0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
16 Июнь 2021, 09:17

Толя Шумов

VIII синыфты тамамлағас, Толя әсәһенә әйтмәй генә үҙенең өс иптәше менән хәрби училищеға ғариза яҙып тапшыра.

Тик егеткә унда уҡыу бәхете эләкмәй. Һу­ғыш башлана. Ул ҡабаттан туған мәктәбенә туғыҙынсы синыфҡа килә. Ләкин элек тырышып белем алған, ҡыҙыҡһыныу­сан Толяла уҡыу ҡайғыһы китә. «Физик яҡтан көслө, таҙа егет, фашис­тар илебеҙгә баҫып ингәндә өй­ҙә ултырһын әле», – тип уйлай ул. Тиҙерәк дошмандан үс ал­ғыһы килә. Шуға ла төп иғтибарын да мәктәп директоры ойошторған ирекле истребителдәр батальонында хәрби әҙерлек дәрестәренә йүнәлтә. Уҡыусылар унда пулемёт, винтовкалар менән эш итергә, маскировка алымдарына, ҡатмарлы хәлдән сығыу юлдарын өйрәнә.

1941 йылдың сентябрь – октябрь айҙарында Мәскәү өлкәһенең көнбайыш райондарында партизан отрядтары һәм йәшерен төркөмдәр ойошторола башлай. Дошман Можайск оборона һыҙығын өҙгән осраҡта улар баҫып алынған биләмә­ләрҙә көрәш алып барырға тейеш булалар. 17 октябрҙә гитлерсылар Толяның тыуған ҡалаһы Осташевоны баҫып ала.

Ул ваҡытта был тирәлә өс партизан отряды ойошторолған була. Командир Василий Праскунин етәкләгән төркөмдөң сос­тавына Толяның әсәһе Евдокия Степановна ла индерелә. Элекке партия хеҙмәткәре булараҡ, уға Осташевола ҡалырға ярамай. Алыҫҡа тылға эвакуацияланырға үҙе теләмәй. Ни күрһәк тә, бергә күрербеҙ, ти ул. Әсәһе менән партизандарға Толя ла китә. Шулай уҡ уның иптәштәре – кисәге уҡыусылар – Володя Колядов, Юра Сухнев һәм Шура Вороновалар ҙа ҡушыла. Улар листовкалар тарата, урам ара­һындағы юлдан күпме немец илбаҫарҙары хәрәкәт итеүен асыҡлай. Толя автомобиль юлдарын миналау, телефон бәйләнеше сымдарын юҡҡа сығарыу кеүек ҡурҡыныс эштәрҙән дә баш тартмай. Тотолғаны ла була.

Бер тапҡыр шулай задание буйынса китеп бара, юлы һыу тирмәненең быуаһы аша үтә. Унда немец һаҡсыһы тора. Ни эшләргә? Быуаны урап үтеп булмай, тимәк, теләйһеңме-юҡмы, һаҡсы менән һөйләшергә тура киләсәк. Был – бик ҡурҡыныс, сөнки Толяның итегенең эсе тулы листовкалар. Әгәр тотола ҡалһам, тип ул үҙенсә пландар ҙа ҡора башлай. Шул ваҡыт тирмәнгә табан юл алған егеүле арба килеп сыға. Унда немецтар тейәлгән. Быуаға етәрәк арба бысраҡҡа батмаһынмы? Беҙҙең егетебеҙ юғалып ҡалмай. Шунда уҡ ярҙамға ашыға. «Гут, гут», – тип маҡтап-маҡтап үткәреп ебәрәләр үҙен.

Икенсе тапҡыр Суморок тигән ауылда дошман ҡулына эләгә. Һорау алғанда ул юғалған әсә­һен эҙләүе тураһында әйтә. Үҙен дыуамал үҫмер һымаҡ тота: урыҫ телен яҡшы белгән немец офицерына коммунистар тураһында анекдоттар, төрлө ҡы­ҙыҡлы хәлдәр һөйләй. Тегегә оҡшап ҡала малай, уны үҙенең янында ҡалдыра, хатта әсәһен табышырға вәғәҙә итә. Ике көн ошо ролдә бөтә ерҙе ентекләп ҡарап, иҫендә ҡалдырып, дошман лагерында нимәләр барғанын күҙәтеп йөрөй ҡыйыу егет. Аҙаҡ яйын тура килтереп, офицерҙың документтар һәм карта һалынған папкаһын, биноклен һәм пистолетын алып ҡаса.

1941 йылдың 30 ноябрендә Толя Шумов Осташевоға сираттағы заданиеға килә. Бында Шу­ра Воронова менән осра­шырға тейеш була. Ләкин һөйләшелгән урынға ҡыҙ килмәй (уны немецтар атып үлтерә). Бер нисә өйгә инеп, Шура тураһында һораштырғылай. Уны Кириллин тигән урындағы полицай күреп ҡала һәм был турала немецтарға еткерә. Толяны тоталар. Сәғәттәр буйы язалап, һорау алалар. Аҙаҡтан санаға бәйләп һалып, алты автоматсы ҡарамағында Можайскиға оҙаталар. Шунда атып үлтерәләр.

Күрһәткән батырлығы өсөн Анатолий Шумов үлгәндән һуң Ленин ордены менән бүләкләнә.


Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас: