Улар Ленинград өлкәһенең Смердыня ауылында йәшәп, бер синыфта белем ала. Ҡыйыу яҡташтары хаҡында урындағы халыҡ әле лә онотмай.
– Маркс – үҙебеҙҙең Смердыня ауылында тыуып үҫкән егет, Альберт ғаиләһе менән Латвиянан күсеп килгән, ә бына Коля тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нәмә лә билдәле түгел, – тип һөйләй мәктәп музейы етәксеһе, китапхана мөдире Марина Ефремова.
Бер мәктәптә уҡыйҙар. Һуғыш башланғанда уларға 12 – 13 йәш кенә була. Тәүҙә бөтә малайҙар кеүек урман буйлап тегеһен-быныһын ҡарап йөрөйҙәр. Аҙаҡ Маркс партизандарға китә. Уға дуҫтары ла эйәрә.
Маркстың әсәһе Евдокия Павлованың хәтирәләренән: «Бер ваҡыт беҙҙең ауыл өҫтөндә генә һауа һөжүме башланды. Бөтәһе лә өйҙәренә ҡасып, йәшенеп бөттө. Ә теге өсәү юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Баҡтиһәң, ауыл осона барып, һауалағы бәрелеште күҙәткәндәр. Самолёттарҙың береһе янып төшә. Ул беҙҙеке була. Малайҙар тиҙерәк осоусыны ҡотҡарырға ашыға. Ләкин ул үлгән була. Документтарын алып ҡайталар. Һуңынан партизандарға тапшыралар. Улар туғандарына ебәрә. Төндә шым ғына барып, осоусыны ерләйҙәр».
1941 йылдың декабрендә партизандарҙың ҡушыуы буйынса егеттәр төндә саңғы кейеп күрше Бородулино ауылына бара. Унда – аэродром. Егеттәр Ленинградҡа осҡан немец самолёттарының урынын кәрәсин фонарҙар менән билдәләргә тейеш була. Улар күрһәтеүе буйынса партизандар шул уҡ төндә килеп, фашистарҙың хәрби часына һөжүм итә. Үҙҙәрен ҡырып һалып, аттарын, ҡоралдарын, аҙыҡ-түлектәрен алалар.
Ошонан һуң фашистар подпольщиктарҙы асыҡлау өсөн бөтә ауылды тентеп сыға. Бер ваҡыт төндә Кротовтарға, ҡыҙылармеецмын, тип бер кеше килә. Ашарына, кейеренә, шулай уҡ саңғы менән фонарь ҙа һорай. Маркс бер нәмә лә бирә алмауҙары тураһында әйтә. Теге кеше тағы ла бер нисә йортҡа инә. Береһендә ярҙамға киләләр. Ул һорағандарҙың барыһын да биреп, партизандарға юлды өйрәтеп тә ебәрәләр. Ә был кеше шымсы булып сыға.
Марксты, Альбертты, Коляны һәм тағы ла бер подпольщикты ҡулға алалар. Тәүге икәүҙе аталар, Коляны аҫалар. Язалау Смердынянан алыҫ булмаған Аҡ күл яры буйында башҡарыла.
Мәктәп музейында әле Альберт менән Маркстың фотолары һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Коляныҡын бер ҡайҙан да таба алмағандар.
Һуғыштан һуң дуҫтарҙың үлгән урынына иҫтәлекле монумент ҡуйыла. Совет заманында уҡыусыларҙы пионерға алыу тантанаһы йыл һайын ошо урында үткәрелгән була. Күптән түгел был традиция ҡабаттан яңыртыла.
Был өс тағандың батырлығы тураһында балалар белергә тейеш, ти уҡытыусылар. Ысынлап та, герой-пионерҙар була улар.
Өс дуҫ I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән бүләкләнә.
Үкенескә ҡаршы, Коля Рыжовтың фотоһы
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.