен атҡарып ҡуя. Фашис­тар нисек кенә ҡурҡытма­һын, төндә ҡыҙҙың кәү­ҙәһен төшөрөп, дауахана баҡсаһының ҡайынлыҡтары араһына ерләй­ҙәр. Һуғыштан һуң клуб янындағы скверға күсерәләр һәм ап-аҡтан мрамор обелиск ҡуялар.

Ҡыш етә. Немецтарҙы Мәскәү янында ҡыйратып, Иваново аша ҡыҙыл йондоҙло танкылар үтә. Улар араһында Алёша Сенцов та була. Лида йәшәгән йорттан бер ҡарсыҡ сыға. Егет унан сыбар яулыҡлы ҡыҙ тураһында һораша. Исемен белешә, аяныс­лы яҙмышы тураһында ише­теп, оло тетрәнеү кисерә. Үҙе лә артабан һуғыш юлында ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. Ике тапҡыр госпиталдә ятып сыға. Ныҡ ҡыйын саҡтар­ҙа гел генә ҡыйыу пионер Лида Матвееваны иҫенә төшөрә. Һәр ваҡыт күңелендә уның менән бергә була. Янып торған танкынан сығырға ла, ярға йөҙөп сыҡҡанда ла, еңеү яулауҙа ла ул яр­ҙам итә. Лиданың иҫтәлегенә немецтарҙан азат ителгән ҡалалар­ҙың янған стеналарына старшина Сенцов Лида Матвееваны аңлатҡан «Л. М.» тигән ике генә хәреф яҙып ҡалдыра.

Үҙе үлгәндән һуң Ленинград пионеры «Маршал Жуков» ордены һәм «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән бүләкләнә.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас: